Эстәлеккә күсергә

Волков Николай Иванович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Николай Иванович Волков битенән йүнәлтелде)
Волков Николай Иванович
Зат ир-ат
Хеҙмәт итеүе СССР
Тыуған көнө 25 май 1924({{padleft:1924|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:25|2|0}})
Тыуған урыны Ҡананикольский, Йылайыр районы
Вафат булған көнө 24 октябрь 1983({{padleft:1983|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:24|2|0}}) (59 йәш)
Вафат булған урыны Магнитогорск, Силәбе өлкәһе, РСФСР, СССР
Ерләнгән урыны Магнитогорское правобережное кладбище[d]
Хәрби звание Сержант
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Ғәскәр төрө пехота[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ленин ордены Советтар Союзы Геройы III дәрәжә Дан ордены

Волков Николай Иванович (25 май 1924 йыл — 24 октябрь 1983 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышы яугиры, уҡсылар полкы пулемётсыһы, гвардия сержанты. Советтар Союзы Геройы (1945).

Николай Иванович Волков 1924 йылдың 25 майында Башҡорт АССР‑ының Йылайыр кантоны (хәҙер Башҡортостан Республикаһы Йылайыр районы) Ҡананикольский ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған.

Башланғыс мәктәпте тамамлай, артабан колхозда эшләй. 1942 йылдың авгусында Башҡорт АССР-ы Йылайыр район хәрби комиссариаты тарафынан Ҡыҙыл Армия сафына хеҙмәткә алына һәм Бөйөк Ватан һуғышы фронтына ебәрелә. 1945 йылдың ғинуарына гвардия сержанты Николай Волков 1-сы уҡсылар ротаһы станоклы пулемёт расчетының беренсе номеры була (175-се гвардия уҡсылар полкы 58-се гвардия уҡсылар дивизияһы, 5-се гвардия армияһы 1-се Украина фронты). Одра йылғаһын һуғышып аша сыҡҡанда батырлыҡ күрһәтә[1].

1945 йылдың 23 ғинуарында Волков ротаһында беренсе булып Оппельндан төньяҡ-көнбайышҡа ҡарай Одра йылғаһын аша сыға һәм йылғаның көнбайыш ярындағы плацдармды баҫып алыуҙа, тотоп тороуҙа һәм киңәйтеүҙә әүҙем ҡатнаша. Шул һуғыштарҙа Волков шәхсән ике танкты яндыра һәм күп дошман һалдатын һәм офицерын юҡ итә.

СССР Юғары Советы Президиумының 1945 йылдың 10 апрелендәге Указы менән немец илбаҫарҙары менән һуғышта командованиеның хәрби заданиеларын теүәл үтәгәне һәм шул уҡ ваҡытта күрһәткән батырлығы һәм ҡаһарманлығы өсөн гвардия сержанты Николай Волковҡа Ленин ордены менән «Алтын Йондоҙ» миҙалы (8882) тапшырылып, Советтар Союзы Геройы исеме бирелә[2].

Һуғыш тамамланғандан һуң Волков демобилизациялана. Тыуған иленә ҡайта, колхозда хисапсы, һуңынан дауаханала завхоз булып эшләй. 1960 йылдан Магнитогорск ҡалаһында йәшәй. 1983 йылдың 24 октябрендә вафат була, Магнитогорск ҡалаһында ерләнгән.

Шулай уҡ 3-сө дәрәжә Дан ордены[3] һәм миҙалдар менән бүләкләнә.

Волков хөрмәтенә Магнитогорскиҙа урам һәм мәктәп аталған.

  1. Волков Николай Иванович. «Герои страны» сайты.
  2. Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 793756, д. 9, л. 258, 259)
  3. Наградные документы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 690306, д. 166, л. 4, 47, 48)
  • Герои Советского Союза: Краткий биографический словарь / Пред. ред. коллегии И. Н. Шкадов. — М.: Воениздат, 1987. — Т. 1 /Абаев — Любичев/. — 911 с. — 100 000 экз. — ISBN отс., Рег. № в РКП 87-95382.
  • Подвиги их — бессмертны. — Уфа: Китап, 2000.
  • Славные сыны Башкирии. Книга 3. Уфа, 1968.