Лобачевский Николай Иванович
Лобачевский Николай Иванович (20 ноябрь (1 декабрь) 1792 йыл — 12 (24 февраль) 1856 йыл) — Рәсәй империяһы математигы, Евклидтыҡы булмаған геометрияға нигеҙ һалыусыларҙың береһе, юғары мәкәп һәм мәғариф эшмәкәре. Билдәле инглиз математигы Уильям Клиффорд Лобачевскийҙы «Геометрия Копернигы» тип атай[10].
Лобачевский 40 йыл дауамында Ҡазан Император университетында уҡыта, шул иҫәптән 19 йыл уның ректоры була; әүҙемлеге һәм уның оҫта етәкселеге һөҙөмтәһендә университет Рәсәй империяһының алдынғы уҡыу йорттары иҫәбенә инә. Н. П. Загоскин фекеренсә, Лобачевский Ҡазан университетының «бөйөк төҙөүсеһе» була[11].
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Был һәм артабанғы бүлектә килтерелгән революцияға тиклемге даталар иҫке стилдә бирелә.
Ата-әсәһе, тыуыу датаһы һәм урыны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1940 йылдар аҙағына тиклем Н. И. Лобачевскийҙың тыуыу датаһы һәм урыны тураһында мәғлүмәт ҡаршылыҡлы була. 1948 йылда А. А. Андронов был йәһәттән яңы тикшеренеүҙәрҙә тураһында мәҡәлә баҫтыра[12], унда математиктың аныҡ тыуыу датаһы тип 1792 йылдың 20 ноябрен (иҫке стиль буйынса), ә тыуған урыны тип Түбәнге Новгород ҡалаһын (1948 йылдан — Горький)[13] иҫәпләргә кәрәклеген белдерә. Һуңыраҡ Н. И. Привалова П. А. Лобачевскийҙың йорт урынын билдәләй[14][15]. Уларҙың тикшеренеүҙәре дөйөм танылыу таба һәм Горький исемендәге университетҡа Н. И. Лобачевский (1956) исемен биреүгә эәтргес була[16].
Николай — Прасковья Александровна Лобачевская (1765 йылдар тирәһе — 1840[17]) менән геодези департаменты чиновнигы Иван Максимович Лобачевскийҙың (1760—1800) өс улының уртансыһы. Н. И. Лобачевскийҙың тыуыуы тураһында, Нижегород университетының математика профессоры Дмитрий Андреевич Гудков (1918—1992) әҙәби һәм архив сығанаҡтарына таянып, Николай Иванович Лобачевский һәм уның ике ағаһы — Александр менән Алексей — Прасковья Александровна Лобачевскаяның Макарьево ер үлсәүсеһе һәм капитан Сергей Степанович Шебаршиндың никахһыҙ тыуған балалары тип раҫлай[18][19].
Ғалимдың атаһы, М. И. Лобачевский тураһында мәғлүмәттәр бик наҡыҫ. Ул Малороссияла йәшәгән поляк була[20]. 1757 йылдар тирәһендә кенәз Михаил Иванович Долгоруков (1731—1794), үҙендә хеҙмәттә булған М. В. Лобачевскийға крепостной Аграфенаға өйләнергә рөхсәт итә, ә 1775 йылда кенәз Аграфенаға ирек бирә. Уларҙың улы, Иван Максимович, католиктар йолаһы буйынса суҡындырыла, ләкин һуңыраҡ православиены ҡабул итә. 1797 йылдар тирәһендә Т. М. Лобачевский Түбәнге Новгородта межевая контораға хеҙмәткә ебәрелә. Тиҙҙән ул, ҡаты ауырыуҙан һуң, 40 йәшендә ҡатыны Алесандра Прасковьяны ауыр матди хәлдә ҡалдырып, вафат була.
Ғүмеренең тәүге йылдары (1792—1807)
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1802 йылда Прасковья Александровна өс улын да Ҡазан гимназияһына — ул ваҡытта рәсәй империяһының көнсығыш өлөшөндә берҙән-бер булған уҡыу йортона уҡырға бирә. Николай Лобачевский гимназияны 1806 йылда тамамлай, яҡшы белем күрһәтә, бигерәк тә математика һәм телдәр — латин, немец, француз - буйынса. Шул саҡтан уҡ уның математикаға ҡыҙыҡһыныуы — гимназия уҡытыусыһы Г. И. Карташевскийҙың ҙур ҡаҙанышы.
1804 йылдың 5 ноябрендә император Александр I Ҡазан Император университетын булдырыу тураһындағы ҡарарға ҡул ҡуя. 1805 йылдың 14 февралендә университет асыла. Университет етәкселеге ата-әсәләргә балалары гимназия тамамлағандан һуң уларҙы университетҡа бирергә саҡырыу ташлай. П. А. Лобачевская ризалыҡ бирә. Николай,ҙың өлкән ағаһы Александр шундуҡ 1805 йылдың 18 февралендә университетҡа ҡабул ителә. Николай 1806 йылдың июлендә һынауҙар биреп ҡарай, әммә уңышһыҙлыҡҡа дусар була дусар була. Шул уҡ йылдың 22 декабрендә ҡабат һынау тапшыра һәм 1807 йылдың 14 февралендә университетҡа ҡабул ителә. Шул уҡ йылда ҡустыһы Алексей ҙа студент булып китә.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 Bibliothèque nationale de France идентификатор BNF (фр.): платформа открытых данных — 2011.
- ↑ 2,0 2,1 Исаев Ю. Н. Чувашская энциклопедия (урыҫ) — Чувашское книжное издательство, 2006. — 2567 с. — ISBN 978-5-7670-1471-2
- ↑ Педагоги и психологи мира (урыҫ) — 2012.
- ↑ 4,0 4,1 Лаптев Б. Л. Лобачевский Николай Иванович // Большая советская энциклопедия (урыҫ): [в 30 т.] / под ред. А. М. Прохорова — 3-е изд. — М.: Советская энциклопедия, 1973. — Т. 14 : Куна — Ломами. — С. 585—586.
- ↑ Русский биографический словарь (урыҫ) / под ред. А. А. Половцов, Н. П. Чулков, Н. Д. Чечулин, В. В. Мусселиус, М. Г. Курдюмов, Ф. А. Витберг, И. А. Кубасов, С. А. Адрианов, Б. Л. Модзалевский, Е. С. Шумигорский — СПб., М..
- ↑ Find a Grave (ингл.) — 1996.
- ↑ 7,0 7,1 7,2 7,3 Чешская национальная авторитетная база данных
- ↑ Математическая генеалогия (ингл.) — 1997.
- ↑ Математическая генеалогия (ингл.) — 1997.
- ↑ Белл, 1979
- ↑ Загоскин Н. П. История Казанского университета. — Казань, 1906. — Т. IV. — С. 437.
- ↑ Андронов Александр Александрович (старший) Где и когда родился Н. И. Лобачевский // Горьковская коммуна. — 9 мая 1948 года.
- ↑ Андронов А. А. О месте и дате рождения Н. И. Лобачевского // Историко-математические исследования. — 1959. — Вып. 9. — С. 9-48.
- ↑ Привалова Надежда Ивановна Дом, в котором родился Н. И. Лобачевский // Историко-математические исследования. — 1956. — Вып. 9. — C. 49-64.
- ↑ Привалова Н. И. Изучение А. А. Андроновым биографии о Лобачевском(недоступная ссылка) // Сайт Музея Нижегородского государственного университета им. Н. И. Лобачевского.
- ↑ Кузнецов А. А., Уткина Н. А. Нижегородский историк Надежда Ивановна Привалова 2013 йыл 6 ноябрь архивланған. // Сайт Нижегородского государственного университета им. Н. И. Лобачевского.
- ↑ Гудков, 1992, с. 42
- ↑ Гудков Д. А. Н. И. Лобачевский. Загадки биографии. — Н. Новгород: Изд-во ННГУ, 1992. — 242 с. — ISBN 5-230-04151-X.
- ↑ Шикман А. П. Деятели отечественной истории. Биографический справочник. Москва, 1997 г. Л-Я стр.25
- ↑ Федоренко Б. В. Некоторые сведения к биографии Н. И. Лобачевского // Историко-математические исследования. — М.: ГИТТЛ, 1956. — № 9. — С. 65—76.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Лобачевский Викикитапханала | |
Лобачевский Викимилектә | |
Лобачевский Викияңылыҡтарҙа |
- Александров Павел Сергеевич Николай Иванович Лобачевский // журнал «Квант». — 1976. — № 2. — С. 4—15.
- Белл Эрик Темпл. Творцы математики, глава 15. — М.: Просвещение, 1979. — 256 с.
- Бондаренко И. Н. И. Лобачевский // Вестник опытной физики и элементарной математики. — 1893. — № 173,177. — С. 97—103,б/н.
- Васильев А. В. Лобачевский, Николай Иванович // Русский биографический словарь : в 25 томах. — СПб.—М., 1896—1918.
- Васильев А. В. Николай Иванович Лобачевский. — М.: Наука, 1992. — 229 с. — (Научно-биографическая серия).
- Георгиев П. В. По следам потерянного портрета Н. И. Лобачевского // Гасырлар Авазы - Эхо веков. - 2019. - № 3. - С. 147-153.
- Глейзер Герш Исаакович. История математики в школе. — М.: Просвещение, 1964. — С. 345-350.
- Гудков Дмитрий Андреевич. Н. И. Лобачевский. Заrадки биоrрафии. — Нижний Новгород: Изд-во ННГУ, 1992. — 242 с. — ISBN 5-230-04151-X.
- Каган Вениамин Фёдорович. Лобачевский. — Издание второе, дополненное. — М.-Л.: АН СССР, 1948. — 507 с.
- Колесников М. С. Лобачевский. — М.: Молодая гвардия, 1965. — 320 с. — (Жизнь замечательных людей).
- Колчинский И.Г., Корсунь А.А., Родригес М.Г. Астрономы: Биографический справочник. — 2-е изд., перераб. и доп. — Киев: Наукова думка, 1986. — 512 с.
- Лаптев Б. Л. Н. И. Лобачевский и его геометрия. — М.: Просвещение, 1976. — 112 с.
- Лаптев В. И. Жизнь и деятельность Н. И. Лобачевского // Успехи математических наук. — М., 1951. — Т. 6. — № 3 (43). — С. 10-17.
- Лахтин Л. К. О жизни и научных трудах Николая Ивановича Лобачевского (по поводу столетней годовщины дня его рождения) // Математический сборник. — М., 1894. — Т. 17. — № 3. — С. 474—493. (Тикшерелеү көнө: 16 ноябрь 2009)
- Ливанова А. Три судьбы. Постижение мира. — М.: Знание, 1969. — 352 с. — (Жизнь замечательных идей).
- {{Книга|ref=Литвинова|ссылка=https://dlib.rsl.ru/viewer/01003637945%7Cавтор=Литвинова(недоступная ссылка) Елизавета Федоровна|заглавие=Н. И. Лобачевский. Его жизнь и ученая деятельность|год=1895|место=СПб.|издательство=тип. П. П. Сойкина|страниц=79.
- Н. И. Лобачевский. Сб. статей к 150-летию со дня рождения. — М.-Л.: АН СССР, 1943.
- Николай Иванович Лобачевский. Сборник статей к столетию со дня смерти // Историко-математические исследования. — М.: ГИТТЛ, 1956. — № 9. — С. 9-402.
- Прудников В. Е. Русские педагоги-математики XVIII—XIX веков. — М.: Учпедгиз, 1956.
- Федоренко Б. В. Годы учения Н. И. Лобачевского и его первые геометрические исследования // Труды Института истории естествознания и техники. — М.: Изд. АН СССР, 1957. — Т. 17. — С. 163—228. — 532 с.
- Яновская Софья Александровна. О мировоззрении Н. И. Лобачевского // Историко-математические исследования. — М.: ГИТТЛ, 1951. — № 4. — С. 173-200.
Художественные произведения о Лобачевском
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Заботин И. П. Лобачевский. — М.: Молодая гвардия, 1956.
- Тарджеманов, Джавад. Серебряная подкова. — Москва: Советский писатель, 1979. — 415 с.
- Тарджеманов, Джавад. Юность Лобачевского (рождение гения): документальный роман. — Казань: Татарское книжное издательство, 1987. — 334 с.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Музей Н. И. Лобачевского в Казани . Дата обращения: 11 апрель 2019.
- Историко-краеведческий Дом-музей Н. И. Лобачевского в г. Козловка, Чувашия . Дата обращения: 24 май 2011. 2012 йыл 21 сентябрь архивланған.
- Биография . Дата обращения: 7 ғинуар 2011.
- Библиотечная деятельность Н. И. Лобачевского . Дата обращения: 28 февраль 2011.
- Биография и публикации Николая Ивановича Лобачевского 2014 йыл 16 июль архивланған. в Электронной библиотеке «Научное наследие России»
- Труды Н. И. Лобачевского и литература о нём
- Георгиев П. В. В поисках Лобачевского.
- Георгиев П. В. Портрет Н.И. Лобачевского в фондах Парижской Академии наук[1]
- ↑ Яндекс.Видео . yandex.ru. Дата обращения: 18 июнь 2020.
- 1 декабрҙә тыуғандар
- 1792 йылда тыуғандар
- Түбәнге Новгородта тыуғандар
- 24 февралдә вафат булғандар
- 1856 йылда вафат булғандар
- Ҡазанда вафат булғандар
- Ҡазан Император университетын тамамлаусылар
- I дәрәжә Изге Анна ордены кавалерҙары
- II дәрәжә Изге Анна ордены кавалерҙары
- III дәрәжә Изге Анна ордены кавалерҙары
- I дәрәжә Изге Станислав ордены кавалерҙары
- II дәрәжә Изге Станислав ордены кавалерҙары
- IV дәрәжә Изге Владимир ордены кавалерҙары
- III дәрәжә Изге Станислав ордены кавалерҙары
- III дәрәжә Изге Владимир ордены кавалерҙары
- Википедия:Мәҡәләлә Викикитапханаға һылтанмаһы булған мәҡәләләр
- Почта маркаларында шәхестәр