Эстәлеккә күсергә

Никола Иванов

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Никола Иванов Иванов
болг. Никола Иванов Иванов
Никола Иванов Иванов
Флаг
Флаг
Болгарияның Оборона министры
Флаг
Флаг
17 ноября 1896 — 18 ғинуар 1899
Монарх: Фердинанд I
Алдан килеүсе: Рачо Петров
Дауамсы: Стефан Паприков
 
Дине: православие
Тыуған: 2 март 1861({{padleft:1861|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:2|2|0}})
Ғосман империяһы, Калофер
Үлгән: 10 сентябрь 1940({{padleft:1940|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:10|2|0}}) (79 йәш)
Болгария, София
Белеме: Генераль штабтың Николай академияһы
 
Хәрби хеҙмәт
Хеҙмәт иткән йылдары: 1879—1913
Принадлежность: Болгария Болгария
Ғәскәр төрө: пехота, армия
Звание: инфантериянан генерал
Командир булған: * Болгария Ҡораллы көстәренең оборона штабы
  • 4-се пехота дивизияһы
  • 2-се пехота дивизияһы
  • 2-се армия
Бәрелештәр:
 
Наградалары:
Болгария
Ҡалып:Орден «За храбрость» (Болгария) Ҡалып:Орден «За храбрость» (Болгария) Ҡалып:Орден «Святой Александр» 1 степени
Ҡалып:Орден «Святой Александр» 2 степени Ҡалып:Орден «За военные заслуги» 1 степени (Болгария)
Башҡа илдәр
Италия Тажы орденының Ҙур тәреһе кавалеры
Командор ордена Почётного легиона Таж ордены кавалерҙары 1 класса (Пруссия) Ҡалып:Кавалер командорского креста со звездой ордена Франца Иосифа
I дәрәжә Меджидие ордены
I дәрәжә Меджидие ордены
II дәрәжә Османиә ордены
II дәрәжә Османиә ордены
Ҡалып:Орден Короны Румынии 1 степени Ҡалып:Орден Таковского креста 1 степени Ҡалып:Орден Святого Саввы 1 степени

Никола Иванов Иванов (болг. Никола Иванов Иванов; 2 март 1861 йыл10 сентябрь 1940 йыл) — Болгарияның хәрби юлбашсыһы, инфантериянан генерал, Армия штабы начальнигы (1894—1896), Болгарияның һуғыш министры (1896—1899). Балҡан һуғыштары барышында 2-се болгар армияһы менән командалыҡ итә, 1913 йылдың мартында Адрианополде алыуҙа ҡатнаша.

Сығышы һәм белеме

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Никола Иванов 1861 йылдың 2 мартында Ғосман империяһының Калофер ҡалаһында тыуған. Габровола Апрель гимназияһында һәм 1875—1877 йылдарҙа Истанбулда «Галатаһарай» солтан лицейында уҡыған. Славян халыҡтарын азат итеү өсөн Рус-төрөк һуғышы фронтына ирекмән булып бара, 1878 йылда Пловдивта ирекле отрядтар командиры итеп тәғәйенләнә. 1879 йылда София хәрби училищеһын тамамлай, подпоручик званиеһын ала. 1880 йылда Көнсығыш Румелия ополчениеһына (милицияһы) ебәрелә, бында 1-се һәм 2-се Пловдив пехота дружиналарында хеҙмәт итә. 1881 йылдың 9 февралендә поручик званиеһын ала. 1882—1885 йылдарҙа Санкт-Петербургта Генераль штабтың Николай академияһында белем ала.

Болгарияны берләштереүҙә ҡатнаша. 1885 йылдың 9 сентябрендә капитан званиеһын ала һәм Тырново-Сеймен отряды штабының начальнигы итеп тәғәйенләнә. Серб-болгар һуғышы ваҡытында Көнбайыш отрядтың Үҙәк колоннаһы начальнигы ҡарамағында йомоштар буйынса офицер була, Пирот алышында ҡатнаша. Һуғыштан һуң 1886 йылда кенәз Александр I Баттенбергтың флигель-адъютанты итеп тәғәйенләнә, 1887 йылдан Хәрби министрлыҡ ҡарамағында бүлек начальнигы була. 1887 йылдың 1 апрелендә майор званиеһын ала. 1888 йылдан 10-сы пехота полкының командиры, 1889 йылдан 4-се бригада штабының начальнигы, 1890 йылдан 4-се кавалерия полкы командиры булып хеҙмәт итә. 1891 йылдың 2 авгусында подполковник званиеһын ала. 1891—1894 йылдарҙа Ғәскәр штабы начальнигы ярҙамсыһы һәм 1894—1896 йылдарҙа Ғәскәр штабы начальнигы була. 1895 йылдың 12 авгусында полковник званиеһын ала. 1896 йылдың 17 ноябрендә Һуғыш (Оборона) министры вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы итеп тәғәйенләнгән. 1896 йылдың 29 ноябренән 1899 йылдың 30 ғинуарына тиклем Һуғыш (Оборона) министры була. Болгария көрсөгөнән һуң Рәсәй империяһына ҡасҡан болгар офицерҙарын ҡайтарыуҙы тәьмин иткән[1]. 1899—1903 йылдарҙа полковник званиеһында 4-се Преслав пехота дивизияһы, ә 1903—1907 йылдарҙа — 2-се Фракия пехота дивизияһы менән командалыҡ иткән. 1900 йылдың 15 (27) ноябрендә генерал-майор званиеһын ала. 1907 йылдан 2-се хәрби-инспекцион өлкәһе начальнигы була. 1912 йылдың 2 авгусында генерал-лейтенант званиеһын ала[2].

Софияла, Николай Павлович урамының 6-сы йортонда генерал Иванов мемориаль таҡтаташы

1912 йылдың сентябренән 1913 йылдың июленә тиклем 2-се болгар армияһы менән командалыҡ итә. Беренсе Балҡан һуғышы барышында Адрианополде уңышлы ҡалыуҙа һәм алыуҙа ҡатнаша. Икенсе Балҡан һуғышы ваҡытында 1913 йылдың 16 июненән 17 июлгә тиклем Греция армияһына ҡаршы алыштарҙа ҡатнашҡан, 18 июлдә Төп фатир ҡарамағында йомоштар буйынса офицер итеп тәғәйенләнгән. 1913 йылдың июленән вазифаһын ҡалдыра, 1913 йылдың 7 авгусында солох килешеүен төҙөгәндән һуң запасҡа сығарыла. Беренсе донъя һуғышы ваҡытында запаста ҡала, йәмәғәт эшмәкәрлеге һәм публицистика менән шөғөлләнгән. София запас офицерҙары йәмғиәтенең рәйесе була. 1936 йылдың 6 майында инфантериянан генерал званиеһын ала. 1940 йылдың 10 сентябрендә София ҡалаһында вафат булған.

  • Прапорщик (10 май 1879)
  • Подпоручик (3 ноябрь 1879)
  • Поручик (9 февраль 1881)
  • Капитан (9 сентябрь 1885)
  • Майор (1 март 1887)
  • Подполковник (2 август 1891)
  • Полковник (12 август 1895)
  • Генерал-майор (15 ноябрь 1900)
  • Генерал-лейтенант (2 август 1912)
  • Инфантериянан генерал (6 май 1936)
  • Флаг Болгарии II дәрәжә һәм 2-се класслы IV дәрәжә «Батырлыҡ өсөн» ордены
  • Флаг Болгарии гәүһәрҙәр менән I һәм II дәрәжә «Изге Александр» ордены
  • Флаг Болгарии I дәрәжә «Хәрби хеҙмәттәре өсөн» ордены
  • Флаг Болгарии ҡылыстар менән I дәрәжә «Стара планина» ордены (үлгәндән һуң)[3]
  • Рәсәй флагы алмастар менән I дәрәжә һәм гәүһәрҙәр менән II дәрәжә Изге Анна ордены
  • Италия I дәрәжә Италия тажы ордены (Ҙур тәре кавалеры)
  • Франция флагы III дәрәжә Почёт легионы ордены (Командор)
  • Флаг Германии (1871-1918, 1933-1935) I дәрәжә Таж ордены
  • Австро-Венгрия флагы II дәрәжә Австрия императоры Франц Иосиф ордены (Йондоҙ менән командор тәреһе кавалеры)
  • Ғосман империяһы I дәрәжә Меджидиә ордены
  • Ғосман империяһы II дәрәжә Ғосманиә ордены
  • Флаг Румынии I дәрәжә Румыния Тажы ордены
  • Сербия I дәрәжә Таков тәреһе ордены
  • Югославия (1918-1945) I дәрәжә Изге Савва ордены
  • Никола Иванов. Балканската война 1912–1913 г. Том I. — София: Печатница на армейския военно-изследователски фонд, 1924.
  • Никола Иванов. Балканската война 1912–1913 г. Том II. — София, 1925издательство=Печатница на армейския военно-изследователски фонд.
  1. Радев Симеон. Лица и събития от моето време. Том II. — София: Издателство „Захарий Стоянов“, 2014. — P. 152. — ISBN 978-954-09-0873-1.
  2. Славова, С., Дойнова, Ц., Балканската война през погледа на един французин — сборник от документи, София, 1977, Военно Издателство, с. 57-58
  3. Указ № 436 от 20 декември 2012 г. Обн. ДВ. бр.2 от 8 януари 2013 г.