Ниғмәтуллин Ришат Вәхит улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ниғмәтуллин Ришат Вәхит улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 11 ғинуар 1959({{padleft:1959|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:11|2|0}}) (65 йәш)
Тыуған урыны Ейәнсура районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Иҫәнғол, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө юрист
Эш урыны Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты
Башҡорт дәүләт университеты
Уҡыу йорто Башҡорт дәүләт университеты
Ғилми исеме профессор[d]
Ғилми дәрәжә юридик фәндәр докторы[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Ниғмәтуллин Ришат Вәхит улы (11 ғинуар 1959 йыл) — юрист. Юридик фәндәр докторы (2008), профессор (2013). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған юрисы. Рәсәй Федерацияһы Эске эштәр министрлығының почетлы хеҙмәткәре

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ришат Вәхит улы Ниғмәтуллин 1959 йылдың 11 ғинуарында Башҡорт АССР-ының Ейәнсура районы Иҫәнғол ауылында тыуа. 1982 йылда Башҡорт дәүләт университетының тарих факультетын тамамлай, 1994 йылда Рәсәй Эске эштәр министрлығының юғары мәктәбен тамамлай[1]. 1982 йылдан Башҡорт дәүләт педагогия институтында эшләй.

1985 йылдан башлап Өфө халыҡ депутаттарының Киров район советы башҡарма комитетының эске эштәр бүлегендә шәхси состав менән эшләү һәм һөнәри әҙерлек буйынса өлкән инспектор.

1991 йылдан алып Өфө юридик институтында:

1996 йылда — шәхес хоҡуҡтарын яҡлау һәм эске эштәр органдары эшмәкәрлегендә законлылыҡты тәьмин итеү кафедраһында эшләй.

2001 йылда — граждан хоҡуҡ дисциплиналары кафедраһын етәкләй.

2002 йылдан башлап институттың фәнни эштәр буйынса начальник урынбаҫары.

2014 йылдан алып БДУ-ның Хоҡуҡ институтында халыҡ-ара хоҡуҡ һәм халыҡ-ара мөнәсәбәттәр кафедраһы мөдире вазифаһын башҡарыусы.

Фәнни эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Фәнни ҡыҙыҡһыныуҙар өлкәһе: дәүләт һәм хоҡуҡ тарихы, халыҡ-ара хоҡуҡ, кеше хоҡуҡтары теорияһы һәм практикаһы, халыҡ-ара енәйәттәргә ҡаршы көрәштә дәүләттәр хеҙмәттәшлеге проблемалары[1].

1996 йылда Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәре, юридик фәндәр докторы, профессор Р.С. Мулукаев етәкселегендә : «Институт смертной казни в уголовном праве России XIX века» темаһына юридик фәндәр кандидаты ғилми дәрәжәһенә диссертацияһын әҙерләй һәм яҡлай[2].

2007 йылда Мәскәүҙә Рәсәй Эске эштәр министрлығының Идара итеү академияһында «Сотрудничество государств в борьбе с преступлениями международного характера в XX – начале XXI столетия (историко-правовой аспект)» темаһына юридик фәндәр докторы ғилми дәрәжәһенә дәғүә итеүгә диссертация яҡлай. Фәнни консультанты - профессор Р.С. Мулукаев[2].

Уның етәкселегендә 2 кандидатлыҡ диссертацияһы яҡланған һәм юридик фәндәр кандидаты ғилми дәрәжәһенә 8 диссертация әҙерләнә.

Ул ғилми һәм уҡытыу-методик характерҙағы 140-тан ашыу эш, шул иҫәптән 7 монография, 8 уҡыу ҡулланмаһы һәм ВАК тәҡдим иткән журналдарҙа 24 мәҡәлә баҫтыра[2].

Йыл һайын ил мәғарифы фонды тарафынан үткәрелгән Бөтә Рәсәй конкурсы барышында пособие «Сотрудничество государств в обеспечении безопасности населения» уҡыу әсбабы 2005 йылда юриспруденция өлкәһендә Рәсәйҙең иң яҡшы ғилми китабы тип таныла. 2009 йылда «Международное уголовное правосудие: современные проблемы» монографияһы авторҙарының халыҡ-ара коллективы составына инә.

Уның фәнни эштәре шулай уҡ Польшала, Төркиәлә, Ҡаҙағстанда, Украинала, Молдавияла баҫылып сыға. Испанияла, Германияла ғилми стажировка үтә[2].

Ағзалығы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

- «История государства и права», «Международное публичное и частное право», «Правовое государство: теория и практика», «Общество, право и власть», «Евразийский гуманитарный форум», «Вестник Казанского юридического института МВД России» федераль ғилми-хоҡуҡи журналдарының редакция советтары һәм коллегиялары ағзаһы

- «Вестник Уфимского юридического института МВД России» журналының баш мөхәррир урынбаҫары;

- «Хоҡуҡ һәм дәүләт теорияһы һәм тарихы; хоҡуҡ һәм дәүләт тураһында уҡыуҙар тарихы» белгеслектәре буйынса докторлыҡ һәм кандидатлыҡ диссертацияларын ҡарау өсөн Д 212.298.12 диссертация советы ағзаһы; 12.04.9 Көньяҡ-Урал дәүләт университеты ҡарамағындағы «Енәйәт процесы» (милли тикшеренеү университеты);

- «Хоҡуҡ һәм дәүләт теорияһы һәм тарихы; хоҡуҡ һәм дәүләт тураһында уҡыуҙар тарихы» белгеслектәре буйынса докторлыҡ һәм кандидатлыҡ диссертацияларын ҡарау өсөн Дәүләт Думаһының Берләштерелгән диссертация советы ағзаһы 513.002.04; 12.04.2 Рәсәй Федерацияһы Үҙәк союзының «Рәсәй кооперация университеты» автономиялы коммерцияға ҡарамаған юғары профессиональ белем биреү ойошмаһы ҡарамағындағы «Конституция хоҡуғы; муниципаль хоҡуҡ».

Ижтимағи эштәрҙә ҡатнашыуы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

БМО-ға булышлыҡ итеү Рәсәй Ассоциацияһының Үҙәк идараһы ағзаһы;

Рәсәй БМО-ның Үҙәк идараһы ағзаһы;

Рәсәй Юристар ассоциацияһының Башҡортостан бүлексәһе идараһы ағзаһы;

Рәсәй халыҡ-ара хоҡуҡ ассоциацияһы ағзаһы;

Рәсәй Юридик фәндәр академияһы ағзаһы;

«Башҡортостан - Германия Рәсәй-Германия дуҫлығы йәмғиәте» Башҡортостан төбәк йәмәғәт берекмәһе идараһы ағзаһы;

2005 йылда (Мәскәү ҡалаһы) Рәсәй Юристар ассоциацияһының ойоштороу съезында делегат була.

Фәнни баҫмалары[3][үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1. Рабочий класс и становление агропромышленного комплекса Башкирии: Монография. – Уфа: Баш. книж. изд-во, 1985. – 8,9 п.л. (В соавторстве с Кузеевым Р.Г., Масалимовым С.Г., Миннибаевым Е.К., Ямаловым М.Б.).

2. Институт смертной казни в уголовном праве России XIX века: Монография. – Уфа: Изд-во Башкирского университета, 1997. – 7,8 п.л.

3. Сотрудничество государств в обеспечении безопасности населения: Учебное пособие. – Уфа: ОН и РИО УЮИ МВД РФ, 2004, – 5,7 п.л.

4. Протокольная практика в Республике Башкортостан. – 1, 2-е издания. – Уфа: Издательство «Скиф», 2006, 2007, – 20 п.л. В соавторстве. ( Н.Р.– 0,7 п.л.).

5. Сотрудничество государств в борьбе с преступлениями международного характера в ХХ веке и начале ХХI столетия (историко-правовой аспект): Монография. – М.: Юрист, 2006. – 21 п.л.

6. Международное уголовное правосудие: Современные проблемы / Под ред. Г. И. Богуша, Е. Н. Трикоз – М.: Институт права и публичной политики, 2009. – 47 п.л. Международный авторский коллектив. (Н.Р. – 1,25 п.л.).

7. Борьба с преступностью в курсе современного международного права. Учебное пособие. – Уфа: ОН и РИО УЮИ МВД РФ, 2012. – 7 п.л.

8. Совершенствование правовой основы охраны природы Уральского региона (на примере Республики Башкортостан): монография / Р. В. Нигматуллин [и др.]. – Уфа, 2012. – 12 п.л. В соавторстве. (Н.Р. – 3 п.л.).

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]