Нуретдинов Руслан Наил улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Нуретдинов Руслан Наил улы
Рәсем
Заты ир-ат
Гражданлығы Flag of Russia.svg Рәсәй
Тыуған көнө 30 март 1980({{padleft:1980|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:30|2|0}}) (39 йәш)
Тыуған урыны СССР, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, Өфө
Һөнәр төрө хоккейсы
Командалағы уйын позицияһы ситке һөжүмсе[d]
Спорт командаһы ағзаһы Аҡ Барс, Амур, Металлург, Металлург, Нефтехимик, Салауат Юлаев хоккей клубы, Северсталь[d], СКА (хоккей клубы) һәм Спутник[d]
Ауырлығы 84 Килограмм
Спорт төрө Шайбалы хоккей
Буйы 175 сантиметр
Commons-logo.svg Нуретдинов Руслан Наил улы Викимилектә

Нуретдинов Руслан Наил улы (30 март 1980 йыл) — Рәсәй хоккейсыһы, һул һөжүмсе. Өфө хоккейы тәрбиәләнеүсеһе.

Карьераһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Руслан Нуретдинов профессиональ карьераһын 1997 йылда тыуған ҡалаһы Өфөнөң «Салауат Юлаев» хоккей клубы составында башлай. 2001 йылда Руслан Петербург СКА-һы менән контрактҡа ҡул ҡуя. 2002/03 миҙгелен Руслан Нуретдинов Череповец ҡалаһының «Северсталь» хоккей клубында үткәрә. Был миҙгел клуб тарихында иң уңышлыһы була — череповсылар финалда Ярославлдың «Локомотивынан» ғына ҡалышып, көмөш миҙал яулайҙар, ә Руслан үҙе үткәрелгән 62 матчта 38 (20+18) мәрәй йыя. Был уңыштан һуң Нуретдинов Ҡазандың «Аҡ барыҫы» менән контракт төҙөү тураһында ҡарар ҡабул итә, шул уҡ йылда ул Рәсәй беренселегендә бронза миҙал яулай.

2004/05 миҙгеле Руслан өсөн бик уңышлы булмай. Уны Руслан «Салауат Юлаев» составында башлай, әммә миҙгел уртаһында Череповецҡа ҡайта. Шуға ҡарамаҫтан, был миҙгел тамамланыу менән үк Нуретдиновҡа Магнитогорсктың «Металлургынан» тәҡдим була, һәм форвард уны кисекмәҫтән ҡабул итә. Уралда ике бик уңышлы йылдан һуң, 2007 йылда Руслан, ил чемпионы сифатында, Магнитогорскты ташлап китә[1] һәм Өфө клубына кире ҡайта, клуб составында шул уҡ миҙгелдә яңынан Суперлигала алтын яулай[2].

Әммә һәр миҙгел һайын Нуретдиновтың һөҙөмтәлелеге кәмей, һөҙөмтәлә 2010 йылдың йәйендә уйынсы «Торос» Юғары лига клубына китә[3]. Шуға ҡарамаҫтан, бер аҙна үтеүгә Русландың Хабаровск ҡалаһының «Амуры» менән контрактҡа ҡул ҡуйыуы тураһында иғлан ителә[4], уның составында 2010/11 миҙгелендә ул үткәрелгән 50 уйында 12 (8+4) мәрәй йыя. 2011 йылдың 15 июнендә Нуретдинов Череповецҡа ҡайтырға ҡарар ҡабул итә, «Северсталь» менән бер йыллыҡ килешеү төҙөй[5].

2011/12 миҙгелендә Руслан Череповец клубы составында 53 уйын үткәреп, үҙ иҫәбенә 22 (14+8) һөҙөмтәле балл яҙҙыра. 2012 йылдың 1 июнендә «Северсталь» етәкселеге уйынсы менән килешеүҙе тағы бер йылға оҙайтырға ҡарар ҡабул итә[6].

Нуретдинов Руслан Наил улы 2016 йылдың 10 ғинуарында профессиональ уйын карьераһын тамамлауы тураһында иғлан итә[7].

Халыҡ-ара[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Рәсәй йыйылма командаһы составында Руслан Нуретдинов 1998 йылда Европа юниорҙар чемпионатында ҡатнаша. Был турнирҙа Руслан команда менән бергә, уҙғарылған 6 матчта 1 (1+0) мәрәй йыйып, бронза призер була. Шулай уҡ Нуретдинов 2002/03 һәм 2003/04 миҙгелдәрендә Еврохоккейтур этаптарында йыйылма команда өсөн сығыш яһай.

Ҡаҙаныштары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Рәсәй Чемпионы (2): 2007, 2008.
  • Рәсәй чемпионатының көмөш призеры 2003.
  • Рәсәй чемпионатының бронза призеры (2): 2004, 2006.
  • КХЛ асыҡ Рәсәй чемпионатының бронза призеры 2010.
  • 1998 Европа юниор чемпионатының бронза призеры.
  • Шпенглер Кубогы эйәһе 2005.
  • «Боҙҙа джентльмен» призын яулаусы 2006.

Сығыштар статистикаһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Сезон Команда Лига Уйындар
Г П Очк +/- Штр
1997-98 Салауат Юлаев Суперлига 2 0 0 0 -1 0
1998-99 Салауат Юлаев Суперлига 37 1 3 4 -2 6
1998-99 Новойл Беренсе лига 8 10 6 16 -- 4
1999-00 Салауат Юлаев Суперлига 46 12 6 18 -- 34
2000-01 Салауат Юлаев Суперлига 43 8 7 15 -- 14
2001-02 СКА Суперлига 28 8 5 13 -14 4
2002-03 Северсталь Суперлига 62 20 18 38 +6 34
2003-04 Ак Барс Суперлига 60 13 17 30 +14 10
2004-05 Салауат Юлаев Суперлига 29 5 4 9 -8 26
2004-05 Северсталь Суперлига 24 5 4 9 -2 4
2005-06 Металлург Мг Суперлига 56 17 20 37 +21 8
2006-07 Металлург Мг Суперлига 49 4 14 18 +6 16
2007-08 Салауат Юлаев Суперлига 55 13 5 18 +5 16
2008-09 Салауат Юлаев КХЛ 43 8 5 13 +4 26
2008-09 Салауат Юлаев ЛЧ 6 1 2 3 +3 2
2009-10 Салауат Юлаев КХЛ 40 6 3 9 +3 14
2010-11 Амур КХЛ 50 8 4 12 -15 16
2011-12 Северсталь КХЛ 53 14 8 22 +2 18
Бөтәһе КХЛ-да 186 36 20 56 -6 74
Бөтәһе карьераһында 691 153 131 284 +22 252
Турнир Уйын Г. П. Очк +/- Штр
ЮЧМ-1998 6 1 0 1 -- 0

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Нуртдинов и Тертышный покидают «Магнитку», allhockey.ru (13 апреля 2007). 26 января 2011 тикшерелгән.
  2. Прошкин, Блатак и Нуртдинов переехали в Уфу, allhockey.ru (3 мая 2007). 26 января 2011 тикшерелгән.
  3. Руслан Нуртдинов будет играть за «Торос», championat.ru (17 августа 2010). 26 января 2011 тикшерелгән.
  4. Нуртдинов подписал контракт с «Амуром», championat.ru (24 августа 2010). 26 января 2011 тикшерелгән.
  5. Руслан Нуртдинов — снова в «Северстали», severstalclub.ru (15 июня 2011). 15 июня 2011 тикшерелгән.
  6. Руслан Нуртдинов остаётся в «Северстали», severstalclub.ru (1 июня 2012). 11 июня 2012 тикшерелгән.
  7. Руслан Нуртдинов завершил игровую карьеру, championat.com. 10 января 2016 тикшерелгән.