Нәжибә
Нәжибә |
Нәжибә — мосолман, шул иҫәптән башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары исеме.
Этимологияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Нәжибә исеме башҡорт теленә ғәрәп теленән килеп ингән. Мәғәнәһе затлы нәҫелдән, арҙаҡлы, юғары ҡатламдан, аҡһөйәк; аҫыл зат, аҡыллы тигәнде аңлата[1].
Билдәле шәхестәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Мәҡсүтова Нәжибә Хәйерзаман ҡыҙы (27 ноябрь 1932 йыл — 11 октябрь 2004 йыл) — башҡорт теле белгесе, йәмәғәтсе. 1957—1995 йылдарҙа хәҙерге Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеүҙәр үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты хеҙмәткәре, шул иҫәптән 1966 йылдан өлкән ғилми хеҙмәткәр, 1984 йылдан — бүлек мөдире, 1987 йылдан — баш, 1991 йылдан — төп ғилми хеҙмәтәр. 1990—2000 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһының Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте рәйесе. Филология фәндәре докторы (1981). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1983).
Нәжибә Әминева (9 декабрь 1945 йыл) — уҡытыусы, шағир. 1996 йылдан Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзаһы. Башҡорт АССР-ы мәктәптәренең атҡаҙанған уҡытыусыһы (1986).
Хәтмуллина Нәжибә Ғәлимйән ҡыҙы (рус. Хатмуллина Нажиба Галимьяновна; (1 сентябрь 1923 йыл — 6 апрель 1993 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышы яугиры, «За оборону Кавказа» миҙалы һәм 2-се дәрәжә Бөйөк Ватан һуғышы ордены менән бүләкләнгән.
Сафина Нәжибә Әхмәтнур ҡыҙы (2 март 1949 йыл) — татар шағиры, уҡытыусы һәм журналист.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. 2021 йыл 5 октябрь архивланған. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Башҡорт исемдәре / Таңһылыу Күсимова, Cветлана Бикҡолова. — Өфө: Китап, 2005. – 224 бит.
- Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
- Сулейманова Р. А. Башкирско-русский словарь-справочник личных имен и фамилий. — Уфа, 2013. — 364 с. ISBN 978-5-91608-111-4.
- Тупеев С. Х. Башкирский именник. Справочник личных имен с написанием вариантов на русском и башкирском языках. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Султанова Р. И. Русско-башкирский словарь — справочник личных имен, отчеств, фамилий. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Төпәев С. Х. Төрки сығанаҡлы һәм төрки элементлы башҡорт исемдәре. — Өфө, 2006.
- Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ
Аҙаштар тураһында мәҡәләләр исемлеге. Әгәр ҙә һеҙ бында Википедияның башҡа мәҡәләһенән яңылыш килеп сыҡһағыҙ, ул һылтанманы дөрөҫләргә кәрәк. Шулай уҡ булған мәҡәләләрҙең тулы исемлеген ҡарағыҙ. |