Нәсимә
Викидатала элемент тултырылмаған |
Нәсимә — мосолман, шул иҫәптән башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары исеме.
Этимологияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Нәсимә исеме башҡорт теленә ғәрәп теленән килеп ингән. Мәғәнәһе йомшаҡ ел; яғымлы, эскерһеҙ, ихлас, мөләйем, нескә күңелле тигәнде аңлата[1].
Билдәле шәхестәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Фазлыәхмәтова Нәсимә Миңлеғәле ҡыҙы (28 декабрь 1931 йыл — 29 декабрь 1996 йыл) — БАССР-ҙың Мәләүез районы Мәжит Ғафури исемендәге колхозының быҙау ҡараусыһы, Социалистик Хеҙмәт Геройы.
Тимерова Нәсимә Морат ҡыҙы (21 апрель 1971 йыл) — йырсы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы (2006).
Суфиянова Нәсимә Фәтих ҡыҙы (1949 йыл — ?) — башҡорт тел белгесе. Филология фәндәре кандидаты (1993). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2007).
Нәсимә Йыһаншина (Нәсимә Мансур ҡыҙы Җиһаншина, 1 апрель 1926 йыл — ?) — артист, РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы (1957).
Нәсима Размияр (фин. Nasima Razmyar,13 сентябрь 1984 йыл) — фин сәйәси эшмәкәре. Финляндия социал-демократик партияһы ағзаһы. Хельсинки ҡала советы депутаты һәм Хельсинки мэрының мәҙәниәт һәм ял мәсьәләләре буйынса урынбаҫары. Элек — 2015—2017 йылдарҙа эдускунта (парламент) депутаты.
Нәси́мә Кәли́м ҡыҙы Столяро́ва (17 февраль 1951 йыл) — Рәсәй дәүләт һәм сәйәси эшмәкәре. 2-се саҡырылыш Рәсәй Федерацияһы Дәүләт Думаһы депутаты (1995—1999), 2-се саҡырылыш Дәүләт Думаһында КПРФ фракцияһы ағзаһы. Өсөнсө саҡырылыш Татарстан Республикаһы дәүләт советы депутаты (2004—2009).
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. 2021 йыл 5 октябрь архивланған. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Башҡорт исемдәре / Таңһылыу Күсимова, Cветлана Бикҡолова. — Өфө: Китап, 2005. – 224 бит.
- Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
- Сулейманова Р. А. Башкирско-русский словарь-справочник личных имен и фамилий. — Уфа, 2013. — 364 с. ISBN 978-5-91608-111-4.
- Тупеев С. Х. Башкирский именник. Справочник личных имен с написанием вариантов на русском и башкирском языках. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Султанова Р. И. Русско-башкирский словарь — справочник личных имен, отчеств, фамилий. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Төпәев С. Х. Төрки сығанаҡлы һәм төрки элементлы башҡорт исемдәре. — Өфө, 2006.
- Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ
Аҙаштар тураһында мәҡәләләр исемлеге. Әгәр ҙә һеҙ бында Википедияның башҡа мәҡәләһенән яңылыш килеп сыҡһағыҙ, ул һылтанманы дөрөҫләргә кәрәк. Шулай уҡ булған мәҡәләләрҙең тулы исемлеген ҡарағыҙ. |