Нәҡиб әл-әшрәф

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Нәҡиб әл-әшрәф
Нәҡиб әл-әшрәф.

Нәҡиб әл-әшрәф (төр. Nakîbü’l eşrâf; рус. Накиб аль-ашраф) — Ғосман империяһында Мөхәммәт Пәйғәмбәрҙең тоҡомдары — алисыларға ҡағылышлы эштәр менән шөғөлләнгән кеше вазифаһы.

Бурыстары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Нәҡиб әл-әшрәф бер нисә була. Уның бурыстарына Пәйғәмбәрҙең вариҫтары өсөн шәжәрә исемлектәрен алып барыу, уларҙың тәртибен күҙәтеү, бәхәстәрҙе яйға һалыу, етемдәр, аҡылға зәғифтәр тураһында хәстәрлек күреү һ. б. инә. Уларҙың бурыстарына шулай уҡ үҙҙәрен Мөхәммәт Пәйғәмбәрҙең вариҫтары тип иғлан иткән кешеләрҙең шәхесен асыҡлау ҙа инә. Үҙҙәренең шәжәрәһен уйлап сығарғандарҙы һәм үҙҙәрен алисыларға бәйләгәндәрҙе мөтәсәйеттәр (ялған сәйеттәр) тип атайҙар[1].

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1400 йылда, солтан Баязит I ваҡытында, Ғосман империяһында алисылар эштәре менән шөғөлләнгән махсус дәүләт органы булдырыла. Солтан Мәхмәт II хакимлығы осоронда ул ваҡытлыса бөтөрөлә. 1494 йылдан нәҡиб әл-әшрәф вазифаһына Баязит II солтандың уҡытыусыһы Сәйет Мәхмүт тәғәйенләнә[1]. Ғосман империяһында нәҡиб әл-әшрәф вазифаһы, әһәмиәте аҙ булһа ла, йәшәүенең аҙағына тиклем һаҡлана[2]. Нәҡиб әл-әшрәфтәрҙең алисыларҙың төрлө эштәре менән шөғөлләнгән ҙур штаты була, уларҙың балаларының тыуыу фактын һәм исемдәрен теркәйҙәр, шәжәрә ағасын билдәләйҙәр һ.б. Мөхәммәт Пәйғәмбәрҙең һәр вариҫына туғанлыҡ фактын раҫлаусы махсус документ бирелә.

Ғосман империяһының әшрәф нәҡибтәре махсус кейемдәр кейгән[1].

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. 1,0 1,1 1,2 Али-заде, 2007
  2. Накиб-оль-эшраф // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]