Эстәлеккә күсергә

Панков Гений Викторович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Панков Гений Викторович
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 29 май 1924({{padleft:1924|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:29|2|0}})
Тыуған урыны Өфө, Өфө кантоны, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Вафат булған көнө 26 ноябрь 1994({{padleft:1994|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:26|2|0}}) (70 йәш)
Вафат булған урыны Өфө, Башҡортостан Республикаhы, Рәсәй
Һөнәр төрө уҡытыусы
Уҡыу йорто Өфө дәүләт авиация техник университеты
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Панков Гений Викторович (29 май 1924 йыл — 26 ноябрь 1994 йыл) — инженер-технолог, хужалыҡ эшмәкәре һәм юғары мәктәп уҡытыусыһы. 1974–1986 йылдарҙа Өфө приборҙар эшләү производство берекмәһе директоры. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Ленин (1971), Октябрь Революцияһы (1976), ике 1-се дәрәжә Ватан һуғышы (1943, 1985), Ҡыҙыл Йондоҙ (1943), ике «Почёт Билдәһе» (1957, 1966) ордендары кавалеры. СССР-ҙың Дәүләт премияһы (1979) һәм СССР Министрҙар Советы премияһы (1982) лауреаты. БАССР‑ҙың атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре (1966), РСФСР‑ҙың атҡаҙанған машиналар эшләүсеһе (1983), СССР‑ҙың Граждандар оборонаһы отличнигы (1980), РСФСР‑ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1979), почётлы авиатөҙөүсе (1984).

Гений Викторович Панков 1924 йылдың 29 майында Өфөлә тыуған.

1949 йылда Өфө авиация институтын тамамлай һәм 1964 йылға тиклем Өфөләге 161-се заводта эшләй.

Артабанғы эш урындары: 1959—1963 йылдарҙа Башҡорт АССР-ы Халыҡ Комиссарҙары Советы, 1964—1986 йылдарҙа — Өфө приборҙар эшләү заводында баш инженер, 1974 йылдан алып — директор, 1960—1988 йылда Өфө авиация институтында уҡыта. 1956—1958 йылдарҙа Ҡытайҙа эшләй.

Өфө приборҙар эшләү заводында Г. Панков етәкселегендә борт цифрлы хисаплау машиналар серияһы, самолеттар, вертолеттар өсөн пилотаж-навигация комплекстары үҙләштерелә, «Мир» космос станцияһының борт комплексы идара итеү системаһы булдырыла, Конструкторлыҡ Бюро төҙөлә.

Панков Гений Викторович — яҡынса 90 фәнни хеҙмәт һәм 16 уйлап табылған нәмәләр авторы.

Машиналар эшләү заводтарын проектлау. Өфө, 1970;

Дөйөм завод хеҙмәттәрен һәм сәнәғәт биналарҙы технологик проектлауы. Өфө, 1983.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • СССР дәүләт премияһы (1979)
  • Ленин ордены (1971)
  • Октябрь Революцияһы ордены (1976)
  • ике 1-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены (1943, 1985)
  • Ҡыҙыл Йондоҙ ордены (1943)
  • «Почёт Билдәһе» ордены (1957, 1966)
  • БАССР-ҙың атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре (1966)
  • РСФСР-ҙың атҡаҙанған машиналар төҙөүсеһе (1983)
  • СССР-ҙың граждандар оборонаһы отличнигы (1980)
  • РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1979)
  • Почётлы авиатөҙөүсе (1984).