Парийский Николай Николаевич

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Парийский Николай Николаевич
Заты ир-ат
Гражданлығы Flag of Russia.svg Рәсәй империяһы
Flag of Russia.svg Рәсәй республикаһы
Flag of the Russian Soviet Federative Socialist Republic (1918–1925).svg Совет Рәсәйе
Flag of the Soviet Union.svg СССР
Flag of Russia.svg Рәсәй
Тыуған көнө 17 (30) сентябрь 1900
Тыуған урыны Санкт-Петербург, Рәсәй империяһы[1]
Вафат булған көнө 29 март 1996({{padleft:1996|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:29|2|0}}) (95 йәш)
Вафат булған урыны Мәскәү ҡалаһы, Рәсәй
Ерләнгән урыны Хованск зыяраты[d]
Туған тел урыҫ теле
Һөнәр төрө астроном, геофизик
Эшмәкәрлек төрө астрономия[2], Геофизика[d][2], Космогония[d][2] һәм Гравиметрия[d][2]
Эш урыны М. В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университеты
Уҡыу йорто М. В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университеты
Ғилми дәрәжә физика-математика фәндәре докторы[d]
Ойошма ағзаһы СССР Фәндәр академияһы[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ленин ордены Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены

Николай Николаевич Парийский (17 (30) сентябрь 1900 йыл, Санкт-Петербург, Рәсәй империяһы — 29 март 1996, Мәскәү, Рәсәй Федерацияһы) — СССР астрономы һәм геофизигы, СССР Фәндәр академияһының ағза-корреспонденты. Ю. Н. Парийскийҙың атаһы.

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Санкт-Петербургта тыуған.

1924 йылда Мәскәү дәүләт университетының физика-математика факультетын тамамлағандан һуң, 1960 йылға тиклем Мәскәү дәүләт университетында уҡыта. 1935 йылдан алып СССР Фәндәр академияһының Ер физикаһы институтында эшләй (1956 йылдан — бүлек мөдире). СССР Фәндәр академияһының ағза-корреспонденты (1968 йылдың 26 ноябренән, Ер тураһында фән бүлеге — геофизика буйынса).

Астрономия өлкәһендәге төп хеҙмәттәре космогонияға, Ер әйләнеүе һорауҙарына, Ҡояш тажы тәбиғәтенә; геофизика өлкәһендә — Ерҙең һыу ҡалҡыу менән бәйле деформацияһын өйрәнеүгә, гравиметрияға бағышланған. СССР-ҙа гравиметрик тикшереүҙәргә нигеҙ һалыусыларҙың береһе. 1943 йылда Дж. X. Джинстың Ҡояш системаһының барлыҡҡа килеүе тураһында гипотезаһының нигеҙле түгеллеген иҫбатлай: В. Г. Фесенков менән бергә Ҡояштан яҡын йондоҙ тәьҫире аҫтында йолҡоп алынған есемдәрҙең орбиталарын иҫәпләй, һәм Ҡояш системаһы менән ярашлылыҡ таба алмай. Ер әйләнешенең миҙгелле тигеҙһеҙлегенең төрлө сәбәптәрен тәнҡит күҙлегенән ҡарай һәм полюстарҙың хәрәкәте лә, һауа массаларының миҙгелле күсеүе лә, океандарҙың температураһының үҙгәреүе лә күҙәтелгән эффектты аңлата алмай икәнлеген иҫбат итә. Ерҙең әйләнеү тиҙлегенең йыллыҡ вариацияларының иң мөмкин булған сәбәбе — хәрәкәт миҡдары моментының атмосферанан Ергә тапшырылыуы менән оҙатып барылған Ер атмосфераһының әйләнеше йоғонтоһо булыуын күрһәтә. Ерҙең әйләнеү тиҙлегенең быуат буйы әкренәйеүен баһалай.

1996 йылда вафат була. Хованский зыяратында ерләнгән[3].

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Баҫылып сыҡҡан хеҙмәттәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1920 йылдан алып 1996 йылға тиклем Н. Н. Парийскийҙың 120-гә яҡын фәнни хеҙмәте нәшер ителгән.

Ул үлгәндән һуң уның һайланма хеҙмәттәре баҫып сығарыла: Избранные труды / Н. Н. Парийский; Рос. акад. наук. Объед. ин-т физики Земли им. О. Ю. Шмидта; Отв. ред. В. Н. Страхов. — М.: ОИФЗ РАН, 2000. — 235 с., [1] л. портр. ил., табл. — ISBN 5-201-14917-0.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Колчинский И. Г., Корсунь А. А., Родригес М. Г. Астрономы. Биографический справочник. — Киев: Наукова думка, 1986.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]