Петер Келлнер
Петер Келлнер | |
Peter Kellner | |
Эшмәкәрлеге |
эшҡыуар, менеджер һәм социаль инвестор |
---|---|
Петер Келлнер[1] (ингл. Peter Kellner) — АҠШ эшҡыуары, менеджер һәм социаль инвестор, 1997 йылда Endeavor Global, Inc. нигеҙ һалыусы, 1999 йылда Richmond Global нигеҙ һалыусы һәм генераль партнёр; AdChina, Ltd., Obopay, Inc. һәм Athleta, Inc. директоры; Ашока фондының директорҙар советында тора[2][3][4][5].
Биография
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Петер Келлнер Венгрия иммигранттары нәҫеленән.
Петер Келлнерҙын ҡартаһы, һөйләүҙәренә ҡарағанда, СССР оккупацияһына тиклем унышлы Венгрия банкиры була, 1947 йылда кәләше һәм улы менән АҠШ күсеп китергә мөжбүр була[6]. Петерҙың иҫләүҙәренсә, Икенсе донъя һуғышында уның ҡартаһы Сталинград аҫтында һуғышта ҡатнаша[6]. Америкаға килгәс, Перетҙың ҡартаһы галстуктар эшләү заводында иҙән һепереүсе булып эшкә урынлаша[6]. Ун биш йылдан ул кемдәндер бурысҡа аҡса алып тора һәм ошо заводты һатып ала[6]. Ниндәйҙер ваҡыттан һуң, Петерҙың ҡәрсәһе һәм ҡартаһы заводты һаталар һәм Нью-Йорк штатының төньяҡ өлөшөндә ферма һатып алалар[6].
Келлнерҙың атаһы тамаҡ баҙарында эшләй[4].
Петер Келлнер Принстон университетында бакалавр дәрәжәһен ала (1987—1991)[4].
Петер Келлнер уҡыған саҡта АҠШ юғары уҡыу йорттарының Милли форумын булдыра, президент Рональд Рейган һәм башҡа лидерҙарҙың ядро ҡоралының мәсьәләһен телефизор аша аралашырға саҡыра[6].
1990 йылда шунда уҡ,социаль эшҡыуарҙар өсөн глобаль Ашока селтәрен булдырған, Билл Дрейтон менән таныша[6][7]. Уның йоғонтоһо аша, ул гүмер буйы Дрейтондың артынан барырға әҙер була (ингл. I am going to attach myself to this guy for the rest of my life)[6].
1991 йылда Венгрияға барыр өсөн[4][7] Фулбрайт стипендияһын ала (ингл. Fulbright Scholar).
1992 йылда венгер тирә-яҡ менән идара итеү Ассоциацияһына нигеҙ һала[4].
1980—1990 йылдарҙа бер нисә компанияға нигеҙ һала һәм идара итә: Рәсәйҙә Ural Petroleum Corporation (скажиналарҙы таҙалау менән шөғөлләнә, Ханты-Мансийск нефть корпорацияһына үҙгәртелә) һәм The Science, тағы ла Vectis Group[4][5][6].
Кельнер Йельск университетының юридик факультетында (1996—1999) доктор дәрәжәһен ала һәм Гарвард бизнес мәктәбендә MBA дәрәжәһен ала (1995—2003)[4].
1995 йылда Гарвардта уҡыған саҡта, Петер Келлнер Richmond Global венчур фондына нигеҙ һала[4][6]. Уның дуҫы асҡан Aquantive интернет-белдереү проекты уүышлы булып сыға[6].
Гарвардты тамамлағас Дрейтон менән бергә Латин Америкаһына сәйәхәт ҡылалар, унда улар Акоша фондына эшҡыуарҙар һайлауҙы күҙәтәләр[6][7].
Шул ваҡытта Линда Роттенберг менән таныша[6]. Улар һөйләшеп китеп, уларҙың дөйөм ҡыҙыҡһыныуҙары икәнен аңлайҙар, баштарына идея барлыҡҡа килә: «Әйҙә үҫешеүсе донъяла Стив Джобсты осратайыҡ»[6].
Ошо уйҙары менән 1997 йылда Линда Роттенберг менән Endeavor Global, Inc. халыҡ-ара коммерсия булмаған ойошма асалар, үҫешеүсе илдәрҙә бәләкәй һәм урта бизнесҡа социаль инвестиция йәлеп итеү[4][6][7]. Моделдең күберәк өлөшөн, икәүһе лә һоҡланған Акошанан алалар[6]. Келлнерҙың оҫта идара итә алыуы арҡаһында, тырышлығы менән ойошма эшләп китә һәм Майамила беренсе партнёр офисы асыла[4]. Петерҙың һүҙҙәренсә, ул бер ҡасан да Endeavorҙан эш хаҡы алмаған һәм тик ошо ойошмаһы үҫешһен тигән теләк менән йәшәгән[6].
2007 йылдан AdChina, Inc. директоры[4].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ В разных источниках Петер (Питер, Пётр) Келлнер (Келнер, Кельнер, Кёльнер).
- ↑ Morse, Jodie. Charity Without The Checks, TIME (5 ноябрь 2001). 24 март 2011 тикшерелгән. 2013 йыл 23 август архивланған.
- ↑ Peter Kellner (ингл.). Florida Internationzl University (202). Дата обращения: 23 май 2015.
- ↑ 4,00 4,01 4,02 4,03 4,04 4,05 4,06 4,07 4,08 4,09 4,10 Executive Profile Peter B. Kellner J.D. (ингл.). Bloomberg. Дата обращения: 23 май 2015.
- ↑ 5,0 5,1 Peter Kellner (ингл.). Aspen Global Leadership Network. Дата обращения: 23 май 2015. 2016 йыл 6 март архивланған.
- ↑ 6,00 6,01 6,02 6,03 6,04 6,05 6,06 6,07 6,08 6,09 6,10 6,11 6,12 6,13 6,14 6,15 6,16 Nancy Dahlberg. Q&A: Peter Kellner, entrepreneur, investor, even film-maker (ингл.). Miami Herald (6 август 2014). Дата обращения: 23 май 2015. Архивировано 10 июнь 2014 года. 2014 йыл 21 июль архивланған.
- ↑ 7,0 7,1 7,2 7,3 Jan Mazotti. Building Bridges Through Conscious Endeavor (ингл.). ICOSA (29 июнь 2011). Дата обращения: 23 май 2015. 2016 йыл 4 март архивланған.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Был кеше тураһында тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып Википедия проектына ярҙам итә алаһығыҙ
Мөмкин булһа был иҫкәрмәне анығырағы менән алыштырырға кәрәк.