Эстәлеккә күсергә

Петр I йорто (Санкт-Петербург)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Петр I йорто
Нигеҙләү датаһы 1703
Рәсем
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Санкт-Петербург
Барлыҡҡа килгән, эшләнгән үҙағас
Архитектура стиле сельский стиль[d]
Мираҫ статусы объект культурного наследия России федерального значения[d]
Рәсми сайт en.rusmuseum.ru/cabin-of…
Карта
 Петр I йорто Викимилектә

Петр I өйө — Санкт-Петербургтағы беренсе ҡаралты, батша Петр I 1703-1708 йылдарҙағы йәйге торлағы. Был майҙаны 60 м² ҙур булмаған ағас өйҙө һалдат-балта оҫталары өс көн эсендә Троицк майҙанынан алыҫ түгел урында 1703 йылдың 4 июнендә (24 майында) - 6 июнендә (26 майында)[1] төҙөгәндәр. Бында 1703 йылдың 7 июнендә (27 майында) Рәсәйгә яңы ерҙәр ҡушыуҙы һәм, йортто асып, яңы ҡаланы нигеҙләүҙе бер юлы байрам иткәндәр.

1930 йылда был йортта өй музейы асылған, бында шул дәүерҙең ысын артефакттары һәм Петрҙың үҙенең шәхси әйберҙәре ҡуйылған.

Өй төҙөү өсөн урынды Петропавловский ҡәлғәһе һаҡлап торған ерҙә һайлағандар, өй тәҙрәһенән стратегик яҡтан мөһим объекттарҙың береһе булған Нева һыу киңлектәре, тирә-яҡ һәм ҡәлғәнең бастиондары күренеп торған[2].

Өй урыҫ манераһында ҡарағай бүрәнәләрҙән ҡырып төҙөлгән. Уның соланы өйҙө ике өлөшкә бүлә. Бынан тыш йорттоң үҙенсәлектәре булып XVII быуат урыҫ архитектураһына хас итеп ишектәре сүкеп биҙәлгән металл ҡашаға менән көпләнгәнлеге торһа ла — батша йорто хужаһының голландия менән мауығыуын хәтерләтеп тора. Мәҫәлән, Петр, өйөнә таш йорт төҙөлөшө төҫөн бирергә теләп, бүрәнәләрҙе юнып тигеҙләргә һәм өҫтөн ҡыҙыл кирбестән төҙөлгән кеүек итеп буярға бойора, өйҙөң ҡыйыҡтарын да юғарыға ныҡ күтәртеп (йорттоң ҡыйығы бураһы өҫтөнән 5,7 метрға ҡалҡып тора), черепицаһын гонт менән ҡапларға, ә ғәҙәти булмаған ҙур тәҙрәләрен, рамдар яһап, бәләкәй өлөштәргә бүлергә hәм быяла менән көпләргә ҡуша. Өйҙөң мейесе һәм төтөн торбаһы кәрәк булмаған, сөнки йортта Петр йылдың йылы ваҡытында ғына йәшәгән. Ҡыйыҡ өҫтөн семәрле ағас мортира биҙәгән, ә ҡыйыҡ башының өҫтө буйлап «ялҡынланып торған бомба» урынлаштырылған. Йорттоң был юғалтылған элементтары батшаның бер үк ваҡытта Преображенский полкының почетлы бомбардирҙар ротаһының командиры булғанлығын да күрһәтеп торған. 1720-се йылдарҙағы документтарҙа йорт «старых красных хоромцев, что у двора Романа Вилимовича Брюса в роще» тигән исемде, йәки «ҡыҙыл ҙур күркәм йорт» исемен йөрөтә.

Петр заманынан һуң яҙмышы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Петр I бронза бюсы (скульптор П. Забелло)

Йәйге һәм Ҡышҡы һарай төҙөлгәндән һуң Пётр I был өйҙә йәшәмәй. 1731 йылға тиклем йорт буш тора, ошо йылда уның тирәләй таш галерея ҡуйғандар. Әммә галерея йортто һаҡлай алмай: быны 1777 йылдың21 сентябрендәге һыу баҫыу иҫбатлай. Шунлыҡтан Екатерина II йортто «ныҡлы нигеҙле таш чехол менән көпләп, ҡыйығын тимер менән ҡапларға» бойора, һәм 1784 йылда был фарман башҡарыла. 1844 йылда «футляр» архитектор Р. И. Кузьмин проекты буйынса тулыһынса һүтелә һәм урынына яңы чехол төҙөлә — ул ун алты бағанала торған штукатурланмаған аркаларҙан ғибәрәт. Өй ошо рәүешендә беҙҙең көндәргә тиклем килеп еткән.

XIX быуаттың икенсе яртыһында Нева яғынан бында баҡса булдырыла. 1852 йылда баҡса суйын рәшәткәләр менән уратып алынған. Бынан алда Петр йортона терәлеп торған баҡса ултыртыу һәм уны металл рәшәткә менән уратып алыу планлаштырылған булған. Был рәшәткәләр беҙҙең көндәргә тиклем һаҡланған. Өй алдында 1875 йылда скульптор Забелло Пармендың скульптор Жилле моделе буйынса эшләгән Петр I бюст-һәйкәле урынлаштырылған.

Йорт тәүҙә нисек булһа, шул рәүешенсә һаҡланған. Октябрь революцияһынан һуң өйҙө сиркәү (часовня) итеп ҡулланыу осоронда йортҡа әҙерәк үҙгәрештәр индерелгән була, әммә артабанғы реставрация барышында улар бөтөрөлгән.

1930 йылда өйгә тарихи-мемориаль музей статусы бирелә. Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында Петр I өйө ябылған. Уның ишек һәм тәҙрәләрен фанер таҡталар менән көпләп, өҫтөнә таҡталар ҡаҙап, һоро төҫкә майлы буяу менән буяп ҡуйғандар. Музейҙы һаҡлауҙы дежурныйҙар күҙәткән. 1944 йылдың сентябрендә Ленинград музейҙарын асырҙан алда иң беренсе Петр йортон асҡандар.

Һуғыштан һуңғы йылдарҙа реставрация эштәре үткәрелә. «Футляр»ға капиталь ремонт үткәрелә, уның барышында кирбес диуарҙары таҙартыла, ишек һәм тәҙрә уйымдарына быяла ҡуйыла, эсендә стеналар һәм түшәмдәр буяла, сиркәү торған саҡтағы мәрмәр иҙән таҡта иҙән менән алмаштырыла. Өй стеналары һәм түшәмдәре туҡыма менән көпләнә. Шулай уҡ өй тирә-янындағы рәшәткә тергеҙелә.

1958 йылда «футляр»ҙы йылытыу ойошторола, был музейға йыл әйләнәһенә эшләргә мөмкинлек бирә. 1971—1975 йылдарҙа ғилми реставрациялау үткәрелә. Музей экспозицияһы ике бүлектән тора: «футляр»ҙағы күргәҙмәләр һәм өй үҙе. Өйҙәге кабинетта, ашханала һәм йоҡо бүлмәһендә Петрҙың ысын шәхси әйберҙәре тора, шулай уҡ XVIII быуат башындағы көнкүреш әйберҙәре, 1700-1721 йылдарҙағы Төньяҡ һуғышы тарихи ваҡиғалары тураһында материалдар, Петербургҡа нигеҙ һалыу, шулай уҡ һәйкәлде төҙөү һәм реставрациялау тураһында материалдар бар.

Гранит яр буйында Неваға төшөү өсөн ауыш урын бар, уның ике яғына арыҫланға оҡшаған ши-цза мифологик йән эйәләренең һындары ҡуйылған, улар 1907 йылда Манчжурияның Гирин ҡалаһынан килтерелгән.

Өйгә ингән ишектең уң яғында батшаның буйын күрһәткән табличка эленгән — 2 метр 4 сантиметр.

  1. Домик Петра I (материал из книги В. Нестерова «Знаешь ли ты свой город?»). Дата обращения: 7 июль 2017. Архивировано 20 апрель 2013 года. 2013 йыл 20 апрель архивланған.
  2. Ширяев С. О. Домик Петра Великого // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
  • Зязева Л. К. Домик Петра I: Путеводитель по музею. — Л.: Лениздат, 1983. — 59 с.
  • Четверикова Н.В. Домик Петра I в Петербурге // Памятники культуры. Новые открытия : Ежегодник. — М.: Наука, 1995. — С. 454—461.
  • Кузнецова О.Н., Сементовская А.К., Штейман Ш.И. Летний сад, Летний дворец, Домик Петра I. — Л.: Лениздат, 1965. — С. 88—94. — 96 с.
  • А. Н. Петров, Е. А. Борисова, А. П. Науменко и др.; Гл. ред. Г. Н. Булдаков  4-е изд. /. Памятники архитектуры Ленинграда. — Л.: Стройиздат, Ленинградское отделение, 1976. — С. 218. — 574 с.
  • Өй һәм йорт Петр I / мурре а. н. Саар, М. Сморжевский-Смирнов. — СПб., 2015. ISBN 978-5-905011-13-9

Ҡалып:^v