Эстәлеккә күсергә

Погорелец Екатерина Константиновна

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Погорелец Екатерина Константиновна
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 18 ноябрь 1921({{padleft:1921|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:18|2|0}})
Тыуған урыны Һарытау өлкәһе, СССР
Вафат булған көнө 2013
Вафат булған урыны Дәүләкән, Башҡортостан Республикаhы, Рәсәй
Ерләнгән урыны Рублёвка
Һөнәр төрө китапханасы
Хәрби звание ефрейтор
Һуғыш/алыш Икенсе бөтә донъя һуғышы
Хәрби подразделение Санинструктор[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Погорелец Екатерина Константиновна (24 апрель 1921 йыл2013 йыл) — мәҙәниәт хеҙмәткәре, китапханасы, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, 2-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалеры (),Башҡортостандың (1951) һәм Рәсәй Федерацияһының (1957) атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Дәүләкән районы һәм Дәүләкән ҡалаһының почётлы гражданы (2011).

Екатерина Константиновна Погорелец 1921 йылдың 24 аперелендә Һарытау өлкәһе, Вольский районы, Сенной ҡасабаһында тыуған.[1] 7-се класты тамамлағандан һуң ауыл хужалығы техникумында уҡый. Хеҙмәт юлын Дәүләкән ҡасабаһындағы урындағы тирмән комбинатында башлай. 1940 йылда район комсомол конференцияһында әүҙем комсомол эше өсөн РК ВЛКСМ инструкторы итеп раҫлана. 1941 йылдың авгусында Екатерина Константиновнаның фронт юлы башлана. Комсомолдың «Ҡыҙҙар Тыуған илде һаҡлауға» комсомол Үҙәк Комитетының саҡырыуы буйынса Дәүләкән ҡасабаһынан 20 кеше фронтҡа саҡырыла һәм оҙатыла, улар араһында Екатерина Константиновна ла була. Сталинградтан Австрияға тиклем һуғыш юлын санитар-инструктор булып үтә. Ул 1945 йылдың ноябрендә ефрейтор званиеһында демобилизациялана.[1] 1946 йылдың февралендә Екатерина Константиновна район китапханаһы мөдире итеп тәғәйенләнә. Китапхананы өр-яңынан тергеҙеү өҫтөндә эшләй. Бер йылда фонд халыҡтан бүләккә алынған китаптар иҫәбенә 1600 данаға тиклем арттырыла. Йәш китапхана хеҙмәткәрҙәренә остаз була, уларға методик һәм практик ярҙам күрһәтә. 1946—1972 йылдар эсендә китапхана ысын мәғәнәһендә Дәүләкән районының мәҙәни-ағартыу үҙәгенә әүерелә. 1972 йылдың ғинуарынан Екатерина Константиновна мәҙәниәт бүлеге мөдире вазифаһында. Ул эшләгән осорҙа балалар һәм ҡала китапханалары, ҡала мәҙәниәт йорто, музыка училищеһы асыла. 14 ауыл китапханаһы һәм ауыл мәҙәниәт йорттары төҙөлә.[2]

1987 йылда хаҡлы ялға сыҡҡандан һуң Дәүләкән районы Ветерандар советы рәйесе итеп һайлана. Бер нисә тапҡыр район һәм ҡала советы депутаты итеп һайлана.2011 йылда Дәүләкән ҡалаһы һәм районының почётлы гражданы исеме бирелә.[3]

Погорелец Екатерина Константиновна 2013 йылда вафат була, Рублёвка ауылында ерләнә.[4]

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1951);

Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1957);

Хәрби ҡаҙаныштары өсөн 22 хәрби, юбилей һәм хеҙмәт миҙалдары менән бүләкләнгән.

  1. 1,0 1,1 /Память народа / Погорелец Екатерина Константиновна
  2. Министерство культуры Республики Башкортостан. Творцы истории билиотек Республики Башкортостан. — Уфа. — 24 с.
  3. Муниципиальный район Давлекановский район Республики Башкортостан. Погорелец Екатерина Константиновна.(недоступная ссылка)
  4. Участники войны. Место захоронения. Дата обращения: 13 февраль 2024.

Министерство культуры Републики Башкортостан. Творцы истории билиотек Республики Башкортостан. — Уфа. — 24 с.