Эстәлеккә күсергә

Попов Валентин Петрович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Попов Валентин Петрович
Зат ир-ат
Тыуған көнө 29 апрель 1894({{padleft:1894|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:29|2|0}})
Тыуған урыны Рыльск, Курск губернаһы[d], Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 6 сентябрь 1976({{padleft:1976|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:6|2|0}}) (82 йәш)
Вафат булған урыны Киев, Украина Совет Социалистик Республикаһы, СССР
Һөнәр төрө ғалим
Эш урыны Тарас Шевченко исемендәге Киев милли университеты
Уҡыу йорто М. В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университеты
Ғилми дәрәжә география фәндәре докторы[d]

Попов Валентин Петрович (29 апрель 1894 йыл6 сентябрь 1976 йыл) — украин совет ғалимы, география фәндәре докторы, профессор. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы.

1894 йылдың 29 апрелендә Курск губернаһының Рыльск ҡалаһында тыуған.

1913—1915 йылдарҙа Киев университетында уҡый, ә 1916 йылда Мәскәү университетында уҡыуын дауам итә һәм уны 1918 йылда тамамлай.

Бөйөк Ватан һуғышына тиклем Киевта Украина ғалимдары комитетының метеорология секцияһында эшләй. Һуңынан Млиевский агрометеорология бүлеге етәксеһе а, Украин йәшелсәселек ғилми-тикшеренеү институтының агрометереология лабораторияһы етәксеһе, Борисполь ғилми-тикшеренеү геофизик обсерваторияһының агрометеорология бүлеге етәксеһе була. Шулай уҡ Алматыла (Ҡаҙаҡ ССР-ы) агрометеорология станцияһы начальнигы булып эшләй[1].

Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша. 1943 йылда «Баланс влаги в почве и его географические коэффициенты» темаһына докторлыҡ диссертацияһы яҡлай. 1944—1953 йылдарҙа Украина ССР-ының Киев геофизик обсерваторияһының гидрометеорология хеҙмәте етәксеһе була. Шулай уҡ Киев дәүләт университетында эшләй, 1948 йылдан 1952 йыл буйынса ғилми-тикшеренеү иснтитутының физик география бүлеге етәксеһе була. 1952 йылдан алып — геогрфия факультетының метеорология һәм климатология кафедраһы профессоры, кафедра мөдире була, 1953—1974 йылдарҙа кафедра мөдире була һәм «Климатология» һәм «Геодинамика» курстарынан студенттарға лекциялар уҡый.

В. П. Поповтың ғилми тикшеренеү өлкәһе: Украинаның физик-географик районлаштырыуы мәсьәләләре, агроклиматология һәм агрометеорология мәсьәләләре. 1940 йылда ул тупраҡты быуландырғыс-лизиметр[en], уйлап таба, ужым культураларын еңелсә туңдырыу өсөн туңдырғыс һәм үҫемлектәрҙең транспирацияһына һыуҙың сығымын өйрәнеү өсөн вегетацион йыйылмалы өй төҙөй.

Ул 60-тан ашыу фәнни хеҙмәт һәм 3 уйлап табыу авторы була, улар араһында:[1]

  • Почвенная влага и методы её изучения. — Москва, 1928.
  • Методика и материалы по изучению почвенной влаги: Монография. — Киев, 1932.
  • Баланс влаги в почве и показатели сухости климата УССР: Монография. — Киев, 1944.
  • Физико-географическое районирование Украинской ССР: Монография. — Киев, 1968.
  • Климат и агроклиматическое районирование УССР и СССР / Национальный атлас. — Киев, 1972. Том І (в соавторстве).

1976 йылдың 6 сентябрендәә Киевта вафат була.

Миҙалдар менән бүләкләнгән, улар араһында «1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы ла бар.

  • Географи Київського університету. — К., 2003.
  • Кафедрі метеорології та кліматології Київського національного університету імені Тараса Шевченка — 55 років. — К., 2004.
  • Географічний факультет у персоналіях. / Олійник Я. Б., Бортник С. Ю., Гродзинський М. Д., Дмитрук О. Ю. та інші. — К.: ВГЛ «Обрії», 2008.