Прометей
Прометей | |
бор. грек. Προμηθεύς | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Ерләнгән урыны | Аргос[d] |
Атаһы | Иапет[d][1] |
Әсәһе | Климена[d][1] |
Бер туғандары | Эпиметей[d][1], Менетий[d][1] һәм Атлант[d][1][2] |
Хәләл ефете | Pronoia[d], Келено[d], Аксиотия[d] һәм Климена[d] |
Балалары | Девкалион[d][1], Thebe[d], Химерий[d], Лик[d], Айдос[d] һәм Эллин[d] |
Алла ... ҡарай | Боронғо грек мифологияһы |
Телгә алынған хеҙмәттәр | Small Moral Works[d] һәм Прометей прикованный[d] |
Уйҙырма донъянан | Боронғо грек мифологияһы |
Файлы артиста по адресу | Швейцария башҡарыу сәнғәте архивы[d] |
Досье в | Швейцария башҡарыу сәнғәте архивы[d][3] |
Прометей Викимилектә |
Прометей (бор. грек. Προμηθεύς, һүҙмә-һүҙ — «ҡайғыртыусы»", «алдан күрә белеүсе») — боронғо грек мифологияһында титандарҙан берәү, кешеләрҙе илаһтар башбаштаҡлығынан яҡлаусы[4] скифтар батшаһы[5][6]. Зевстың ике туған ағаһы[7][8][9]. Титан Иапет менән Клименаның (Аполлодор буйынса — Асияның) улы[10], Евфорион буйынса — Гера һәм титан Евримедонттың улы[7][11], Евфорион буйынса — Гераның һәм титан Евримедонттың улы[12]. Атлант, Менетий һәм Эпиметейҙың ағайы. Гесионаның ире[11], Девкалиондың (вариант буйынса — Пандоранан[7]), Ионың (Истрға ярашлы) атаһы.
Прометей исеме «алдан уйлаусы»," алдан күрә белеүсе " тигәнде аңлата (ағаһы Эпиметейҙың — «аҙаҡ уйлаусы», «ныҡлы артҡы аҡыл» исеменә ҡапма-ҡаршы[7]). Уның исеме шулай уҡ प्रमन्थ (pramantha IAST) санскрит һүҙен грек телендә дөрөҫ уҡымау сәбәпле барлыҡҡа килеүе ихтимал, (pramantha IAST) йәғни ул үҙе уйлап тапҡан ут алыу өсөн таяҡса[13].
Мифологияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Кешеләренең бөтә сәнғәте Прометейҙан |
- Кешеләрҙе барлыҡҡа килтереү
Прометейҙың кешеләрҙе булдырыуы тураһында миф һуңғы традицияға ҡарай (беҙҙең эраға тиклем IV быуат)[14]. Гесиодҡа ярашлы, Прометей кешеләрҙе тупраҡтан әүәләгән, ә Афина уларға һулыш өргән[15]; Проперция һүрәтләгән ентекле версияла, — кешеләрҙе, ерҙе һыу менән ҡатнаштырып балсыҡтан (Гесиодта был юҡ) әүәләгән[14][16]; уларҙы илаһтарға оҡшаш күккә ҡараған итеп яралтҡан[17]. Башҡа миф буйынса, Прометей һәм Эпиметейға илаһтар булдырған кешеләр һәм хайуандар араһында һәләттәрҙе бүлеү йөкмәтелә; кешеләр яҡлауһыҙ ҡала, сөнки Эпиметей ерҙә йәшәүгә бөтә һәләттәрҙе хайуандарға сарыф итә. Быны асыҡлағас, Прометей кешеләр өсөн ут урлай[17][18].
- Меконда Зевсты алдау
Меконда[en] ҡорбан килтереү тураһында, хайуандың ниндәй өлөшө — илаһтарға, ә ҡайһыһы кешеләргә ҡалырға тейеш тигән һорау килеп тыуғас — Прометей үгеҙ түшкәһен ошолай бүлә: бер өйөмгә ашарға яраҡлы ит һала, уны тире менән йәшерә һәм хайуандың насар еҫле ашҡаҙаны менән ҡаплай, ә икенсеһенә — май киҫәктәре менән ҡапланған һөйәктәрҙе һала, һәм Зевсҡа үҙенә һайларға тәҡдим итә. Зевс иһә, һөйәктәрҙе һайлап, алдана, шуға күрә кешеләрҙән утты тартып ала[14][17][19][20]. Тап шул ваҡытта илаһтарға ҡорбан килтереү тәртибе үҙгәрә: элек хайуанды тулыһынса яндырғандар, хәҙер иһә — һөйәктәрен генә[14][21]. Шулай уҡ үгеҙҙе беренсе Прометей үлтерҙе тип иҫәпләйҙәр[22].
- Ут урлау
Мифтың боронғо версияһы буйынса, Прометей утты Гефестан урлай, Олимптан алып китә һәм уны кешеләргә тапшыра. Быны ул ҡамыштың (нарфекс) эсе ҡыуыш һабағында осҡондо йәшереп эшләй[* 1][14][18][23] һәм кешеләргә, уны көлгә күмеп һаҡлау мөмкинлеген күрһәтә[17][24]. Аңлатмала ул ут ҡабыҙа торған «ут таяҡсаларын» уйлап тапҡан[25]. Яза итеп Зевс кешеләргә беренсе ҡатынды — Пандораны ебәрә. Миф версияһы буйынса, Прометейға ут алырға Афина ярҙам итә[17].
Прометейға яза биреү
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ут урлаған өсөн Зевс Гефестҡа (йә Гермесҡа[24]) Прометейҙы (Колхидала<[17] йәки Скифияла[8][20]) Кавказ тауҙары ҡаяһына бығаулап ҡуйырға бойора[26]. Ул Зевсты тыңламағаны өсөн язаға тарттырыла[* 2].
Прометей бер туҡтауһыҙ ғазапҡа дусар ителә — ҡабат-ҡабат осоп килгән бөркөт көндөҙ уның бауырын суҡый[* 3][27], уның, үҡлемһеҙҙең бауыры төн эсендә йәнә ҡабат үҫеп сыға. Был ғазаптар бөтә героик быуат дауамында[8], төрлө антик сығанаҡтар буйынса, бер нисә быуаттан алып 30 мең йылға тиклем (Эсхил буйынса[28]), Геракл үҙенең дан-шөһрәтен нығытыу өсөн[14] уҡ менән бөркөттө үлтергәнгә һәм Прометейҙы азат иткәнгә тиклем дауам итергә тейеш була. Был хәл Прометейҙың Иоһы барлыҡҡа килеүенән 13-сө быуында[29], Троя һуғышы алдынан була[8].
Прометей Гераклға Гесперидтарға юл күрһәтә[30]. Рәхмәт йөҙөнән ул бөркөттө йәйәнән уҡ менән атып үлтерә Һәм Зевсты асыуын бөтөрөргә күндерә[31]. Зевс Прометейҙы азат иткәндә, уның бер бармағын ҡая ташы һәм тимер менән сырмай, шул ваҡыттан алып кешеләр балдаҡтар кейә[32]. Прометей азат ителгәндән һуң уның менән Зевс араһында татыулашыу бара, был, бер фекер буйынса, Прометейҙың тантанаһы тигәнде аңлата[8]. Прометейҙың Харонды һатып алырға маташыуы, әммә һөҙөмтәһеҙ булыуы хаҡында хикәйә бар[33].
Прометей культы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Прометей культы тәүгә Грецияла Лемнос утрауында урынлаша. Дөйөм билдәле антик традицияға ярашлы, Прометей Лемнос — Мосихл[el] утрауындағы тауҙан ут урлай[34]:
Уның ҡорбан салыу урыны Афина Академияһында[35]. Прометей культы Колонда[36]. Прометей ҡәберҙәрен Аргоста һәм Опутала күрһәтәләр (Аргоста утты уйлап табыусы тип Форонейҙы иҫәпләһәләр ҙә)[37]. Ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса, ул Тубыҡланған (Геркулес) йондоҙлоғона әүерелгән[38]. Кешеләр миһрабтарҙа, илаһтар Прометейҙыҡы урынына уның бауыры менән ләззәтләнһндәр өсөн, ҡорбан ителгән хайуандарҙың бауырын яндырғандар[30].
Әҙәбиәттә һәм сәнғәттә
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Эсхилдың "Бығауланған Прометей " трагедияһында утты урлау мотивына, Прометейҙы кешелек цивилизацияһының ҡаҙаныштарына өлгәштергән бөтә мәҙәни байлыҡтарҙы беренсе асыусы булараҡ һүрәтләү өҫтәлгән: ул кешеләрҙе торлаҡ төҙөргә һәм металл сығарырға, ер эшкәртергә һәм караптарҙа йөҙөргә, уларҙы яҙырға, иҫәп-хисапҡа, йондоҙҙарҙы күҙәтергә өйрәткән. Эсхилдың кешеләрҙе яратҡан өсөн язаланған Прометейы Зевсҡа ҡыйыу саҡырыу ташлай һәм, ҡурҡыныс ғазаптарға ҡарамаҫтан, үҙенең хаҡлығын яҡларға әҙер.
Эсхилдың "Бығауланған Прометей ", «Азат ителеүсе Прометей» («Прометей освобождаемый») һәм «Прометей-ут йөрөтөүсе» трагедияларының, «Прометей-ут яғыусы» («Прометей-огневозжигатель») сатира драмаһының, билдәһеҙ авторҙың «Прометей» пьесаһының, Аристофандың «Ҡоштар» комедиһының, Акцийҙың «Прометей» трагедияһының, Антифандың «Сотворение человека (Антропогония)» комедияһының геройы. Софоклдың «Колхидянки» трагедияһында телгә алына(франц. 340 Рт).
Боласы-ғазап сигеүсе Прометей образының гуманистик һыҙаттары шиғриәттә (Дж. Байрон, П. Б. Шелли, Н. П. Огарев (Прометей), Т. Г. Шевченко, Готье (Прометей һәм башҡалар)[39], шулай уҡ музыкала (Ф. Лист, А. Н. Скрябин һәм башҡалар) һәм һынлы сәнғәттә (Тициан, Ф. Г. Гордеев һәм башҡалар) үҫеш ала[4].
Кальдерондың («Просвещение» драмаһы), Гете, Бетховендың әҫәрҙәрендә Прометей тураһындағы тупраҡтан әүәләп һәм аңға эйә булған тәүге кешеләрҙе барлыҡҡа килтереүсе булараҡ мифтың һуңғы антик версияһы сағылыш таба.
Мэри Шеллиҙың «Франкенштейн, или Современный Прометей» романы яһалма кешене терелткән Виктор Франкенштейнды Прометей менән сағыштыра.
Эсхил һүрәтләгән көрәшсе илаһ Прометейҙың ғорур килешмәүсәнлеге К. Марксҡа уны «фәлсәфәүи календарҙа иң бөйөк изге һәм ғазап сигеүсе» тип атарға нигеҙ бирә[4][40].
Роберт Антон Уилсон шул уҡ исемле китабында, иң фундаменталь һәм радикаль азатлыҡ символы булараҡ. баш күтәреүсе Прометей образын тыуҙыра.
Нью-Йоркта Рокфеллер үҙәгендә Прометей статуяһы урынлашҡан, ул америка скульпторы Пол Маншип[en] тарафынан бронзанан яһалған һәм алтын ялатылған (ҡара. фото).
Каменскийҙа Прометей статуяһы 1923 йылда ҡуйыла, һуңынан ул ҡаланың символына әүерелә.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 1,5 Любкер Ф. Prometheus (урыҫ) // Реальный словарь классических древностей по Любкеру / под ред. Ф. Ф. Зелинский, А. И. Георгиевский, М. С. Куторга, Ф. Гельбке, П. В. Никитин, В. А. Канский, пер. А. Д. Вейсман, Ф. Гельбке, Л. А. Георгиевский, А. И. Давиденков, В. А. Канский, П. В. Никитин, И. А. Смирнов, Э. А. Верт, О. Ю. Клеменчич, Н. В. Рубинский — СПб.: Общество классической филологии и педагогики, 1885. — С. 1109—1110.
- ↑ Любкер Ф. Atlas (ii) (урыҫ) // Реальный словарь классических древностей по Любкеру / под ред. Ф. Ф. Зелинский, А. И. Георгиевский, М. С. Куторга, Ф. Гельбке, П. В. Никитин, В. А. Канский, пер. А. Д. Вейсман, Ф. Гельбке, Л. А. Георгиевский, А. И. Давиденков, В. А. Канский, П. В. Никитин, И. А. Смирнов, Э. А. Верт, О. Ю. Клеменчич, Н. В. Рубинский — СПб.: Общество классической филологии и педагогики, 1885. — С. 181—182.
- ↑ https://data.performing-arts.ch/c/cf089335-e9cd-476b-898a-f6c12737cb2d / под ред. Швейцария башҡарыу сәнғәте архивы
- ↑ 4,0 4,1 4,2 Прометей // Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
- ↑ Die Fragmente der griechischen Historiker (FGrHist) 31 F30 (Herodorus Heracleensis)
- ↑ Fragmenta historicorum Graecorum (FHG) Vol.II, Lib.I, s.34 (Herodorus Heracleensis) F23
- ↑ 7,0 7,1 7,2 7,3 Греческая мифология. ПРОМЕТЕЙ . ancientrome.ru. Дата обращения: 27 декабрь 2016. Архивировано 7 декабрь 2016 года.
- ↑ 8,0 8,1 8,2 8,3 8,4 8,5 Тахо-Годи А.А. Античная литература . АБЗАЦ. lib.co.ua. Дата обращения: 27 декабрь 2016. Архивировано 21 август 2017 года.
- ↑ Аза Алибековна Тахо-Годи. Греческая мифология / Е. В. Федорова, Г. И. Соколова. — М.: Искусство, 1989. — С. 23. — 304 с.
- ↑ Аполлодор. Мифологическая библиотека = Βιβλιοθήκη / Пер., предисл. и комм. А. Шапошникова. — М.: Эксмо, 2006. — 413 с. — (Антология мудрости). — ISBN 5-699-18359-0.(недоступная ссылка)
- ↑ 11,0 11,1 Эсхил. Прометей прикованный. — 443-444 гг. до н. э. — 560 с.
- ↑ Евстафий. Комментарий к «Илиаде» Гомера XIV 294 // Вестник древней истории. 1947 г. № 1. С. 290
- ↑ Грейвс, Роберт. Мифы Древней Греции = The Greek myths. — М.: Прогресс, 1992. — 619 с. — ISBN 5-01-001587-0.
- ↑ 14,0 14,1 14,2 14,3 14,4 14,5 PSYLIB® — М. Элиаде. ИСТОРИЯ ВЕРЫ И РЕЛИГИОЗНЫХ ИДЕЙ, том первый . Дата обращения: 6 апрель 2015. Архивировано 6 сентябрь 2015 года.
- ↑ Гесиод, подложный фр. 382 М.-У.; Лукиан. Прометей 13
- ↑ Проперций. Элегии III 5, 7-10; Гигин. Мифы 142
- ↑ 17,0 17,1 17,2 17,3 17,4 17,5 Прометей // Щеглов Г., Арчер В. Мифологический словарь, 2006 г. Дата обращения: 6 апрель 2015. Архивировано 12 апрель 2015 года.
- ↑ 18,0 18,1 Судьба людей и соперничество Прометея с Зевсом 2015 йыл 14 апрель архивланған. // Тахо-Годи А. А., Греческая мифология, М.: «Искусство», 1989
- ↑ Гесиод. Теогония 535—562
- ↑ 20,0 20,1 Реальный словарь классических древностей
- ↑ Лукиан. Прометей 3; Гигин. Астрономия II 15, 1
- ↑ Плиний Старший. Естественная история VII 209 2015 йыл 28 апрель архивланған. // Лосев А. Ф. Мифология греков и римлян. М., 1996. С. 156
- ↑ Гесиод. Теогония 565—567, Труды и дни 52; Эсхил. Прикованный Прометей 109
- ↑ 24,0 24,1 Гигин. Мифы 144
- ↑ Диодор Сицилийский. Историческая библиотека V 67, 2
- ↑ Псевдо-Аполлодор. Мифологическая библиотека I 7, 1
- ↑ Эволюция представлений о душе в культуре Древней Греции . Дата обращения: 28 декабрь 2015. Архивировано 7 ғинуар 2016 года.
- ↑ Гигин. Мифы 54; 144; Гигин. Астрономия II 15, 3
- ↑ Карл Кереньи. Прометей: архетипический образ человеческого существования / Переводчик: Иван Ерзин. — М: Касталия, 2021. — 216 с. — ISBN 978-5-521-16184-3.
- ↑ 30,0 30,1 Гигин. Астрономия II 15, 5
- ↑ Гесиод. Теогония 526—534; Диодор Сицилийский. Историческая библиотека IV 15, 2; Гигин. Мифы 31
- ↑ Гигин. Астрономия II 15, 4; Плиний Старший. Естественная история XXXVII 2
- ↑ Гораций. Оды II 18, 35-36
- ↑ Цицерон. Тускаланские беседы. II О преодолении боли. X (23)
- ↑ Павсаний. Описание Эллады I 30, 2
- ↑ Софокл. Царь Эдип 55
- ↑ Павсаний. Описание Эллады II 19, 8
- ↑ Гигин. Астрономия II 6, 4
- ↑ Арахамия И. Д. Интерпретация образа Прометея в мировой литературе . Дата обращения: 6 апрель 2015. Архивировано из оригинала 14 апрель 2015 года. 2015 йыл 14 апрель архивланған.
- ↑ Эсхил // Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
Комментарий
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Этот тростник имеет внутренность, заполненную белой мякотью, которая может гореть как фитиль (Примечания В. Г. Боруховича в кн. Аполлодор. Мифологическая библиотека. Л., 1972. С. 133; Комментарий Д. О. Торшилова в кн. Гигин. Мифы. СПб, 2000. С. 176)
- ↑ На прощание Гефест (либо Гермес) сказал ему: «Люди будут помнить тебя». Схолии к Аполлонию Родосскому. Аргонавтика II 1249 // Вестник древней истории. 1947. № 3. С. 291.
- ↑ Олицетворявшую средоточие жизни в человеческом организме согласно гомеровским представлениям.