Эстәлеккә күсергә

Маркин Пётр Яковлевич

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Пётр Маркин битенән йүнәлтелде)
Маркин Пётр Яковлевич
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 10 ноябрь 1927({{padleft:1927|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:10|2|0}})
Тыуған урыны Башҡортостан Республикаhы, РСФСР, СССР
Әбйәлил районы, СССР
Вафат булған көнө 16 сентябрь 2001({{padleft:2001|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:16|2|0}}) (73 йәш)
Вафат булған урыны Магнитогорск, Силәбе өлкәһе, Рәсәй
Ерләнгән урыны Левобережное кладбище (Магнитогорск)[d]
Эшмәкәрлек төрө хирург[d] һәм уролог[d]
Уҡыу йорто Рәсәй Федерацияһы Һаулыҡ һаҡлау министрлығының Көньяҡ Урал дәүләт медицина университеты
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
РСФСР-ҙың атҡаҙанған табибы Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены «Хеҙмәт батырлығы өсөн» миҙалы

Маркин Пётр Яковлевич (10 ноябрь 1927 йыл — 16 сентябрь 2001 йыл) — СССР һәм Рәсәй табибы, уролог, хирург. РСФСР-ҙың атҡаҙанған табибы (1972). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1986) кавалеры. Һаулыҡ һаҡлау ветераны (1981) һәм Магнитка ветераны (1983).

Магнитогорск ҡалаһында урология хеҙмәтенә нигеҙ һалыусы һәм уны ойоштороусы, Г. И. Дробышев исемендәге 1-се ҡала дауаханаһының урология бүлеге етәксеһе.

Пётр Яковлевич Маркин 1927 йылдың 10 ноябрендә Башҡорт АССР-ының Әбйәлил районы Гусев ауылында тыуған.

1944—1947 йылдарҙа Магнитогорск металлургия комбинатында эшләй. 1953 йылда Силәбе дәүләт медицина институтын (хәҙер Көньяҡ-Урал дәүләт медицина университеты) тамамлай; һуңынан Ленинград, Мәскәү һәм Ереван медицина институттары ҡарамағындағы табиптарҙың квалификацияһын камиллаштырыу курстарында белемен арттыра.

Институтты тамамлағас, 1953 йылдан алып «Магнитострой» тресының медик-санитар часында хирург булып эшләй. 1958 йылдан — хирург-уролог, 1966 йылдан алып — урология бүлеге мөдире, ә 1994 йылдан алып — Г. И. Дробышев исемендәге 1-се ҡала дауаханаһының табип-консультанты. Бер үк ваҡытта 1966—1994 йылдарҙа — Магнитогорск ҡалаһының штаттан тыш урологы. Ҡалала беренсе булып бер нисә уникаль һәм ҡатмарлы операция яһай.

Табиплыҡ эше менән бер рәттән йәмәғәт эшмәкәрлеге менән дә шөғөлләнә: Магнитогорск ҡала урология хеҙмәтен ойоштора. Урологтарҙың үҙ мәктәбен булдыра, бер нисә уҡыусы тәрбиәләй, улар иҫәбендә юғары квалификациялы табиптар: В. П. Байкин, Г В. Мингалев, В Г. Новиков һәм ҡаланың штаттан тыш урологы А. П. Мамаев[1].

2001 йылдың 16 сентябрендә Магнитогорск ҡалаһында вафат була. Ҡатыны Надежда Макаровна эргәһендә һул яҡ яр буйы зыяратында ерләнгән.[2]

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • РСФСР-ҙың атҡаҙанған табибы (1972).
  • Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1986) һәм миҙалдар, шул иҫәптән «Хеҙмәт батырлығы өсөн» миҙалы (1970).
  • Һаулыҡ һаҡлау ветераны (1981)
  • Магнитка ветераны (1983).[3]
Тышҡы медиафайлдар

2019 йылдың 23 ноябрендә Магнитогорск ҡалаһының Горький урамындағы П Я Маркин йәшәгән 27-се йортҡа мемориаль таҡтаташ ҡуйыла[4].

Бер нисә йыл П. Я. Маркин менән бер дауаханала эшләгән Краузе Оскар Фридрихович уның тураһында былай тип һөйләй:[3]

«Пётр Яковлевич Маркин иҫ киткес оҫта уролог ине; уның һымаҡ башҡа берәүҙе мин бер ваҡытта ла осратманым. Виртуоз, башҡа һыймаҫлыҡ диагноз ҡуйыусы. Мәскәү урологтарының күсмә циклында Мәскәү доценты оҙаҡ ҡапшап таба алмаған һәм Петр Яковлевич менән бәхәсләшергә маташҡан ярайһы уҡ һимеҙ ауырыуҙың даға һымаҡ бөйөрөн ул еңел генә пальпациялауын бер ваҡытта ла онотмайым. Иҫ киткес яҡшы кеше һәм бик иғтибарлы һәм әҙәпле иптәш ине».