Эстәлеккә күсергә

Әдүтов Рафаэль Мәсғүт улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Рафаэль Адутов битенән йүнәлтелде)
Рафаэль Мәсғүт улы Әдүтов
Тыуған көнө

1948({{padleft:1948|4|0}})

Тыуған урыны

РСФСР, Пермь өлкәһе, Барҙы районы, Барҙы ауылы

Гражданлығы

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССРРәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Рафаэль Мәсғүт улы Әдүтов (1948 йылда тыуған) — публицист, педагог, йәмәғәт эшмәкәре.

Әдүтов Рафаэль Мәсғүт улы 1948 йылда Пермь өлкәһе Барҙы районы Барҙы ауылында тыуған. Сығышы менән башҡорт кантон башлыҡтары Әдүтовтар нәҫеленән.

1953—1966 йылдарҙа Барҙы урта мәктәбендә уҡый. 1966—1971 йылдарҙа Ҡазан педагогия институтында белем ала[1].

1971 йылдан Яр Саллы ҡалаһында йәшәй. 1971—1990 йылдарҙа ҡала урта мәктәбендә уҡытыусы булып эшләй.

1989—1993 йылдарҙа СССР, БДБ, Рәсәй Федерацияһы мосолман ойошмаларының халыҡ-ара бүлеге рәйесенең советнигы, 1992—1996 йылдарҙа — сит илдәрҙә йәшәүсе ватандаштар менән бәйләнеш буйынса «Ватан» йәмғиәтенең ҡала бүлеге рәйесе[2].

Яр Саллы дәүләт педагогия институтының ғилми-тикшеренеү бүлеге методисы, өлкән уҡытыусы, доценты булып эшләй.

2004—2007 йылдарҙа — Бөтә донъя татарҙары конгрессының халыҡ-ара мөнәсәбәттәр комитеты ағзаһы, бер үк ваҡытта 2004 йылдан — Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының төбәк-ара мөнәсәбәттәр комитеты ағзаһы. Яр Саллыла башҡорт мәктәбен ойоштороуына булышлыҡ күрһәтә[3].

Төркиәлә (1990, 1993, 1995 йылдарҙа), Ҡытайҙа (1993, 1995 йылдарҙа), Японияла (1977, 1988, 1989, 1995, 2003, 2007, 2009 йылдарҙа) була, сит илдәрҙә йәшәгән милләттәштәре менән бәйләнеш булдыра.

«Татаро-башкирская эмиграция в Японии» һәм «Дети Удигутов» монографиялары, публикациялар авторы.

  • Адутов Р. М. Татаро-башкирская эмиграция в Японии. — Набережные Челны, 1997.
  • Адутов Р. М. Япониядәге кардәшләребез. // Майдан: журнал. —Набережные Челны. — Август, 2001.
  • Адутов Р. М. Татаро-башкирская эмиграция в Японии. — Набережные Челны, 2001. — 154 c.
  • Адутов Р. М. Тюрко-татарская эмиграция на Востоке // Сборник по материалам конференции «Глобализация и национальная самобытность». — Казань. 2003.
  • Адутов Р. М. Тюрко-татарская эмиграция на Дальнем Востоке // Вестник НГПИ. Сборник научных трудов. Выпуск 3. — Наб. Челны, 2004.
  • Адутов Р. М. Татаро-башкирская эмиграция в Японии. — Набережные Челны: Наб. челнинский госпединститут, 2006. — 235 с.
  • Адутов Р. Из истории родословной И. Тасимова // Ватандаш. — 2007. — № 4. — ISSN 1683-3554.
  • Адутов Р. М. Татарская и башкирская эмиграция в Японии. 3-е изд. — Набережные Челны: НГПИ, 2008. —196 с.
  1. Адутов Рафаэль Масгутович. Проект «Хронос». Дата обращения: 30 ғинуар 2018.
  2. Адутов Р. Родословное древо Адутовых. Первый сайт Бардымского района (19 март 2009). Дата обращения: 30 ғинуар 2018.
  3. 2011 йылда был мәктәп ябыла.