Рахманғол Иртуғанов
Рахманғол Иртуғанов | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ | Рәсәй империяһы |
Һөнәр төрө | хәрби хеҙмәткәр |
Хәрби звание | старшина[d] |
Рахманғол Иртуғанов (рус. Рахмангул Иртуганов) — 1771—1773 йылдарҙа Рәсәй ғәскәренең Уҫы даруғаһы поход старшинаһы, 1780 йылдан алып Ғәйнә улусы старшинаһы[1].
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Рахманғол Иртуғанов Уҫы даруғаһының Ғәйнә улусы башҡорто. Рәсәй империяһы ғәскәренең 1771—1773 йылғы Польшаға походында Рахманғол Иртуғанов Ғәйнә олоҫо Уҫы даруғаһының поход старшинаһы булараҡ ҡатанаша. Уның империяға тоғро хеҙмәттәре юғары баһалана: 1780 йылда ул Ғәйнә улусы старшинаһы итеп тәғәйенләнә.
1771 йылдың ноябрь айында Польша һәм Бөйөк Литва кенәзлеген берләштергән федератив дәүләт Речь Посполитаяға[2] ебәрелгән Башҡорт ғәскәренең 1-се партияһы командиры була. Ошо уҡ йылдың 16 декабрендә составына Уҫы даруғаһының Ғәйнә һәм Ирәкте улустары, Ҡаҙан даруғаһының Һеңрән улустарынан тупланған 311 башҡорт менән походҡа сыға. 1772 йылдың апрель айынан алып декабргә тиклем Польша һәм Литва территорияһында хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнаша. 1773 йылдың март айында 277 башҡорттан торған партия Өфөгә ҡайтарыла.
1773—1775 йылдарҙағы Крәҫтиәндәр һуғышы осоронда Рахманғол Иртуғанов Рәсәй хөкүмәтенә «тоғро» башҡорт булараҡ таныла. Е. И. Пугачев полковниктары Ейән Ҡуштанов менән Мөҡсин Мәҙийәров, поход старшинаһы Әҙел Әшмәновты ҡулға алып, хөкүмәт ғәскәре ҡулына тапшыра[1].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 Гвоздикова И. М. Рахмангул Иртуганов // Военная история башкир / гл. ред. А. З. Асфандияров. — Уфа: Башкирская энциклопедия, 2013. — 432 с. — ISBN 978-5-4466-0040-3.
- ↑ https://drevo-info.ru/articles/13673222.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Крестьянская война 1773—1775 гг. на территории Башкирии: сб. док. Уфа, 1975.
- Башкирское войско в Польском походе (1771—1773): сб. док. Уфа, 2009.