Ренат Хойбергер
Ренат Хойбергер | |
Renat Heuberger | |
Тыуған көнө |
18 декабрь 1976 (47 йәш) |
---|---|
Тыуған урыны |
Цюрих, Швейцария |
Ил | |
Эшмәкәрлеге |
эшҡыуар һәм менеджер |
Ренат Хойбергер (ингл. Renat Heuberger; 18 декабрь 1976 йыл, Цюрих, Швейцария) — Швейцария эшҡыуары һәм менеджеры, South Pole Group компанияһының нигеҙләүселәренең береһе һәм етәксеһе; Climate Friendly Pty (Австрия) һәм VNEEC (Вьетнам) компаниялары директорҙар советы ағзаһы[1][2]; парник газдары (Киото протоколы һәм Эмиссион квоталары менән сауҙа итеү) буйынса эксперт[3][4][5].
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ренат Хойбергер 1976 йылдың 18 декабрендә Швейцарияның Цюрих ҡалаһында тыуған. Бала саҡта журналист булырға хыяланған[5].
Индонезияла Swisscontact техник кооперацияһы Швейцария фондында эшләгәндән һуң, 16 йәшендә Ренат "Бөтә донъя тотороҡло үҫеш студенттар йәмғиәте"нең (ингл. World Student Community on Sustainable Development) ойоштороусыларҙың береһе була, бында «Тотороҡлоҡ орлоҡтары» (ингл. Seed Sustainability) дисциплинар араһы платформаһын төҙөүҙә ҡатнаша[4][5][6].
Цюрихтың Швейцария юғары техник мәктәбендә тирә-яҡ мөхитте һаҡлау өлкәһендә фән магистры дәрәжәһен ала[7]. Һуңыраҡ Франциялағы INSEAD бизнес-мәктәбенең социаль эшҡыуарлыҡ буйынса курстарын (франц. Social Entrepreneur Programme, ISEP) тамамлай[4][7].
2002 йылда Цюрихтың Швейцария юғары техник мәктәбенән бүленеп сыҡҡан һәм климаттың үҙгәреүе өлкәһендә ысулдар һәм стандарттар төҙөү менән шөғөлләнгән myclimate коммерция булмаған ойошманың нигеҙләүселәренең береһе һәм етәксеһе була[3][4][5][7].
Myclimate компанияһының барлыҡҡа килеүенән алып, Ренат Хойбергер климаттың үҙгәреүе тураһында БМО-ның рамлы конвенцияһы сиктәрендә үткәрелгән сараларҙа даими ҡатнашыусы һәм спикер була. Был теманы үҫтереп 2013 йылда Давостағы Бөтә донъя иҡтисади форумында «Уңыш күсеше: Яңы климат тормошына?» (ингл. Shifting Fortunes: Towards a New Climate Framework?) исемле доклад менән сығыш яһай[8].
2006 йылда Патрик Бөрги (нем. Patrick Bürgi), Томас Камерат (ингл. Thomas Camerata) һәм Кристоф Саттер менән берлектә South Pole Carbon Asset Management, Ltd. (хәҙерге South Pole Group) компанияһына нигеҙ һала һәм уның етәкселәренең береһе була. Был компания парник газдарын сығарыуҙы кәметеү буйынса проектарҙа, эмиссион квоталар менән сауҙа итеү һәм үҙ өлкәһендә консалтинг хеҙмәттәрен күрһәтә[5].
Бүләктәре һәм премиялары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]2011 йылдың 13 декабрендә South Pole Carbon Asset Management, Ltd. компанияһында эшмәкәрлектәре өсөн Ренат Хойбергер Кристоф Саттер менән берлектә Швабтың социаль эшҡыуарлыҡ фонды менән йыл социаль эшҡыуары тип атала[9].
Библиография
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Renat Heuberger, Alan Brent, Luis Santos, Christoph Sutter, Dieter Imboden, «Evaluating projects that are potentially eligible for Clean Development Mechanism (CDM) funding in the South African context: A case study to establish weighting values for sustainable development criteria», ETH, doi:10.3929/ethz-a-004498711, 2003.
- Heuberger R, Thomas F, «Quality standards for micro-climate protection projects»"Qualitäts-Standards für Mikro-Klimaschutz-Projekte", Umwelt-Fokus, 2004.
- Heuberger Renat, Brent Alan, Santos, Luis, Sutter Christoph, Imboden Dieter, «CDM Projects under the Kyoto Protocol: A Methodology for Sustainability Assessment — Experiences from South Africa and Uruguay», «Environment, development and sustainability : a multidisciplinary approach to the theory and practice of sustainable development», Springer, doi:10.1007/s10668-005-9002-7, 2007.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Climate Friendly Board of Directors 2012 йыл 14 август архивланған..
- ↑ Members of the Board of Director (VNEEC).
- ↑ 3,0 3,1 Executive Profile Renat Heuberger (ингл.). Bloomberg. Дата обращения: 18 май 2015.
- ↑ 4,0 4,1 4,2 4,3 Renat Heuberger (ингл.). Фонд Шваба (2011). Дата обращения: 18 май 2015. 2015 йыл 19 май архивланған.
- ↑ 5,0 5,1 5,2 5,3 5,4 Katarzyna Negacz. The Making of South Pole Carbon: How to Become a Social Entrepreneur? (ингл.) (26 апрель 2013). Дата обращения: 18 май 2015. 2015 йыл 20 май архивланған.
- ↑ ETH Seed Sustainability.
- ↑ 7,0 7,1 7,2 Renat Heuberger (ингл.). Всемирный экономический форум. Дата обращения: 18 май 2015.
- ↑ Shifting Fortunes: Towards a New Climate Framework? 2013 йыл 8 июнь архивланған..
- ↑ Christoph Sutter and Renat Heuberger awarded as Swiss Social Entrepreneurs of the Year 2011 (ингл.). Швабтың социаль эшҡыуарлыҡ фонды (Всемирный экономический форум) (13 декабрь 2011). Дата обращения: 18 май 2015. 2013 йыл 19 март архивланған.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Twitter: renatheuberger.
- Сығыштары һәм интервью:
- CEO Renat Heuberger at WEF Panama 2014 discussing climate change (видео).
- «Darauf waren wir nicht vorbereitet» (нем.). Neue Zürcher Zeitung (11 февраль 2013). Дата обращения: 18 май 2015. 2015 йыл 20 май архивланған. (интервью).
- Stephan Winiker Renat Heuberger, Pionier im Bereich der freiwilligen CO2-Kompensation // Across (AFS Members' Magazine). — AFS, 2013. — № 82. (интервью).