Эстәлеккә күсергә

Әхмәҙиев Риф Барый улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Риф Барый улы Әхмәҙиев битенән йүнәлтелде)
Риф Әхмәҙиев
Әхмәҙиев Риф Барый улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 13 февраль 1954({{padleft:1954|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:13|2|0}}) (70 йәш)
Тыуған урыны Әбдрәзәк ауылы, Арыҫлан ауыл советы, Ҡыйғы районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө шағир
Эш урыны Башҡорт дәүләт университеты
Уҡыу йорто Башҡорт дәүләт университеты
Сәйәси фирҡә ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы
Ойошма ағзаһы Рәсәй яҙыусылар союзы[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Әхмәҙиев Риф Барый улы (13 февраль 1954 йыл) — башҡорт әҙәбиәте белгесе, шағир, юғары мәктәп уҡытыусыһы. 2013—2018 йылдарҙа Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы һәм журналистика факультеты деканы[1]. 1994 йылдан Рәсәй һәм Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзаһы. Филология фәндәре докторы (2004), профессор (2010). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1997). Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре, Ҡыйғы районының почётлы гражданы

Риф Барый улы Әхмәҙиев 1954 йылдың 13 февралендә Башҡорт АССР-ы Ҡыйғы районы Әбдрәзәк ауылында тыуған. Арыҫлан урта мәктәбен тамамлағас, совхозда, унан һуң мәктәптә эшләй. 1972—1974 йылдарҙа Совет Армияһы сафтарында хеҙмәт итә, һуңынан Ҡыйғы районы «Киров» совхозының ВЛКСМ комитеты секретары була. 1975 йылда Башҡорт дәүләт университеты филология факультетының башҡортрус бүлегенә уҡырға инә. Студент йылдарында факультеттың комсомол ойошмаһын етәкләй. Уҡыуын тамамлап, университетта эшкә ҡалдырылғас, БДУ-ның ВЛКСМ комитеты (район комитеты хоҡуҡтары менән) секретары итеп һайлана, ситтән тороп әҙәбиәт ғилеме буйынса аспирантурала уҡый.

Йәштәр ойошмаһы етәксеһе булараҡ, күп башланғыстар менән сығыш яһай, студент төҙөлөш отрядтары эшмәкәрлеге, йәштәрҙең уҡыуы, ялы һәм көнкүреше менән әүҙем шөғөлләнә.

1984—1986 йылдарҙа университеттың әҙерлек бүлегендә уҡытыусы һәм декан урынбаҫары, 1986 йылдан Башҡорт дәүләт университетының филология, һуңынан башҡорт филологияһы һәм журналистика факультетында уҡытыусы, доцент, декан урынбаҫары була[2]. 2013 йылдан ошо факультеттың деканы, журналистика кафедраһы профессоры[1]. Университетта эшләүенең тәүге йылдарына уҡ Башҡортостан республика «Белем» йәмғиәтенең әүҙем лекторҙарының береһе, уның башҡорт әҙәбиәте һәм журналистикаһына, ижтимағи-сәйәси темаларға арналған сығыштары тыңлаусыларҙа ҙур ҡыҙыҡһыныу уята.

Фәнни эшмәкәрлеге

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Студент йылдарында уҡ Риф Әхмәҙиев ғилми-тикшеренеү менән ныҡлап мауыға башлай, курс эштәрен һәм дипломын башҡорт драматургияһының үҫеш мәсьәләрен өйрәнеүгә арнай. Аспирантурала уҡығанда был проблемалар менән төплө һәм маҡсатҡа ярашлы шөғөлләнә. Уның кандидатлыҡ (1984) һәм 2004 йылда яҡланған докторлыҡ диссертациялары нәҡ ошо темаларға арнала. Бер үк ваҡытта ул башҡорт драматургтары ижадын да төплө тикшерә. Артабан ғалим республика журналистикаһы тарихына, көндәлек торошона һәм үҫешенә ныҡлы иғтибар итә. Һаналған йүнәлештәр буйынса тиҫтәнән артыҡ фәнни монография һәм хеҙмәт баҫтырыу менән бергә, университет уҡытыусыһы булараҡ, студенттар өсөн күп кенә дәреслектәр һәм уҡыу ҡулланмалары ла әҙерләне. Фән докторының уҙған быуаттың 70—80-се йылдарындағы башҡорт драматургияһының жанр һәм стиль үҙенсәлектәренә арналған ғилми хеҙмәттәренән «Хәҙерге башҡорт комедияһы проблемалары» (1992), «Шағир драматургияһы» (1994), «Суть и суд жанра» (1996), «Хәҙерге башҡорт драматургияһы: конфликт проблемаһы һәм жанр формаларының төрлөлөгө» (2003), «Конфликты. Жанры. Характеры» (2009) тигән фәнни хеҙмәттәре киң билдәллек яуланы һәм авторын республиканан ситтә лә яҡшы таннытты.

Ижади эшмәкәрлеге

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Бер үк ваҡытта Риф Әхмәҙиев XX быуаттың 80-се йылдарынан ныҡлап оло әҙәбиәткә килгән нескә хисле лирик шағир булып та Башҡортостандан ситтә лә киң танылыу алды. Тәүге шиғырҙары республиканың «Башҡортостан пионеры» (хәҙер «Йәншишмә»), «Ленинсы» (хәҙер «Йәшлек»), «Совет Башҡортостаны» (хәҙер «Башҡортостан») гәзиттәрендә, 1981 йылда нәшер ителгән «Йәш көстәр» альманахында донъя күрһә, 1982 йылда әҙип «Күк йөҙө» тип исемләнгән тәүге шиғри йыйынтығын уҡыусы хөкөмөнә тапшыра.

Артабан уның шиғриәт һөйөүселәр йылы ҡабул иткән әҫәрҙәре һаналған һәм башҡа гәзиттәрҙә, «Башҡортостан ҡыҙы» һәм «Ағиҙел» журналдарында, шулай уҡ татар һәм рус телдәрендә баҫылып тора. 1992 йылда сыҡҡан «Тәҙрәләр» тип аталған икенсе йыйынтығы тиҙ арала шиғыр һөйөүселәр араһында таралып бөтә. Авторҙың артабанғы йылдарҙа донъя күргән «Сәскә моңо» һәм «Һөйөү рухы» китаптары ла шул уҡ яҙмышҡа дусар була. Риф Әхмәҙиев шиғриәтендә тыуған илгә һәм үҙебеҙҙең хозур тәбиғәткә һөйөү, ҡатын-ҡыҙға мөхәббәт темаһы менән бергә фәлсәфә лирикаһы ла ныҡлы һәм һиҙелерлек урын алып тора. Шағир мәңгелек булған пробламалар — йәшәү рәүеше һәм тормош мәғәнәһе, изгелек һәм яманлыҡ тураһында тере һәм сағыу образдар аша фекерҙәрен асып ҡына ҡалмай, был турала уҡыусыны ла етди уйлланырға мәжбүр итә. Композиторҙар Айрат Кәримов, Айрат Ҡобағошов һәм башҡаларҙың Риф Әхмәҙиев шиғырҙарына яҙылған тиҫтәләгән йыры радио һәм телевизор аша даими яңғырай.

Әҙип 1994 йылдан Башҡортостан Республикаһы һәм Рәсәй Федерацияһы Яҙыусылар союздары ағзаһы.

  • Хәҙерге башҡорт комедияһы проблемалары (1992).
  • Шағир драматургияһы (1994).
  • «Суть и суд жанра» (1996).
  • «Хәҙерге башҡорт драматургияһы: конфликт проблемаһы һәм жанр формаларының төрлөлөгө» (2003).
  • «Конфликты. Жанры. Характеры» (2009).

Шиғри йыйынтыҡтары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Йәш көстәр. Авторҙар коллективы. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1981. — 142 б.
  • Күк йөҙө: Шиғырҙар. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1982. — 30 б.
  • Тәҙрәләр: Шиғырҙар. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1992. — 72 б.
  • Сәскә моңо: Шиғырҙар // Тамғалар. — Өфө: Китап, 2001. — Б. 419 — 458.
  • Һөйөү рухы: Шиғырҙар. — Өфө: Китап, 2005. — 128 б.

Ваҡытлы матбуғатта баҫылған әҫәрҙәре һәм мәҡәләләре, уның менән әңгәмәләр

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • «Бюджет урындарын Мәскәү билдәләй». «Башҡортостан» гәзите, 2018 йыл, 29 май[3].
  • Бында белдем ғәййәрлекте, тойҙом хозурлыҡты, иректе... (Шиғыр шәлкеме). «Башҡортостан» гәзите, 2012, 12 декабрь[4].
  • Урал алды ҡайындары. Шиғырҙар. «Ағиҙел» журналы, 2013 йыл, 2-се һан[5].
  • Минең йөрәк сәскән осҡондар. (Шиғыр шәлкеме). «Башҡортостан» гәзите, 2014 йыл, 16 декабрь[6].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1997)[2].
  • Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре[2].
  • Ҡыйғы районының почётлы гражданы[7].
  • Тыуған ауылы Әбдрәзәктең бер урамына Риф Әхмәҙиев исеме бирелгән[8].
  • Писатели земли башкирской. Справочник / (сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина). Переработанное и дополненное второе издание. — Уфа: Китап, 2015. — 672 с. ISBN 978-5-295-06338-1 (рус.) (Тикшерелеү көнө: 14 сентябрь 2016)
  • Писатели земли башкирской. Справочник / Сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина. — Уфа: Китап, 2006. — 496 с. (рус.)
  • Риф Әхмәҙиев = Риф Ахмадиев: биобиблиогр. күрһ. / төҙ. Г. С. Әхмәҙиева; мөх. З. Т. Әғзәмова; сығ. өсөн яуаплы А. Д. Моратова. — Өфө: [НБ РБ], 2014 . — 59 б. — (Башҡортостан яҙыусылары). — Текст на башк., рус. яз. — 50 экз. — ISBN.