Эстәлеккә күсергә

Абдуллин Риф Мөҙәрис улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Риф Мударисович Абдуллин битенән йүнәлтелде)
Абдуллин Риф Мөҙәрис улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 1 ғинуар 1948({{padleft:1948|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:1|2|0}}) (76 йәш)
Тыуған урыны Яңы Нуғай, Краснокама районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө рәссам
Уҡыу йорто Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған рәссамы
Авторлыҡ хоҡуҡтары статусы эштәре авторлыҡ хоҡуҡтары менән яҡланған[d]

Абдуллин Риф Мөҙәрис улы (1 ғинуар 1948 йыл) — рәссам, юғары мәктәп уҡытыусыһы. 1999—2002 йылдарҙа М. В. Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейы директоры. Рәсәй Федерацияһының (2016) һәм Башҡортостан Республикаһының (1998) атҡаҙанған рәссамы. Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге премия лауреаты (1994).

Риф Мөҙәрис улы Абдуллин 1948 йылдың 1 ғинуарында Башҡорт АССР-ының Краснокама районы Яңы Нуғай ауылында тыуған.

1968 йылда Өфө сәнғәт училищеһын, 1980 йылда — Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтын (уҡытыусыһы Рәшит Нурмухаметов) тамамлай.

1984 йылдан СССР Рәссамдар Союзы, 1995 йылдан — «Артыш», «Биҙмән» ижади төркөмдәре ағзаһы.

Рәссамдең әҫәрҙәре Өфөләге М. В. Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейында, Татарстан Республикаһы Дәүләт һынлы сәнғәт музейында (Ҡазан), Ҡурған өлкә сәнғәт музейында (Ҡурған), Чечен Республикаһы Дәүләт һынлы сәнғәт музейында (Грозный), Халыҡ-ара сәнғәт үҙәгендә (Париж, Франция), Өфө сәнғәт галереяһында, Башҡортостан Республикаһы Мәҙәниәт министрлығының «Урал» халыҡ сәнғәте галереяһында, Башҡортостан Республикаһы Эске эштәр министрлығы музейында(Өфө), ә «Һуғыштан ҡаймаусылар» исемле картинаһы Хәрби Дан Музейында (Өфө), Повха Музейында (Төмән өлкәһе), «Эрмитаж» картина галереяһында (Башҡортостан Республикаһы Миәкә районы Ҡырғыҙ-Миәкә ауылы), Нефтекамалағы «Мираҫ» картиналар галереяһында һаҡлана.

1971—1990 йылдарҙа рәссам Башҡортостан ижади-производство берекмәһендә эшләй, 1999—2002 йылдарҙа — Башҡорт дәүләт сәнғәт музейы директоры, 2004—2008 йылдарҙа һәм 2014 йылдан — Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтының һынлы сәнғәт факультеты уҡытыусыһы булып эшләй.

Риф Абдуллиндың эштәрендә композициялар килешлеге, һындар бөтөнлөгө һәм киҫкен колористик хәл итеү сағыла.

Рәссам Миәкә районының Ҡырғыҙ-Миәкә ауылында сәнғәт мәктәбен һәм картиналар галереяһын (1995) асыуҙы башлап ебәреүсе. Галереяға бүләккә 40 картинаһын тапшыра.

«Бағдад 82» (Ғирак) һәм «Нью Дәһли 84» (Һиндостан; алтын миҙал өсөн иң яҡшы дизайн) Халыҡ-ара сауҙа-сәнәғәт йәрминкәләрендә Башҡортостандың павильон экспозицияһын биҙәү менән шөғөлләнә .

Хәҙерге ваҡытта Өфөлә эшләй һәм йәшәй.

«Улымдың портреты» (1980), «Рида» (1985), «Өләсәйем балаҫы» (1990), портреттар, Г. А. Мөбәрәкова (1996), Ағиҙел (1990-9595) һәм Дим (1995—1998) йылғаларына арналған пейзаж циклдары; график эштәрҙән «Иртә», «Йәй» (икеһе лә — линогравюра, 1993) һ. б.

70-80-се йылдарҙа Абдуллин ҡайһы бер монументаль сәнғәт әҫәрҙәре ижад итә: Өфөлә Ҡала мәҙәниәт һарайы фасадын мозаика менән (1978, авт. берг.) һәм Башҡортостан Республикаһының Миәкә районы Ҡырғыҙ Миәкә ауылында (1986) Мәҙәниәт йортонда мозаика эшләй, Бәләбәй ҡалаһында Бөйөк Ватан һуғышы геройҙарына һәйкәл ҡуя, (авт.берг.) һ. б.

1972 йылдан бирле республика һәм бөтөн Рәсәй, шул иҫәптән шәхси (графика), зона, төбәк, бөтә Союз, халыҡ-ара (г.) һәм сит ил күргәҙмәләрендә ҡатнаша.

Шәхси күргәҙмәләре: Когалым (1987), Өфө (1992-93, 1997-98, 2004, 2008), Нефтекама (2008).

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған рәссамы (2016).
  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған рәссамы (1998).
  • Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге премия лауреаты (1994).
  • Алтын миҙал һәм маҡтаулы диплом — Халыҡ-ара сауҙа-сәнәғәт йәрминкәһендә «Бағдад-82» (Ғирак, 1982 йыл) Совет күргәҙмәһенең Башҡортостан Республикаһы бүлегендә иң яҡшы экспозиция (дизайн) өсөн.
  • Алтын миҙал һәм маҡтаулы диплом — Халыҡ-ара сауҙа-сәнәғәт йәрминкәһендә «Нью Дәһли 84» (Һиндостан , 1982 йыл) Совет күргәҙмәһенең Башҡортостан Республикаһы бүлегендә иң яҡшы экспозиция (дизайн) өсөн.
  • Маҡтау ҡағыҙы — Өфө Ҡала Советының Маҡтау грамотаһы — рәсем сәнғәте өлкәһендә ҡаҙаныштары өсөн, рәсем сәнғәте әҫәрҙәр булдырғаны һәм эстетик тәрбиә биреүҙә ҙур өлөш индергәне өсөн, 1998 йыл.
  • Маҡтау ҡағыҙы — " Рәсәй Федерацияһы мәҙәниәт Министрлығы һәм Рәсәй мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре профсоюзының Маҡтау грамотаһы — мәҙәниәт һәм сәнғәт өлкәһендә (2002 йыл) күпйыллыҡ һөҙөмтәле хеҙмәте, ирешкән уңыштары өсөн.
  • Диплом — Рәсәй Хакимиәте рәссамдар Союзы Секретариатының, Сыуаш республикаһының милли эштәр, мәғлүмәт сәйәсәте һәм архив эше буйынса мәҙәниәт Министрлығының (нәтижәләре буйынса район сәнғәт күргәҙмәһе «Оло Волга», 2008 йыл) .
  • Диплом — "Рәсәй рәссамдаре ойошмаһы "ның региональ бүлеге (сәнғәт буйынса күргәҙмә нәтижәләре буйынса) (2008).
  • Алтын миҙал — Рәсәй рәссамдар Союзының , «Традиция, рухиәт, оҫталығы» (2014).