Эстәлеккә күсергә

Байымов Роберт Нурмөхәмәт улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Роберт Баимов битенән йүнәлтелде)
Байымов Роберт
Нурмөхәмәт улы
Тыуған көнө:

10 ғинуар 1937({{padleft:1937|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:10|2|0}})

Тыуған урыны:

Ҡырмыҫҡалы районы Үтәгән ауылы

Вафат булған көнө:

30 апрель 2010({{padleft:2010|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:30|2|0}}) (73 йәш)

Вафат булған урыны:

Өфө ҡалаһы

Гражданлығы:

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССРРәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Эшмәкәрлеге:

яҙыусы, ғалим

Наградалары:
Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре
Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре
Салауат Юлаев исемендәге премияһы
Салауат Юлаев исемендәге премияһы

Байымов Роберт Нурмөхәмәт улы (10 ғинуар 1937 йыл — 30 апрель 2010 йыл) — әҙәбиәт белгесе һәм яҙыусы, юғары мәктәп уҡытыусыһы. 1973 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы (1991), филология фәндәре докторы (1984), профессор (1984). Рәсәф Федерацияһының (2005) һәм Башҡорт АССР-ының (1986) атҡаҙанған фән эшмәкәре. Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1997).

Роберт Нурмөхәмәт улы Байымов 1937 йылдың 10 ғинуарында Башҡорт АССР-ының Ҡырмыҫҡалы районы Үтәгән ауылында колхозсы ғаиләһендә тыуған. 1954 йылда Бишуңғар урта мәктәбен тамамлағандан һун, ул Иҫке Ҡыйышҡы һәм Биштәкә ауылдарында балалар уҡыта, унан әрме хеҙмәтенә алына.

1959—1964 йылдарҙа Башҡорт дәүләт университетының филология факультеты башҡорт-рус бүлегендә уҡый. Университетты «ҡыҙыл» дипломға тамамлай һәм Мәскәү дәүләт университетының аспирантураһына ебәрелә. 1968 йылда «филология фәндәре кандидаты» ғилми дәрәжәһенә диссертация яҡлағандан һуң Башҡорт дәүләт университетында эшләй. 1983 йылда Роберт Байымов шул уҡ Мәскәү университетында докторлыҡ диссертацияһын да уңышлы яҡлай.

Ғүмеренең һуңғы көндәренәсә Башҡорт дәүләт университетының башҡорт әҙәбиәте кафедраһында эшләне.

Әҙәбиәт менән Роберт Байымов студент йылдарында ук шөғөлләнә башлай. Очерктары, мәҡәләләре ваҡытлы матбуғатта күпләп баҫыла. 1970-се йылдарҙа унын ижады йәнә яңы йүнәлеш ала — күп һанлы хикәйәләре, «Һуңлап килгән моң», «Һалдат булып ҡайтырбыҙ» исемле повестары донъя күрә.

Роберт Байымов «Өлгөргәнлеккә аҙым», «Ижади биҙәктәр», «Эҙләнеүҙәргә сик юҡ», «Жанр яҙмышы», «Башҡорт тарихи-революцион романы», «Сарсау», «Бикле хазина» кеүек Өфөлә һәм Мәскәүҙә нәшер ителгән тиҫтәгә яҡын китап авторы. Ул балалар өсөн дә мауыҡтырғыс әҫәрҙәр яҙҙы. 1997 йылда баҫылып сыҡҡан «Сыбар шоңҡар» китабы өсөн Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһына лайыҡ булды.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы (1997)
  • СССР-ҙың юғары белем биреү мәғарифы отличнигы
  • БАССР-ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре
  • Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәре
  • Гайнуллин М. Ф., Хусаинов Г. Б. Писатели Советской Башкирии. Биобиблиографический справочник / Оформление А. Королевского. — Уфа: Башкирское книжное издательство, 1977. — 416 стр. (рус.)
  • Ғәйнуллин М. Ф., Хөсәйенов Ғ.Б. Совет Башҡортостаны яҙыусылары. Биобиблиографик белешмә. Тулыландырылған, төҙәтелгән икенсе баҫма. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1988. — 400 бит.
  • Писатели земли башкирской. Справочник / Сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина. — Уфа: Китап, 2006. — 496 с. (рус.)
Башҡортостан Республикаһының Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханаһының электрон бүлегендә
башҡа сығанаҡтар