Ырыҫҡол (Ырымбур өлкәһе)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Рыскулово битенән йүнәлтелде)
Ырыҫҡол
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Жёлтинский сельсовет[d][1]
Почта индексы 462141
Карта

Ырыҫҡол (рус. Рыскулово) — Рәсәй Федерацияһы Ырымбур өлкәһе Һарыҡташ районындағы ауыл.

Географик урыны[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡаҫмарт йылғаһы үҙәнендә урынлашҡан.

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ырыҫҡол (Этбай) ауылы Ырымбур губернаһы Ҡыпсаҡ улусы составында була[2]. Документтарҙа тәүге тапҡыр 1769 йылда телгә алына[3]. 1917 йылда Үрге Ырыҫҡол (247 кеше), Урта Ырыҫҡол (264 кеше) һәм Түбәнге Ырыҫҡол (176 кеше) ауылдары теркәлгән.

1917 йылдан Башҡортостан автономияһының (1919 йылдан Башҡортостан АССР-ының) Үҫәргән кантоны составында була. 1922 йылдың 5 октябренән Йылайыр кантоны составына инә. 1930 йылдың 20 авгусынан Башҡортостан АССР-ының Ейәнсура районы составына керә. 1934 йылда яңы ойошторолған Ырымбур өлкәһенең составына бирелә. 1934—1959 йылдарҙа Ырымбур өлкәһе[4] Ейәнсура районы составында була. 1959 йылда Ырымбур өлкәһенең Һарыҡташ районы составына индерелә[5].

Халҡы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ауыл башҡорттарының иҫәбе[2][3]
1795 1816 1834 1866 1889 1892 1900 1920 1926
93 28 504 492 542 492 431 709 151
Халыҡ иҫәбе
2010[6]
120

2002 йылғы бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса ауылда башҡорттар 90 % тәшкил итә[7].

Билдәле шәхестәр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. ОКТМО (урыҫ)
  2. 2,0 2,1 Абсалямова Ю. А. Оренбургские башкиры: историко-этнографическое исследование. — Уфа, 2016. — С. 28, 45. — 184 с. — ISBN 978-5-9613-0424-4.
  3. 3,0 3,1 Населенные пункты оренбургских башкир, входившие в Оренбургскую губернию // Башкирская энциклопедия.
  4. 1938—1957 йылдарҙа — Чкалов өлкәһе тип атала.
  5. Кувандыкский район в административно-территориальном устройстве государства (22 февраль 2015). Дата обращения: 25 сентябрь 2015. 2020 йыл 25 сентябрь архивланған.
  6. Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность и размещение населения Оренбургской области. Дата обращения: 5 июнь 2014. Архивировано 5 июнь 2014 года.
  7. Абсалямова Ю. А., Юсупов Р. М. Оренбургские башкиры // Башкирская энциклопедия. — Уфа: ГАУН «Башкирская энциклопедия», 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-306-8.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]