Ғәлимуллина Рәйсә Ғәли ҡыҙы
Ғәлимуллина Рәйсә Ғәли ҡыҙы | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй |
Тыуған көнө | 7 май 1931[1] |
Тыуған урыны | Ҡараҡул[d], Ҡырғыҙ Автономиялы Совет Социалистик Республикаһы[d], РСФСР, СССР[1] |
Вафат булған көнө | 6 сентябрь 2000[1] (69 йәш) |
Вафат булған урыны | Өфө, Рәсәй[1] |
Ерләнгән урыны | Өфө[1] |
Һөнәр төрө | опера йырсыһы |
Эш урыны | Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты |
Уҡыу йорто | П. И. Чайковский исемендәге Мәскәү дәүләт консерваторияһы |
Йырсы тауышы | лирико-колоратурное сопрано[d] |
Ғәлимуллина Рәйсә Ғәли ҡыҙы (7 май 1931 йыл — 6 сентябрь 2000 йыл) — йырсы (лирик-колоратур сопрано), педагог, Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы (1974), профессор (1995)[2].
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Рәйсә Ғәли ҡыҙы Ғәлимуллина 1931 йылдың 7 майында Ҡырғыҙ АССР-ының Каракол ҡалаһында (хәҙерге Пржевальск) тыуған.
1954 йылда П. И. Чайковский исемендәге Мәскәү дәүләт консерваторияһын Е. В. Кузьмина класында тамамлай. Ошо уҡ Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры йырсыһы була.
1957—1988 йылдарҙа Башҡорт филармонияһында эшләй.
1971 йылда бер үк ваҡытта Өфө сәнғәт институтында уҡытыусы булып эшләй, 1983 йылдан алып — опера әҙерлеге кафедраһы мөдире, 1995 йылдан — яңғыҙ йыр кафедраһы мөдире.
Йырсының профессиональ стартының әһәмиәтле факты булып уның 1955 йылда Мәскәүҙә «Башҡорт әҙәбиәте һәм сәнғәте декадаһында», 1969 йыл Ленинградта һәм Ҡазанда БАССР көндәрендә ҡатнашыуы тора. 1976 йылда Ҡарағалпаҡ АССР-ында БАССР әҙәбиәте һәм сәнғәте көндәрендә ҡатнаша. Башҡорт опера һәм балет театры труппаһы составында СССР һәм сит илдәр буйлап (Ҡытай, Корея, Монголия, Финляндия, Чехословакия һ. б.) гастролдәргә сыға.
Репертуарында сит ил, рус, башҡорт композиторҙарының, башҡорт традицион халыҡ-йыр ижады өлгөләренең камера-вокаль әҫәрҙәре. Марфа, Ҡарһылыу (Римский-Корсаковтың шул уҡ исемле әҫәренән "Батша кәләше) һ.б. опера партияларын башҡара.
Ул 10-дан ашыу фәнни һәм уҡытыу-методик хеҙмәт, шул иҫәптән башҡорт вокаль сәнғәтенең тарихы буйынса эштәр баҫтырып сығара.
Уның уҡыусылары араһында ‑ Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының төп солистары ‑ Аҙнаҡаева Рәйлә Шәрәфи ҡыҙы, Арғынбаева Светлана Роберт ҡыҙы, Сәлихов Фәнәүи Зиҡаф улы, Хәмбәлиева Әлфиә Саяр ҡыҙы, Чечен республикаһының халыҡ артисы Р. Х.Әсәҙуллин, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы Л. А. Гәрәева һәм Р. Й. Иҙрисова, БАССР- ҙың атҡаҙанған артисы Г. С. Захарова.[3]
Рәйсә Ғәли ҡыҙы 2000 йылдың 6 сентябрендә Өфөлә вафат була һәм ерләнә.
Хәтер
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Күренекле педагог һәм йырсы иҫтәлегенә Карл Маркс урамындағы ул күп йылдар йәшәгән 83-сө йортта мемориаль таҡтаташ ҡуйылған[4]
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ғәлимуллина Рәйсә Ғәли ҡыҙы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 5 май 2021)
- Татарский энциклопедический словарь. -Казань. Институт татарской энциклопедии АН РТ. — 703с. илл. ISBN 0-9530650-3-0
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 Башкирская энциклопедия (урыҫ) — Башкирская энциклопедия, 2005. — 4344 с.
- ↑ Башҡорт энциклопедияһы — Ғәлимуллина (Хәбибуллина) Рәйсә Ғәли ҡыҙы
- ↑ Tatarica. Татарская энциклопедия
- ↑ [1] Башинформ. 7 мая 2016