Рәсим (исем)
Рәсим — башҡорт ир-ат исеме, төрки халыҡтарҙа ла киң таралған.
Этимологияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Рәсим башҡорт теленә ғәрәп теленән килеп ингән. Мәғәнәһе рәссам, художник, рәсем төшөрөүсе тигәнде аңлата[1].
Билдәле шәхестәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ғирфанов Рәсим Мәсәлим улы (14 декабрь 1951 йыл) — хәрби хеҙмәткәр һәм дәүләт эшмәкәре, генерал—майор, 2002—2009 йылдарҙа Рәсәй Федерацияһы Федераль именлек хеҙмәтенең Омск өлкәһе буйынса идаралығы етәксеһе, 2010—2012 йылдарҙа Омск өлкәһе хөкүмәте рәйесе урынбаҫары, Омск ҡалаһының вице-мэры. Почёт ордены кавалеры (2007). Дәүләт именлегенең почётлы хеҙмәткәре.
Әмиров Рәсим Зәкир улы (28 февраль 1923 йыл — 2 декабрь 1995 йыл) — терапевт, Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының почетлы академигы (1991), медицина фәндәре докторы (1968), профессор (1970). СССР-ҙың уйлап табыусыһы (1977).
Нәсибуллин Рәсим Мөхлис улы рус. Насибуллин Расим Мухлисович; (15 июнь 1960 йыл) — рәссам, график. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған рәссамы (2008). Рәсәй Рәссамдар союзы ағзаһы, Рәсәйҙең ЮНЕСКО ҡарамағындағы ижади союзы ағзаһы.
Шакиров Рәсим Сабирйән улы (1956 йыл) — төҙөлөш тармағы эшмәкәре. «Нефтекама төҙөлөш-монтаж идаралығы» яуаплығы сикләнгән йәмғиәт директоры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған төҙөүсеһе.
Акчурин Рәсим Сөләйман улы (24 декабрь 1931 йыл) — СССР хәрби етәксеһе, генерал-полковник (1990 йылдың 17 декабре)
Рәсим Ғәджиев йәки Рәсим Хәжи (лезг. Рәсим Гаджидин хва Гьаджиев (10 июнь 1941 йыл — 7 ғинуар 2008 йыл) — СССР һәм Рәсәй яҙыусыһы, Дағстан АССР-ының халык шағиры (1974).
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. 2021 йыл 5 октябрь архивланған. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 71 бит.
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Башҡорт исемдәре / Таңһылыу Күсимова, Cветлана Бикҡолова. — Өфө: Китап, 2005. – 224 бит.
- Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
- Сулейманова Р. А. Башкирско-русский словарь-справочник личных имен и фамилий. — Уфа, 2013. — 364 с. ISBN 978-5-91608-111-4.
- Тупеев С. Х. Башкирский именник. Справочник личных имен с написанием вариантов на русском и башкирском языках. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Султанова Р. И. Русско-башкирский словарь — справочник личных имен, отчеств, фамилий. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Төпәев С. Х. Төрки сығанаҡлы һәм төрки элементлы башҡорт исемдәре. — Өфө, 2006.
- Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ
Аҙаштар тураһында мәҡәләләр исемлеге. Әгәр ҙә һеҙ бында Википедияның башҡа мәҡәләһенән яңылыш килеп сыҡһағыҙ, ул һылтанманы дөрөҫләргә кәрәк. Шулай уҡ булған мәҡәләләрҙең тулы исемлеген ҡарағыҙ. |