Рәхимов Хөсәйен Хәсән улы
Рәхимов Хөсәйен Хәсән улы | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
Рәсәй империяһы СССР |
Тыуған көнө | 1904 |
Тыуған урыны | Моҡас, Исем ауыл Советы (Күгәрсен районы), Күгәрсен районы, СССР |
Вафат булған көнө | 23 февраль 1943 |
Вафат булған урыны | Луганск өлкәһе, Украина Совет Социалистик Республикаһы, СССР |
Хәрби звание | ҡыҙылармеец[d] |
Һуғыш/алыш | Бөйөк Ватан һуғышы |
Ғәскәр төрө | кавалерия[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Рәхимов Хөсәйен Хәсән улы (1904 — 23 февраль 1943) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, старшина ярҙамсыһы, ҡыҙылармеец[1].
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Рәхимов Хөсәйен Хәсән улы 1904 йылда Башҡорт АССР-ның Күгәрсен районы Моҡас ауылында тыуа. 07.12.1941 й. Күгәрсен районы хәрби комиссариаты тарафынан фронтҡа алына. Бәләкәй генә Моҡас ауылынан 60 кеше һуғышҡа китә. Хөсәйен Хәсән улы 37 йәшендә йәш ҡатынын Шәмсиә, 3 улын (Ғәлийән, Рафаэль, Мөхтәр) ҡалдырып фронтҡа китә[2].
Хәрби юлы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Рәхимов Хөсәйен Хәсән улы 313-сө кавалерия полкының 1-се ҡылыссылар эскадроны страшинаһының ярҙамсыһы булып хеҙмәт итә. Ул 1943 йылдың февралендә дивизияның 8 кавалерия корпусы составында Украинаның Юлино Ворошиловград станцияһы янында рейдта ҡатнаша. Рейд барышында улар 400 км ашыу ерҙе алыш менән үтәләр. Архив документтары буйынса был рейдта дошмандың 3000 һалдаты юҡ ителгән , 56 танкыһы, 6 самолеты, 6000 автомашинаһы ҡыйратылған . Дивизия 5 ҡорал, 8 аҙыҡ-түлек келәтен, 31самолет, 20 танк, 115 автомашинаны үҙенең ҡулына төшөргән, 2000 самаһы һалдат һәм офицер әсиргә алынған. 1943 йылдың 23 февралендә рейдтың һуңғы көндәрендә Хөсәйен Хәсән улы батырҙарса һәләк була. Украинаның Луганск өлкәһе Петровское ауылы һәм Юлино Ворошиловград станцияһы араһында ерләнгән[3].
Нагрдалары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- «Хәрби хеҙмәттәре өсөн» миҙалы (1942 йыл)[4].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- РАХИМОВ Хусаин Хасанович (Тикшерелеү көнө: 6 июль 2021)
- Рахимов Хусаин Хасанович (Тикшерелеү көнө: 6 июль 2021)