Фәйезов Рөстәм Шәриф улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Рөстәм Шәриф улы Фәйезов битенән йүнәлтелде)
Перейти к навигации Перейти к поиску
Фәйезов Рөстәм Шәриф улы
Заты ир-ат
Гражданлығы Flag of the Soviet Union.svg СССР
Flag of Russia.svg Рәсәй
Тыуған көнө 4 ноябрь 1950({{padleft:1950|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:4|2|0}}) (69 йәш)
Тыуған урыны СССР, РСФСР, Башҡорт АССР-ы, Өфө
Һөнәр төрө тренер
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Уҡыу йорто Башҡорт дәүләт университеты

Фәйезов Рөстәм Шәриф улы (4 ноябрь 1950(19501104)) — совет һәм Рәсәй тренеры. Бобслей буйынса Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған тренеры (2001), бөтә Рәсәй категориялы судьяһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре (1998). Халыҡтар дуҫлығы ордены кавалеры (2006, Башҡортостан).

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1950 йылдың 4 ноябрендә Башҡорт АССР-ы Өфө ҡалаһында тыуған. Баш ҡаланың 45-се һанлы мәктәбендә уҡый.

1979 йылда Башҡорт дәүләт университетын тамамлаған[1].

Совет армияһы сафында хеҙмәт итә. 1981—1986 йылдарҙа эске эштәр органдарының транпорт милицияһының енәйәтте тикшереү бүлегендә эшләй.

1986 йылдан «Спартак» ДСО‑һының Башҡортостан өлкә советы тренеры, 1987 йылдан — Башҡортостан профсоюздары спорт йәмғиәтенең өлкән тренеры була.

1994 йылдан Башҡортостан Республикаһы юғары спорт оҫталығы мәктәбенең өлкән тренеры булып эшләй.

2009 йылдан — Өфө ҡалаһының 15-се балалар һәм үҫмерҙәр олимпия резервы махсус спорт мәктәбендә бобслей буйынса тренер.

Бер үк ваҡытта 1987—1991 йылдарҙа бобслей буйынса РСФСР-ҙың, 1992 йылдан — Рәсәй Федерацияһының йыйылма командалары тренеры вазифаһын башҡара[1].

1998, 2002, 2006 йылдарҙағы ҡышҡы Олимпия уйындарында бобслей буйынса Рәсәй Федерацияһы йыйылма командаһы тренеры.

2010 йылдан бобслей буйынса Рәсәй Федерацияһы үҫмерҙәр йыйылма командаһының өлкән тренеры вазифаһын үтәй.

Уның уҡыусылары биш ҡышҡы Олимпия уйындарында ҡатнашҡан. Тәрбиәләнеүселәре араһында С. В. Голубев, А. Ю. Зубков, В. А. Любовицкий, О. Н. Некрасова, О. Ю. Петров, А. Н. Селивёрстов, Т. А. Трапезникова, Рәсәйҙең халыҡ‑ара класлы спорт мастеры И. И. Хужин, шулай уҡ 20‑нән ашыу СССР һәм Рәсәй спорт мастеры.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]