Ғатауллин Рөстәм Шакирйән улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Рөстәм Ғатауллин битенән йүнәлтелде)
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Ғатауллин Рөстәм Шакирйән улы
Рәсем
Заты ир
Гражданлығы Flag of the Soviet Union.svg СССР
Flag of Russia.svg Рәсәй
Тыуған көнө 2 август 1963({{padleft:1963|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:2|2|0}}) (54 йәш)
Тыуған урыны Ләмәҙтамаҡ ауыл советы,Ләмәҙтамаҡ
Шәхес һөйләшкән йәки яҙған телдәр Башҡорт теле, урыҫ теле, татар теле һәм инглиз теле
Һөнәр төрө иҡтисадсы, статистик, дәүләт хеҙмәткәре, тыуған яҡты өйрәнеүсе, йәмәғәт эшмәкәре
Ҡушамат Рөстәм Нурыев
Бүләктәре һәм маҡтаулы исемдәре
«Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу буйынса күрһәткән хеҙмәте өсөн» миҙалы
Уҡыу йорто Өфө статистика, информатика һәм иҫәпләү техникаһы колледжы
Бөтә Рәсәй ситтән тороп уҡыу финанс-иҡтисад институты[d]
Вазифа биләй Рәсәй Федерацияһы дәүләт граждандар хеҙмәтенең 1-се класлы кәңәшсеһе[d]
Commons-logo.svg Ғатауллин Рөстәм Шакирйән улы Викимилектә

Ғатауллин Рөстәм Шакирйән улы, Рөстәм Нурыев (2 август 1963) — иҡтисадсы, дәүләт хеҙмәткәре, йәмәғәт эшмәкәре, тыуған яҡты өйрәнеүсе. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған иҡтисадсыһы (2003), Статистика отличнигы (2010). Рәсәй Федерацияһы дәүләт граждандар хеҙмәтенең 1-се класлы кәңәшсеһе (2005).

Биографияһы

Рөстәм Шакирйән улы Ғатауллин 1963 йылдың 2 авгусында Башҡорт АССР-ы Мәсетле районы Ләмәҙтамаҡ ауылында тыуған.

1970—1979 йылдарҙа Ләмәҙтамаҡ урта мәктәбендә (хәҙерге ваҡытта Вафа Әхмәҙуллин исемен йөрөтә) белем ала.

1979—1983 йылдарҙа Өфө иҫәпте механизацилау техникумында (хәҙерге Өфө статистика, информатика һәм иҫәпләү техникаһы колледжы) уҡый.

1983—1985 йылдарҙа Совет Армияһында хеҙмәт итә.

1999 йылда ситтән тороп Бөтә союз финанс- ихтисад институтын тамамлай.

Әлеге ваҡытта Өфөлә йәшәй һәм эшләй.

Хеҙмәт юлы

1985—1998 — механик, инженер-проектировщик, инженер-программист вазифаларын башҡара, Мәсетле районының статистик бүлегенең етәксеһе була.

1998—2001 йылдарҙа Мәсетле биләмәһе статистик бүлегенең етәксеһе була.

2001—2003 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһының статистика буйынса Дәүләт комитеты етәксеһе урынбаҫары.

2003—2005 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһының статистика Комитеты етәксеһенең урынбаҫары.

2005 йылдан алып Башҡортостан Республикаһы буйынса Дәүләт статистикаһы Федераль хеҙмәте территориаль органы етәксеһе урынбаҫары.

18 фәнни хеҙмәте баҫылып сыҡҡан.

Йәмәғәт эшмәкәрлеге

фоторәсемдәр

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған иҡтисадсыһы (2003)
  • Статистика отличнигы (2010).
  • «Совет Армияһы алдынғыһы» билгеһе.
  • «Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу буйынса күрһәткән хеҙмәте өсөн» миҙалы
  • «Бөтә Рәсәй ауыл хужалығы иҫәбен алыуҙа күрһәткән хеҙмәте өсөн» миҙалы
  • «2002 йылда Бөтә рәсәй халыҡ иҫәбен алыуҙа әүҙемлеге өсөн» билгеһе
  • 2014 йыл Вики-Премияһы лауреаты.
фоторәсемдәр

Һылтанмалар