Ҡудашев Рөстәм Радик улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Рөстәм Ҡудашев битенән йүнәлтелде)
Перейти к навигации Перейти к поиску
Ҡудашев Рөстәм Радик улы
Тыуған ваҡыты:

13 февраль 1954({{padleft:1954|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:13|2|0}}) (65 йәш)

Тыуған урыны:

Башҡорт АССР-ы Өфө ҡалаһы

Һөнәре:

аккомпаниатор-концертмейстер

Гражданлығы:

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР
Рәсәй Рәсәй

Әүҙем йылдары:

1972 —

Театр:

Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы

Наградалары:

Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (1999)

Ҡудашев Рөстәм Радик улы (13 февраль 1954 йыл) — Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы аккомпаниатор-концертмейстеры. Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (1999).

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Рөстәм Радик улы Ҡудашев 1954 йылдың 13 февралендә Өфө ҡалаһында тыуған.

1985 йылда Өфө сәнғәт училищеһын (Л. Н. Бажанова класы), 1990 йылда Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтын (Р. М. Бикмәхәмәтова класы) тамамлаған.

1972 йылдан алып «Юбилейный» мәҙәниәт һарайының музыка етәксеһе, 1973 йылдан — Башҡорт дәүләт филармонияһында аккомпаниатор-концертмейстер булып эшләй. Репертуарында башҡорт һәм татар композиторҙары әҫәрҙәре, төрлө халыҡ кәйҙәре. «Аҡ болан», «Ҡыпсаҡ ҡыҙы», «Мөхәббәт», «Сибай», «Сәскәләр» инструменталь пьесалары, шулай уҡ башҡорт халыҡ йырҙары эшкәртмәләре һәм башҡалар авторы.

Фәриҙә Ҡудашева, Илһам Шакиров, Флүрә Килдейәрова, Мәғәфүр Хисмәтуллин, Нәзифә Ҡадырова, Иҙрис Ғәзиев, Вәхит Хызыров кеүек артистарға ҡушылып уйнай.

Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында Рөстәм Ҡудашев әҫәрҙәрен фортепианола яңғыҙ башҡара һәм синтезаторҙа йырсыларға һәм балет артистарына ҡушылып уйнай.

Ҡарағалпаҡ АССР-ында БАССР әҙәбиәте һәм сәнғәте көндәрендә (1976), Сыуаш АССР-ында БАССР мәҙәниәте көндәрендә (1981), Мәскәүҙә Башҡортостан Республикаһы көндәрендә (1997) ҡатнаша. СССР буйлап, Италия, Германияла гастролдәрҙә була.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (1999)
  • Башҡортостандың атҡаҙанған артисы (1991)

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]