Эстәлеккә күсергә

Рихард Вагнер

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Р. Вагнер битенән йүнәлтелде)
Рихард Вагнер
Richard Wagner
Төп мәғлүмәт
Исеме

нем. Wilhelm Richard Wagner

Тыуған

22 май 1813({{padleft:1813|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:22|2|0}})

Тыуған урыны

Лейпциг, Рейн союзы

Үлгән

13 февраль 1883({{padleft:1883|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:13|2|0}}) (69 йәш)

Үлгән урыны

Венеция, Италия короллеге

Һөнәрҙәре

композитор, дирижёр

Жанрҙар

Опера, музыкаль драма

Автограф
Автограф
 Аудио, фото, видео Викимилектә
Викикатпхана логотибы Әҫәрҙәр в Викитеке

Ри́хард Ва́гнер, тулы исеме Вильһельм Рихард Вагнер (нем. Wilhelm Richard Wagner; 22 май 1813 йыл, Лейпциг — 13 февраль 1883 йыл, Венеция) — немец композиторы һәм сәнғәт теоретигы. Операға ҙур үҙгәрештәр, Европа музыка мәҙәниәтенә, бигерәк тә немец сәнғәтенә бик ҙур өлөш индергән шәхес.

Вагнерҙың мистицизмы һәм антисемитизмы XX быуаттың немец милләтселегенә йоғонто яһай[1], был Вагнерға ҡаршы хәрәкәт барлыҡҡа килеүгә юл ҡуя[2][3][4].

Вагнер в молодости, около 1840 года

Вагнер полиция хеҙмәткәре Карл Фридрих Вагнер (1770—1813) ғаиләһендә туғыҙынсы бала булып тыуған. Вагнерҙың олатаһы таможняла хеҙмәт иткән. Вагнерҙың атаһы Рихардҡа 6 ай булғанда үлеп китә, ҡатыны 9 бала менән тороп ҡала [5], ғаилә полицейский пенсияһына йәшәй. Үгәй атаһы, актёр Людвиг Гейерҙың (Ludwig Geyer) йоғонтоһо аҫтында, Изге Николай мәктәбендә (1828—1830)һәм һуңыраҡ Изге Фома мәктәбендә (1830—1831) уҡып йөрөгәндә, 1828  йылдан Кристиан Готлиб Мюллерҙа,унан һуң Изге Фома сиркәүе канторы Теодор Вайнлигта композиция дәрестәре ала.

1831 йылда Лейпциг университетында музыка буйынса уҡый башлай. 1833—1842 йылдарҙа тормошо тотороҡһоҙ була, Вюрцбургта театрҙа хормейстер булып эшләй, бик ауыр көн итә. Магдебургта, шунан Кёнигсбергта һәм Ригала ( музыкаль театрҙар дирижёры), Норвегияла, Лондонда һәм Парижда йәшәй. Парижда яҙған «Фауст» увертюрһы һәм Дрезденда яҙған «Летучий голландец» операһы уның буласаҡ уңышына нигеҙ һала. Бер йылдан ул Саксония Король һарайы капельмейстеры вазифаһына тәғәйенләнә.

1843 йылда уның һеңлеһе Цицилияның улы Рихард тыуа (буласаҡ философ Рихард Авенариус). Вагнер уның ҡыяматлыҡ атаһы була.

1849 йылда Вагнер |Дрездендәге май күтәрелешендә ҡатнаша, М. А. Бакунин менән таныша. Күтәрелеш баҫтырылғас, Цюрихҡа ҡаса, «Нибелунг балдағы» тетралогияһына либретто, уның тәүге ике өлөшөнә музыка («Рейн алтыны» һәм «Валькирия») һәм «Тристан һәм Изольда» операһын яҙа. 1858 йылда Венеция, Люцерн, Вена, Париж һәм Берлинда була.

1864 йылда уға һәр саҡ аҡсалата ярҙам күрһәтеп торған Бавария короле Людвиг II саҡырыуы буйынса Мюнхенгә күсә. Бында композитор «Нюрнберг мейстерзингерҙары» комик операһын, «Нибелунг балдағы» операһының ике өлөшәнә музыка яҙа: «Зигфрид» һәм «Гибель богов». 1872 йылда Байройтта Фестивалдәр йортоның нигеҙенә тәүге таштар һалына. 1876 йылда ул асыла, бында 1876 йылдың 13—17 авгусында «Нибелунг балдағы» тетралогияһының премьераһы була.

1882 йылда Байройтта «Парсифаль» опера-мистерияһы ҡуйыла. Шул уҡ йылда Вагнер һаулығы насарайыу сәбәпле Венецияға китә, оҙаҡламай ул йөрәк өйәнәгәенән вафат була (1883). Рихард Вагнер Байройтта ерләнгән.

Вагнерҙың әҫәрҙәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Музыкаль фрагменттар

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Внимание! Музыкальные фрагменты в формате Ogg Vorbis

  • Вагнерҙың вафатына 50 йыл тулыу айҡанлы немец медальеры Фридрих-Вильһельм Һёрнляйн иҫтәлекле медаль сығара[6].
  1. см. Хьюстон Чемберлен Chase, Allan. The Legacy of Malthus: The Social Costs of the New Scientific Racism. New York: Alfred A. Knopf, 1977, pp. 91—92
  2. The History of Anti-semitism: From Voltaire to Wagner
  3. Music, mysticism, and magic: a sourcebook
  4. Wagner’s Hitler: The Prophet and His Disciple
  5. Библиотека Флорентия Павленкова. Библиографическая серия. Том 7. — Челябинск: "Урал", 1995. — 461 с.
  6. Фенглер Х., Гироу Г., Унгер В. Словарь нумизмата: Пер. с нем. М. Г. Арсеньевой / Отв. редактор В. М. Потин. — 2-е изд., перераб. и доп. — М.: Радио и связь, 1993. — С. 353. — 408 с. — 50 000 экз. — ISBN 5-256-00317-8.