Садиҡов Тимеркәй (Тимерхан) Садиҡ улы
Садиҡов Тимеркәй | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
Рәсәй империяһы СССР |
Тыуған көнө | 10 август 1905 (119 йәш) |
Тыуған урыны | Балтай, Ҡарамалы-Ғөбәй ауыл советы, Туймазы районы |
Һөнәр төрө | интендант |
Хәрби звание | лейтенант |
Һуғыш/алыш | Бөйөк Ватан һуғышы |
Ғәскәр төрө | кавалерия[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Садиҡов Тимеркәй (Тимерхан) Садиҡ улы (рус. Садыков Тимеркай (Тимерхан) Садыкович 10 август 1905 йыл — ?) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, индендант хеҙмәтенең гвардия лейтенанты. Ҡыҙыл Йондоҙ, II дәрәжә Ватан һуғышы ордендары кавалеры.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Садиҡов Тимеркәй (Тимерхан) Садиҡ улы 1905 йылдың 10 авгусында элекке Башҡортостандың Ҡандра районы (хәҙер Туймазы районы) Балтай ауылында тыуа. 1941 йылдың 19 декабрендә Туймазы районы хәрби комиссариаты тарафынан Ҡыҙыл Армия сафына алына[1]. 89-сы гвардия уҡсылар дивизияһының 273-сө гвардия уҡсылар полкында; 113-сө кавалерия дивизияһында; 5-се һөжүм итеүсе армияла, 58-се гвардия кавалерия полкында хеҙмәт итә.
Дошмандың тәрән эшелонлы оборонаһын өҙөү һуғыштарында Садиҡов подразделениеның шәхси составын аҙыҡ-түлек менән тәьмин итеүҙе яҡшы ойоштора. Уның инициативаһы менән Одер йылғаһы буйында өс йөҙҙән ашыу эре баш мал йыйыла, был полкты 30 тәүлеккә трофей аҙыҡ-түлек менән тәьмин итергә мөмкилек бирә. Аҙыҡ-фураж хеҙмәтен өлгөлө башҡарғаны өсөн Садиҡов Тимеркәй (Тимерхан) Садиҡ улы 1945 йылдың 22 апрелендә Ҡыҙыл Йондоҙ орденына тәҡдим ителә[2].
1945 йылдың 22 апреленән алып 29 апрелгә тиклем Германия территорияһында барған урам һуғыштары ваҡытында, дошмандың көслө утына ҡарамаҫтан фронттың алғы һыҙығына үҙе шәхсән аҙыҡ-түлектәрҙе һәм фуражды еткерә. Норма менән алынған аҙыҡ-түлектәрҙән тыш Садиҡов үҙе лә әҙерләүҙәр менән шөғөлләнә, бының менән полктың шәхси составының туҡланыуын яҡшырта.
Был хәрби хеҙмәттәре өсөн 1945 йылдың 19 июнендә гвардия лейтенанты Садиҡов Тимеркәй (Тимерхан) Садиҡ улы II дәрәжә Ватан һуғышы ордены менән бүләкләнә[2].
Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ҡыҙыл Йондоҙ ордены
- II дәрәжә Ватан һуғышы ордены
- «Варшаваны азат иткән өсөн» миҙалы
- «Берлинды алған өсөн» миҙалы
- «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Дорога памяти. САДЫКОВ ТИМИРХАН|ТЕМЕРХАН САДЫКОВИЧ 2021 йыл 24 июнь архивланған.
- Память народа. Садыков Тимеркай (Тимерхан) Садыкович (рус.) (Тикшерелеү көнө: 27 июль 2021)
- 10 августа тыуғандар
- 1905 йылда тыуғандар
- Туймазы районында тыуғандар
- Ҡыҙыл Йондоҙ ордены кавалерҙары
- 2-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалерҙары
- «Варшаваны азат иткән өсөн» миҙалы менән наградланыусылар
- «Берлинды алған өсөн» миҙалы менән наградланыусылар
- «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы менән бүләкләнеүселәр
- 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугирҙары