Эстәлеккә күсергә

Самохужин Хәбир Шаһи улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Самохужин Хәбир Шаһи улы
Тыуған көнө

18 апрель 1930({{padleft:1930|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:18|2|0}})

Тыуған урыны

Башҡорт АССР-ы, Арғаяш районы, Әбдер ауылы

Вафат булған көнө

5 сентябрь 1998({{padleft:1998|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:5|2|0}}) (68 йәш)

Вафат булған урыны

Силәбе өлкәһе, Силәбе

Гражданлығы

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССРРәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Наградалары һәм премиялары
Социалистик Хеҙмәт Геройы
Ленин ордены Октябрь Революцияһы ордены

Самохужин Хәбир Шаһи улы (18 апрель 1930 йыл — 5 сентябрь 1998 йыл) — Социалистик Хеҙмәт Геройы.

Хәбир Шаһи улы Самохужин 1930 йылдың 18 апрелендә Башҡорт АССР-ының (хәҙерге Силәбе өлкәһенең) Арғаяш районы Әбдер ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Милләте башҡорт. Ете йыллыҡ мәктәпте тамамлаған. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында үҙ ауылындағы колхозда эшләй.

1947 йылда Силәбе ҡалаһында 17-се һөнәрселек училищеһын тамамлай. Хеҙмәт эшмәкәрлеген шул уҡ йылда Силәбе металлургия заводында ҡорос иретеүсе ярҙамсыһы булып башлай. Уның бөтә артабанғы хеҙмәт биографияһы ошо предприятие менән бәйле. 1952 йылда 1-се электр ҡорос иретеү цехында ҡорос иретеүсе, 1962 йылда — 2-се электр ҡорос иретеү цехында ҡорос иретеүсе.

Заводта эшләү йылдарында X. Ш. Самохужин тиҙләтелгән ҡорос иретеү оҫтаһы булып китә, предприятиела тәүгеләрҙең береһе булып, кислород менән өрҙөрөп, тутыҡмай торған ҡорос иретеүҙе үҙләштерә. Ҡатмарлы технологик мәсьәләләрҙе хәл итеп, ҡатыштырылған ҡорос иретеүҙең оптималь ысулдарын эҙләү менән шөғөлләнә. Уның әүҙем ҡатнашлығы менән илдә тәүге тапҡыр тутыҡмай торған ҡоросто 100 тонналыҡ электр мейестәрендә етештереү үҙләштерелә. Коллегалары уны «нержавейка короле» тип йөрөтә.

1958 йылдың 19 июлендәге СССР Юғары Советы Президиумы Указы менән ҡара металлургияны үҫтереүҙәге ҙур уңыштары өсөн Самохужин Хәбир Шаһи улына, Ленин ордены һәм «Ураҡ һәм Сүкеш» алтын миҙалы тапшырылып, «Социалистик Хеҙмәт Геройы» исеме бирелә.

1990 йылда хаҡлы ялға киткәнсе шул уҡ цехта ҡорос иретеүсе булып эшләй.

Силәбе ҡалаһында йәшәй. 1998 йылдың 5 сентябрендә вафат була.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Ленин, Октябрь Революцияһы ордендары,
  • миҙалдар
  • СССР Министрҙар Советы премияһы лауреаты.
  • РСФСР-ҙың Почетлы металлургы.
  • Тыуған ауылы Абдырҙа Герой исеме менән урам аталған.
  • Герои труда. Уфа: Китап, 2011.