Санъярова Миңлегөл Әһелмөхәмәт ҡыҙы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Санъярова Миңлегөл Әһелмөхәмәт ҡыҙы
Заты ҡатын-ҡыҙ
Тыуған көнө 9 сентябрь 1929({{padleft:1929|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:9|2|0}})
Тыуған урыны СССР, РСФСР, Башҡорт АССР-ы, Стәрлетамаҡ кантоны, Үзбәк ауылы
Вафат булған көнө 12 февраль 2010({{padleft:2010|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:12|2|0}}) (80 йәш)
Вафат булған урыны Рәсәй, Башҡортостан Республикаhы, Өфө
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ленин ордены Социалистик Хеҙмәт Геройы Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены «1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында фиҙакәр хеҙмәт өсөн» миҙалы

Санъярова Миңлегөл Әһелмөхәмәт ҡыҙы (9 сентябрь 1929 йыл — 12 февраль 2010 йыл) — төҙөүсе, 1957—1984 йылдарҙа Өфөләге 3-сө төҙөлөш тресы ташсыһы. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1975).

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Миңлегөл Әһелмөхәмәт ҡыҙы Санъярова 1929 йылдың 9 сентябрендә Башҡорт АССР-ының Стәрлетамаҡ кантоны (хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ғафури районы) Үзбәк ауылында тыуған. Хеҙмәт эшмәкәрлеген туған колхозында башлай. 1942 йылдан алып Ғафури һәм Ҡырмыҫҡалы райондарында эшләй. Ауыр һуғыш йылдарының бөтә михнәттәре уның иңенә төшә. Фиҙакәр хеҙмәте өсөн Миңлегөл Әһелмөхәмәт ҡыҙы Санъярова «1941 — 1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн» миҙалы менән бүләкләнгән.

1957—1984 йылдарҙа 3-сө төҙөлөш тресында эшләй. Миңлегөл Әһелмөхәмәт ҡыҙы бында эшсе, ҡыйыҡ ябыусы, унан һуң ташсы булып эшләй. «Мир» Башҡортостан сәнәғәт-сауҙа тегеү фирмаһын, Матбуғат йортон, Өфө полиграфкомбинатын, ӨМЭПБ, ӨПЭПБ, БДУ, БДМУ, БДАУ корпустарын һәм башҡа сәнәғәт һәм социаль-мәҙәни тәғәйенләнешле объекттарҙы төҙөүҙә ҡатнаша.

1975 йылдың 6 авгусында Өфө ҡалаһы төҙөлөшөндәге хеҙмәттәре өсөн Миңлегөл Әһелмөхәмәт ҡыҙы Санъяроваға «Социалистик Хеҙмәт Геройы» тигән юғары исем бирелә. Уның күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте шулай уҡ Ленин ордены (1975) һәм Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1971), бик күп миҙалдар менән билдәләнгән.

Миңлегөл Әһелмөхәмәт ҡыҙы ике ул һәм ҡыҙ тәрбиәләп үҫтерә.

2010 йылдың 12 февралендә 3-сө төҙөлөш тресы ветераны Миңлегөл Әһелмөхәмәт ҡыҙы Санъярова оҙаҡ ауырығандан һуң 81-се йәшендә вафат була.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Социалистик Хеҙмәт Геройы] (1975)
  • Ленин ордены (1975)
  • Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1971)

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]