Сарк

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Сарк
Sèr  Sercq Sark
Flag of Sark.svg Escudo de Sark.svg
Флаг Герб
Государственный гимн Сарк
Guernsey sm02.png
Үҙаллылыҡ датаһы Коронные земли өлөшө ГернсиГернси,Бөйөк Британия флагы Хелиер де Картеретҡа Сарк утрауына милек хоҡуғы биреү тараһында Елизавета I-сенең Указы, 1565 й.
Рәсми тел Инглиз, Француз, сарксский
Баш ҡала Сеньор резеденцияһы. Сарктың башҡалаһы юҡ.
Идара итеү төрө конституцион монархия
Королева

Сарк сеньоры

Елизавета II

Джон Майкл Бомонт

Территория
• Бөтәһе

5,45 км²
Халыҡ
• Һаны (2002)
• Халыҡ тығыҙлығы

600 чел.
110 чел./км²
Валюта Фунт стерлинг, Фунт Гернси (GBP)На острове Сарке используется фунт Гернси.
Телефон коды +44
Сәғәт бүлкәте 1

Координаталар: 49°25′47″ с. ш. 2°21′41″ з. д. / 49.42972° с. ш. 2.36139° з. д. / 49.42972; -2.36139 (G) (O)


СаркЛа-Манштың көньяҡ-көнбайышында урынлашҡан ҙур булмаған утрау. Утрау — Бөйөк Британия юрисдикцияһы аҫтындағы Норманд утрауҙарының береһе, Гернси биләмәһе,

Утрау халҡы — 600 тирәһе кеше (2002). Сарктың үҙ флагы бар. Утрауҙа автомобильдәр тыйылған, велосипед һәм атлы экипаж рөхсәт ителгән. Утрауҙа йәшәүселәр трактор менән файҙалана ала. Моторлы транспорт саралары тик пенсионер һәм инвалидтар өсөн генә.

Утрау ике өлөштән тора: Ҙур Сарк утрауы һәм Кесе Сарк утрауы. Ике утрау тар ғына ҡаялы муйын менән тоташҡан.

Утрау халҡының күп өлөшө инглиз телендә һөйләшә. Элегерәк норманд теленең саркс диалектында һөйләшкән (ҡайһы саҡта француз теленең диалекты тип иҫәпләйҙәр). 1998 йылға торошло сарксс диалектын уртауҙа йәшәүселәрҙең 20% аҙырағы белә.

Сарк Европала феодализмдың иң һуңғы таянысы. Барлыҡ файҙалынырға яраҡлы ерҙәр бер кешенеке — синьорҙыҡы. Ул үҙ ҡарамағындағы ерҙәрҙе арендаға бирә. Был тәртип 2008 йылдың апреленә тиклем дауам итә.[1]

XVI быуатҡа тиклем утрауҙа кеше йәшәмәгән. Ниндәйҙер ваҡыт монах общиналары йәшәгән. Утрау, шулай уҡ пираттар өйөрө урыны булыуы менән билдәле.

XVI быуатта Елизавета I указы буйынса утрауға 40 килеп төшә.

1940-сы йылдарҙа Норманд утрауҙарн (шул иҫәптән Саркты) Германия баҫып ала. Утрауҙа феодаль система 2008 йылға тиклем һаклана. Сарк властарын Евросоюзда даими рәүештә тәнҡитләйҙәр. 2008 йылдың апреленде сеньорлыҡ бөтөрөлә.


Галерея[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]


Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Саркта 450 йыллыҡ феодаль дәүер тамамлана


Донъя Был ил тураһында тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ.