Сафин Әхмәт Мөхлис улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Сафин Әхмәт Мөхлис улы
Заты ир-ат
Гражданлығы Flag of the Soviet Union.svg СССР
Flag of Russia.svg Рәсәй
Тыуған көнө 10 декабрь 1925({{padleft:1925|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:10|2|0}}) (96 йәш)
Тыуған урыны Стәрлетамаҡ кантоны, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Бурлы ауылы, Ғафури районы
Һөнәр төрө уҡытыусы
Эш биреүсе Башҡорт дәүләт университетының Стәрлетамаҡ филиалы
Өфө дәүләт авиация техник университеты
Уҡыу йорто Башҡорт дәүләт университетының Стәрлетамаҡ филиалы
Ғилми исеме профессор[d]
Ғилми дәрәжә педагогия фәндәре докторы[d]
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Сафин Әхмәт Мөхлис улы (10 декабрь 1925 йыл) — ғалим-педагог. Педагогия фәндәре докторы (1995), профессор. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы (1992). 2-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалеры (1945). Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы[1].

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Әхмәт Мөхлис улы Сафин 1925 йылдың 10 декабрендә БАССР‑ҙың Стәрлетамаҡ кантоны Иҫке Бурлы ауылында, хәҙер Башҡортостан Республикаһының Ғафури районы Бурлы ауылында тыуа. Бала сағы Ғафури районында үтә. Ете йыллыҡ мәктәпте Яңғыҙҡайын мәктәбендә тамамлай[2] Әхмәт Мөхлис улы унынсы кластан үҙ теләге менән армияға китә, Бөйөк Ватан һуғышын үтә, 1943 йылдан алып һуғыш аҙағынаса фронтта радист-телеграфсы булып хеҙмәт итә. 1945 йылда 2-се дәрәжә Ватан һуғышы (1985 йылғы) орден менән бүләкләнә. Һуғыштан һуң хәрби училищеға уҡырға инә һәм 1951 йылға тиклем армияла финансист булып хеҙмәт итә[2].

Һуңынан мәктәпкә эшкә күсә: Шишмә мәктәбе уҡытыусыһы һәм артабан директоры булып эшләй (1963 йылға тиклем). Бер үк ваҡытта 1955 йылда К.А. Тимирязев исемендәге Башҡорт педагогия институтын, 1959 йылда Стәрлетамаҡ педагогия институтын тамамлай[2].

1963 йылдан алып Башҡортостан уҡытыусылар белемен камиллаштырыу институтында, 1968 йылдан — Мәскәү технология институтының Өфө филиалында, 1970 йылда — Бүздәк районының Михайловка тулы булмаған урта мәктәбе директоры булып эшләй. Ун ете йыл дауамында республика мәктәптәрендә уҡытыусы һәм директор була, юғары һөнәри белем биреү системаһына килгәнсе кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлай[2]. 1973 йылда — Өфө авиация институтында инженерлыҡ педагогикаһы һәм психология кафедраһының өлкән уҡытыусыһы[3]. 1979—2004 йылдарҙа СДПА‑ла (1983—97 йылдарҙа башланғыс белем биреү педагогикаһы кафедраһы мөдире)[1].

А.М. Сафин факультет тарихында һәр ваҡыт беренсе булды: уның етәкселегендә ғәмәлдәге методологик семинар эшләй башланы, ул тәүгеләрҙән булып институтта педагогия фәндәре докторы ғилми дәрәжәһенә диссертация яҡлай (1995 йыл), тәүгеләрҙән булып профессор ғилми исемен (1996 йыл) һәм Халыҡ-ара педагогия академияһы академигы исемен ала. Фәнни белгеслек буйынса аспирантураны асыуҙа ул туранан-тура ҡатнаша. Уның етәкселегендә кандидатлыҡ диссертациялары уңышлы яҡлана[2].

Фәнни эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Фәнни тикшеренеүҙәре Башҡортостанда мәғариф тарихына, этнопедагогика, мәктәп уҡыусыларын хеҙмәткә өйрәтеү проблемаларына һ.б. арналған. 150‑гә яҡын фәнни хеҙмәт авторы. Педагогик эшмәкәрлеген ул ғилми-тикшеренеү эше менән уңышлы алып барҙы. А.М. Сафин — бер нисә монография һәм уҡыу әсбабы, 150-нән ашыу фәнни мәҡәлә авторы.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • 2‑се дәрәжә Ватан һуғышы ордены (1945).
  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы
  • «Батырлыҡ өсөн» миҙалы (19.05.1945)

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]