Секин Владимир Алексеевич

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Секин Владимир Алексеевич
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
Хеҙмәт итеүе СССР
Тыуған көнө 15 май 1924({{padleft:1924|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:15|2|0}})
Тыуған урыны Поим[d], Чембарский уезд[d], Пенза губернаһы[d], РСФСР, СССР
Вафат булған көнө 20 декабрь 2005({{padleft:2005|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:20|2|0}}) (81 йәш)
Вафат булған урыны Стәрлетамаҡ, Башҡортостан Республикаhы, Рәсәй
Һөнәр төрө офицер
Уҡыу йорто Ишембай нефть колледжы
Сәйәси фирҡә ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы
Хәрби звание полковник[d]
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ҡыҙыл Байраҡ ордены Ленин ордены Ҡыҙыл Йондоҙ ордены Советтар Союзы Геройы I дәрәжә Ватан һуғышы ордены II дәрәжә Ватан һуғышы ордены «Хеҙмәт ветераны» миҙалы "Кёнисбергты алған өсөн" миҙалы «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә илле йыл» юбилей миҙалы «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә алтмыш йыл» юбилей миҙалы «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы «Хәрби хеҙмәттәре өсөн» миҙалы «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә ҡырҡ йыл» юбилей миҙалы Жуков миҙалы

Секин Владимир Алексеевич (15 май 1924 йыл — 20 декабрь 2005 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан хәрби хеҙмәткәр, осоусы, полковник (2000), Советтар Союзы Геройы (1945). Стәрлетамаҡ ҡалаһының почётлы гражданы.

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Владимир Алексеевич Секин 1924 йылдың 15 майында Пенза өлкәһенең Белинский районы Поим ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Владимир Алексеевич 1935 йылда ғаиләһе менән Стәрлетамаҡ ҡалаһына күсеп килә. Стәрлетамаҡ ҡалаһының балалар техник станцияһына йөрөй, самолет моделдәре менән шөғөлләнә; 1940 йылда 3-сө урта мәктәптең һигеҙ синыфын тамамлағас, Стәрлетамаҡ нефть техникумына уҡырға инә.

Һуғыш алдынан нефть техникумында уҡыуын ҡалдыра һәм аэрофлоттың 101-се Стәрлетамаҡ өйрәнеү эскадрильяһында осоусы һөнәренә уҡый башлай.  Бөйөк Ватан һуғышы алдынан үҙ ирке менән Ҡыҙыл Армияға китә, Энгельс хәрби-авиация училищеһына уҡырға йүнәлтмә ала. 1944 йылда училищены тамамлай, Ил-2 самолет штурмовикты үҙләштерә.

1944 йылдың июненән 1945 йылдың майына тиклем Ил-2 штурмовигында Белоруссия, Польша һәм Германияла һуғыша. Фронтта булыуының беренсе аҙнаһында лейтенант Секин 28 хәрби осош яһай; 7 тапҡыр лётчик-штурмовиктың самолетын дошман артиллерияһы бәреп төшөрә.

Беренсе наградаһын, Ҡыҙыл Йондоҙ орденын, Владимир Секин 1944 йылдың июлендә ала. 1945 йылда Герой Йондоҙон уға маршал Рокоссовский тапшыра[1].

Бөйөк Ватан һуғышы тамамланғандан һуң 12 йыл хәрби авиацияла хеҙмәт итә — Төньяҡ ғәскәр төркөмөндә, Карпат аръяғы һәм Байкал аръяғы хәрби округында. Ил-10 штурмовигын, МиГ-15бис, истребителен үҙләштерә. Йәш осоусыларҙы өйрәтә.

Запасҡа подполковник дәрәжәһендә сығып, ҡатыны Александра Дмитриева, улдары Владимир, Валерий, ҡыҙы Наталья менән бергә Стәрлетамаҡ ҡалаһына ҡайта. 1971 йылда Стәрлетамаҡ аэроклубын етәкләй, 1987 йылға тиклем мебель комбинатында транспорт цехы начальнигы булып эшләй.

2005 йылдың 20 декабрендә вафат була.

Батырлығы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

«Дошмандың тере көстәренә, атыу ҡоралдарына һәм техникаһына һөжүм итеүгә һәм бомба ташлауға 130 һөҙөмтәле штурм яһаусы хәрби осош яһағаны, шул уҡ ваҡытта күрһәткән батырлығы һәм ҡаһарманлығы өсөн»[2] 1945 йылдың 18 авгусында В. А. Секинға Советтар Союзы Геройы исеме бирелә[3].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Хәтер[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Стәрлетамаҡ ҡалаһының Маршал Г. К. Жуков исемендәге скверындағы Геройҙар аллеяһында В. А. Секиндың бюсы ҡуйылған. 2005 йылда 3-сө һанлы ул уҡыған мәктәптә Геройҙың бюсы ҡуйылған. Герой йәшәгән йортҡа (Тыныслыҡ урамы, 57) ике телдә — башҡорт һәм рус телендә мемориаль таҡтаташ ҡуйылған.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Секин Владимир Алексеевич. «Герои страны» сайты.
  2. 2,0 2,1 Указ Президиума Верховного Совета СССР «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 686046, д. 192, л. 6).
  3. 3,0 3,1 Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 793756, д. 42, л. 561—564).
  4. Наградные документы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 690155, д. 3341, л. 3, 82, 83).
  5. Наградные документы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 686196, д. 6214, л. 6, 155, 156).
  6. Карточка награждённого к 40-летию Победы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында.
  7. Наградные документы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 690155, д. 4588, л. 8, 216, 217).
  8. Наградные документы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 690155, д. 3845, л. 2, 35, 36).
  9. Почётные граждане Стерлитамака на официальном сайте Совета городского округа город Стерлитамак.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]