Семак Александр Владимирович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Александр Семак
Файл:Alexander Semak.jpg
Шәхси мәғлүмәт
Енесе

ир-ат

Тулы исеме

Александр Владимирович Семак

Гражданлығы

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР
Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Клуб

Башҡорт Автономиялы Совет Социалистик Республикаһы Салауат Юлаев (1983—1986)

Тыуған датаһы

11 февраль 1966({{padleft:1966|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:11|2|0}}) (57 йәш)

Тыуған ере

Башҡорт АССР-ы Өфө ҡалаһы

Тренеры

А. Н. Емелин,
В. И. Воробьев

Буйы

178 см

Ауырлығы

86 кг

Семак Александр Владимирович (11 февраль 1966 йыл) — спортсы, шайбалы хоккей буйынса СССР-ҙың халыҡ‑ара класлы спорт мастеры (1987) һәм СССР-ҙың атҡаҙанған спорт мастеры (1990). Донъя (1990), Европа (1987, 1991), СССР (1990—91), Бөтә донъя универсиадаһы (1987) чемпионы, Халыҡ‑ара хоккей федерацияһы кубогын яулаусы (1994). Башҡортостан Республикаһының 5 саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы, Халыҡтар дуҫлығы ордены кавалеры (2016).

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Александр Владимирович Семак 1966 йылдың 11 февралендә Башҡорт АССР-ының Өфө) ҡалаһында тыуған. СССР һәм Рәсәй хоккейсыһы, үҙәк һөжүмсе. «Салауат Юлаев» СДЮСШОР‑ы тәрбиәләнеүсеһе (тренерҙары: А. Н. Емелин, В. И. Воробьев).

Салауат Юлаев исемендәге спорт клубы (1983—1986 һәм 2000—2002), Динамо Мск (1986 йылдан алып), Милли хоккей лигаһы клубтарында (АҠШ/Канада, 1992—1997), Фрайбург (Германия 1999—2000), Северсталь (2003—2004) һәм ХК МВД Тверь (2004—2005) командаларында уйнай. РСФСР (1981) халыҡтары Спартакиадаларының еңеүсеһе, Европа юниор чемпионы (1983, 1984), Канада Кубогын көмөш призёры (1987), Донъя чемпионатының көмөш призёры (1987), «Ленинградская правда» («Ленинград хәҡиҡәте»; 1985, 1989) гәзит приздарына халыҡ-ара турнирҙар еңеүсеһе һәм башҡалар. 2008—13 йылдар. Толпарҙа тренерлыҡ эшендә.

Карьера[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Хоккейсы булғанда[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Тренеры булғанда[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Спорт ҡаҙаныштары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Gold medal icon.svg РСФСР (1981) халыҡтары Спартакиадаларының еңеүсеһе
  • Silver medal icon.svg РСФСР (1982) халыҡтары Спартакиадаларының көмөш призёры
  • Gold medal icon.svg СССР юниор чемпионы (1983)
  • Gold medal icon.svg Европа юниор чемпионы (1983, 1984)
  • Bronze medal icon.svg Донъя йәштәр чемпионатының бронза призеры (1985, 1986)
  • Gold medal icon.svg «Ленинградская правда» («Ленинград хәҡиҡәте»; 1985, 1989) гәзит приздарына халыҡ-ара турниры еңеүсеһе
  • Silver medal icon.svg Донъя чемпионатының көмөш призёры (1987)
  • Silver medal icon.svg Канада Кубогын көмөш призёры (1987)
  • Gold medal icon.svg Бөтә донъя универсиадаһы (1987)
  • Bronze medal icon.svg СССР чемпионатының бронза призеры (1988)
  • Gold medal icon.svg СССР чемпионы (1990, 1991)
  • Bronze medal icon.svg Донъя чемпионатының бронза призеры (1991)
  • Gold medal icon.svg СНГ чемпионаты еңеүсеһе (1992)
  • Bronze medal icon.svg Баш тренер булғанда Рәсәй чемпионатының ике тапҡыр бронза призеры (2009/2010), (2010/2011)

Награда һәм премиялары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы (2011).

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]