Эстәлеккә күсергә

Серухин Константин Львович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Серухин Константин Львович
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
 СССР
Тыуған көнө 17 июнь 1908({{padleft:1908|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:17|2|0}})
Тыуған урыны Ракуша[d], Ерникалинский сельский округ[d], Атырауская городская администрация[d], Атырау өлкәһе[d], Ҡаҙаҡ Совет Социалистик Республикаһы, СССР
Вафат булған көнө 10 июль 1997({{padleft:1997|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:10|2|0}}) (89 йәш)
Вафат булған урыны Әстрәхән, Рәсәй
Һөнәр төрө яугир
Хәрби звание өлкән сержант
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ҡыҙыл Йондоҙ ордены I дәрәжә Ватан һуғышы ордены «Хеҙмәт батырлығы өсөн» миҙалы «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы

Серухин Константин Львович (17 июнь 1908 йыл — 10 июль 1997 йыл) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, гвардия өлкән сержанты. Ҡыҙыл Йондоҙ, I дәрәжә Ватан һуғышы (1985) ордендары кавалеры.

Константин Львович Серухин 1908 йылдың 17 июнендә Ҡаҙағстандың Гурьев өлкәһе Ракуша ауылында тыуа. 1940 йылдан «Ишембайнефть» тресы автоколоннаһы начальнигы булып эшләй. 1942 йылда Ишембай район хәрби комиссариаты тарафынан Ҡыҙыл Армия сафына алына. 16-сы гвардия кавалерия дивизияһы 148-се гвардия айырым ат-артиллерия парк отделениеһы командиры булып хеҙмәт итә[1].

Дивизияның хәрби хәрәкәттәре барышында автовзвод отделениеһы командиры вазифаһында хеҙмәт итеп, Серухин Константин Львович автомашиналарҙы даими яҡшы торошта тота. Хәрби кәрәк-яраҡтарҙы урынына еткереү буйынса бурыстарҙы теүәл ваҡытында үтәй. Юлһыҙлыҡ осорҙарында ла отделениела машиналар ватылыу осрағы булмай. 1944 йылдың 28 майында был ҡаҙаныштары өсөн «Хеҙмәт батырлығы өсөн» миҙалы менән бүләкләнә.

Отделение командиры вазифаһында теләһә ниндәй шарттарҙа ла дивизияның алғы һыҙығындағы подразделениеларға хәрби кәрәк-яраҡтарҙы еткереү буйынса бурыстарҙы үтәүҙә үҙен һәләтле итеп күрһәтә. Яғыулыҡты экономиялау буйынса инициатива күрһәтә. Уның етәкселеге аҫтында бөтә автомашиналарҙың карбюраторҙары йүнәтелә, был яғыулыҡты байтаҡ экономиялауға булышлыҡ итә.

Висла йылғаһы аръяғында немецтарҙың оборонаһын өҙөүгә әҙерлек осоронда уның етәкселегендәге автомашиналар төндә, юлһыҙ ерҙән, дошмандың артиллерия минометы уты аҫтында батареяның утлы һыҙығына хәрби кәрәк-яраҡтар ташый.

1945 йылдың 21 ғинуарында Томашув ҡалаһы районынан хәрби кәрәк-яраҡтар менән сығырға бурыс ала һәм, ике машина составында кирегә әйләнгәндә 100 кешенән торған немецтарҙың һөжүменә дусар була. Серухин дүрт кешенән торған оборонаны ойоштора, һәм батырлыҡ һәм ҡыйыулыҡ күрһәтеп, хәрби кәрәк-яраҡтар менән машиналарҙы имен алып ҡалып, дошмандың һөжүмен кире ҡаға. Яралы рәүештә машинаны атыу зонаһынан алып сыға. 1944 йылдың 1 июлендә, 31 декабрендә һәм 1945 йылдың 21 ғинуарында күрһәткән батырлыҡтары өсөн Серухин Константин Львович Ҡыҙыл Йондоҙ орденына лайыҡ була[2].

Серухин Константин Львович 1997 йылдың 10 июлендә Әстерханда вафат була.