Эстәлеккә күсергә

Сидорович Яков Николаевич

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Сидорович Яков Николаевич
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
 СССР
Тыуған көнө 1913
Тыуған урыны Өфө, Рәсәй империяһы
Һөнәр төрө водитель моторного транспортного средства
Хәрби звание ҡыҙылармеец[d] һәм рядовой
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Ғәскәр төрө кавалерия[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
«Батырлыҡ өсөн» миҙалы (СССР)

Сидорович Яков Николаевич (1913 йыл — ?), 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, гвардия ҡылыармеецы, гвардия рядовойы.

Сидорович Яков Николаевич 1913 йылда Башҡортостандың Өфө ҡалаһында тыуа. 1942 йылдың февраль айында Өфө ҡалаһының Сталин район хәрби комиссариаты тарафынан Ҡыҙыл Армия сафына алына[1].

16-сы гвардия кавалерия дивизияһының шоферы булараҡ, рядовой Сидорович бөтә хәрби юлында частарға продфураж һәм яғыулыҡ ташыу буйынса намыҫлы хеҙмәт итә. Машинаһын һәр ваҡыт яҡшы торошта тота, бер аварияға ла осрамай. Холм һәм Люблин ҡалалары өсөн һуғышта хәрби частарға продфураж ташыу буйынса заданиеларҙы ваҡытында башҡара. Висла йылғаһынан алып Одер йылғаһына тиклем дивизияның һөжүм итеү операцияларында тылдар буйлап тар-мар ителгән немец ғәскәрҙәренең төркөмдәре гиҙгәндә һәм уларҙың юлдағы машиналарға ташланыу ҡурҡынысы булған хәүефле мәлдәрҙә Сидорович машинаһында яңғыҙ продфураж ташыуын дауам итә.

1945 йылдың 25 ғинуарында хәрби частарға аҙыҡ-түлек тейәп китеп барған сағында бер төркөм немец һалдаттарына юлыға, һуңғылары машинаға ҡарап автоматтан ут аса, ҡасып китеү мөмкинлеге юҡ, Сидорович машинаһын туранан-тура дошман аша ҡыуа һәм йөктө имен алып килеп еткерә. Был ҡыйыулығы өсөн ул «Батырлыҡ өсөн» миҙалы менән бүләкләнә[2].