Силантьев Александр Петрович
Силантьев Александр Петрович | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ | СССР |
Хеҙмәт итеүе | СССР |
Тыуған көнө | 23 август 1918[1] |
Тыуған урыны | Екатеринбург, Пермь губернаһы, Совет Рәсәйе[1] |
Вафат булған көнө | 10 март 1996 (77 йәш) |
Вафат булған урыны | Мәскәү, Рәсәй |
Ерләнгән урыны | Новодевичье зыяраты[d] |
Һөнәр төрө | дәүләт эшмәкәре |
Уҡыу йорто |
Рәсәй Федерацияһы Ҡораллы Көстәре Генераль штабы Хәрби академияһы[d] Ю. А. Гагарин исемендәге Хәрби-һауа академияһы[d] |
Сәйәси фирҡә ағзаһы | Советтар Союзы Коммунистар партияһы |
Хәрби звание | маршал авиации[d] |
Командалыҡ иткән | Военно-воздушные силы Российской Федерации[d] |
Һуғыш/алыш | Бөйөк Ватан һуғышы |
Ғәскәр төрө | военно-воздушные силы[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Силантьев Александр Петрович Викимилектә |
Силантьев Александр Петрович (23 август 1918 йыл — 10 март 1996, Мәскәү) — совет хәрби эшмәкәре, авиация маршалы, Советтар Союзы Геройы.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Силантьев Александр Петрович 1918 йылдың 23 авгусында Екатеринбург ҡалаһында эшсе ғаиләһендә тыуа. Урыҫ. Урта мәктәптең 7 класын тамамлай. 1934 йылдан Свердловскиҙа «Металлист» заводында слесарь булып эшләй. Бер үк ваҡытта авиация спорты менән шөғөлләнә: 1935 йылдың сентябренән — Первоуральск планер станцияһының инструктор-планерисы, 1937 йылдың апреленән — Свердловск аэроклубы инструкторы.
Бөйөк Ватан һуғышына тиклем хәрби хеҙмәте
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1938 йылда Ҡыҙыл армияға хәрби хеҙмәткә саҡырыла. 1940 йылда Сталинград хәрби авиация осоусылар мәктәбен тамамлай. Көнбайыш Айырым хәрби округында 153-сө истребитель авиация полкында хеҙмәт итә. И-153 истребителендә оса.
Бөйөк Ватан һуғышы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Бөйөк Ватан һуғышында беренсе көндән үк, 1941 йылдың 22 июнендә бер нисә хәрби осош яһай. Көнбайыш фронтта һуғыша. 1941 йылдың 23 июнендә беренсе еңеүгә өлгәшә. 1941 йылдың авгусында 160-сы истребитель авиация полкының эскадрилья командиры урынбаҫары итеп күсерелә, һуңынан ошо полктың штурманы була. Полк составында Лагг-3 истребителендә Ленинград һәм Волхов фронттарында һуғыша. Һуғыштың тәүге айҙарында тигеҙ булмаған һауа һуғыштарында үҙен яҡшы күрһәтә. 1941 йылдың 29 октябрендә бер алышта ике ике Ju-88 немец бомбардировщигын бәреп төшөрә. 1941 йылдың декабренә 203 хәрби осош яһай, уларҙа шәхсән дошмандың 7 самолетын бәреп төшөрә. Был батырлығы өсөн СССР Юғары Советы президиумы указы менән Советтар Союзы Геройы исеменә лайыҡ була.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 Силантьев Александр Петрович // Большая советская энциклопедия (урыҫ): [в 30 т.] / под ред. А. М. Прохорова — 3-е изд. — М.: Советская энциклопедия, 1969.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Коллектив авторов. История командного факультета Военно-Воздушной академии имени Ю. А. Гагарина / В. Е. Зенков. — Москва: ЗАО СП «Контакт РЛ», 2007 год. — С. 246. — 368 с. — ISBN 5-902908-02-7.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Силантьев Александр Петрович . «Герои страны» сайты.
- Биография на сайте «Красные асы».
- Биография.
- 23 августа тыуғандар
- 1918 йылда тыуғандар
- Екатеринбургта тыуғандар
- 10 мартта вафат булғандар
- 1996 йылда вафат булғандар
- Мәскәүҙә вафат булғандар
- Генераль штабтың Хәрби академияһын тамамлаусылар
- Ю. А. Гагарин исемендәге Хәрби-һауа академияһын тамамлаусылар
- СССР Дәүләт премияһы лауреаттары
- Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалерҙары
- Ленин ордены кавалерҙары
- Ҡыҙыл Йондоҙ ордены кавалерҙары
- Советтар Союзы Геройҙары
- 1-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалерҙары
- 2-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалерҙары
- III дәрәжә «СССР Ҡораллы Көстәрендә Ватанға хеҙмәт иткәне өсөн» ордены кавалерҙары
- Авиация маршалдары
- Бөйөк Ватан һуғышы осоусылары
- КПСС ағзалары
- Алфавит буйынса шәхестәр