Скребков Сергей Сергеевич
Скребков Сергей Сергеевич | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Тыуған көнө | 3 (16) апрель 1905 |
Тыуған урыны | Мәскәү, Рәсәй империяһы |
Вафат булған көнө | 6 февраль 1967 (61 йәш) |
Вафат булған урыны | Мәскәү, СССР |
Ерләнгән урыны | Мәскәүҙәге Дон зыяраты[d] |
Һөнәр төрө | музыкант |
Уҡыу йорто | П. И. Чайковский исемендәге Мәскәү дәүләт консерваторияһы |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Скребков Сергей Сергеевич (3 апрель 1905 йыл, Мәскәү — 6 февраль 1967 йыл, шунда уҡ) — совет музыка белгесе, пианист, педагог, полифония, музыкаль стилдәр теорияһы һәм тарихы өлкәһендә белгес. Сәнғәт фәне докторы, Мәскәү консерваторияһы профессоры. РСФСР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1966).
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Скребков Сергей Сергеевич 1905 йылдың 3 апрелендә Мәскәүҙә тыуған. Ул 1928 йылда Гнесиндар исемендәге музыка училищеһын Ел. Ф. Гнесинаның фортепиано класы[1] һәм Ф. М. Гнесиндың һәм Р. М. Глиэрҙың композиция класы буйынса тамамлай. 1930 йылда Мәскәү консерваторияһының Музыкаль-ғилми-тикшеренеү бүлеген (МУНАИС) һәм Мәскәү университетының физика-математика факультетын тамамлай. Төрлө йылдарҙа А. Ф. Лосев, Н. С. Жиляев, В. Э. Ферман, Е. А. Бекман-Щербина, Н. А. Гарбузов һәм башҡалар уның уҡытыусылары булалар.
1929 йылда С. С. Скребков пианист Е. А. Бекман-Щербинаның ҡыҙы О. Л. Бекман-Скребковаға өйләнә. 1932 йылда уларҙың ҡыҙы Марина тыуа, ул хәҙер П. И. Чайковский исемендәге Мәскәү дәүләт консерваторияһы профессоры. 1932 йылдан алып Мәскәү дәүләт консерваторияһында эшләй.
1944 йылда Сергей Сергеевич Скребков академик Б. В. Асафьев етәкселегендә Фәнни-тикшеренеү кабинетының эшендә ҡатнаша. 1938—1941 йылдарҙа Үҙәк музыка-педагогия ситтән тороп уҡыу институтының музыка теорияһы кафедраһы мөдире вазифаһында эшләй. 1944—1949 йылдарҙа Гнесиндар исемендәге Дәүләт музыка-педагогия институтында (хәҙер Гнесиндар исемендәге Рәсәй музыка академияһы) эшләй, Е. Ф. Гнесинаның үтенесе буйынса институтты булдырыуҙа ҡатнаша, тарихи-теоретик факультеты деканы була, диссертация һәм диплом эштәре менән етәкселек итә.
Бер үк ваҡытта 1944—1952 йылдарҙа СССР Фәндәр академияһының Сәнғәт тарихы институтында ғилми хеҙмәткәр, музыка секторында йыйынтыҡтар мөхәррир-төҙөүсе булып эшләй. Төрлө ваҡыттарҙа Рәсәйҙә, Грузияла, Украинала, сит илдәрҙә (Польша, Ҡытай, Франция, Италия, Англия, Австрия, Чехословакия, Болгария һәм башҡалар) конференцияларҙа докладтар уҡый. СССР композиторҙар союзы ағзаһы (1947).
Мәскәү консерваторияһында диссертациялар яҡлау буйынса совет ағзаһы. Уның уҡыусылары араһында Мәскәү консерваторияһы профессорҙары В. В. Медушевский, Е. В. Назайкинский һәм М. Е. Тараканов.
Сергей Сергеевич Скребков 1967 йылдың 6 февралендә Мәскәүҙә 62 йәшендә вафат була. Дон зыяратында ерләнгән.
Төп хеҙмәттәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Китаптары
- Хрестоматия по гармоническому анализу. М.: Музгиз, 1956 (2-е изд. 1961; совм. с О. Л. Скребковой);
- Полифония и полифонические формы. М.: Советский композитор, 1962;
- Учебник полифонии: [Для музыкальных училищ и музыкальных вузов]. М.: Музыка, 1965 (2-е изд. 1982; 5-е изд. 2017, 2018);
- Русская хоровая музыка XVII — начала XVIII вв. М.: Музыка, 1969 (2-е изд. 2018);
- Художественные принципы музыкальных стилей. Учебное пособие. М.: Музыка, 1973 (2-е изд.: М., Планета музыки, 2016);
- Избранные статьи. М.: Музыка, 1980;
- Теория имитационной полифонии. Киев: Музична Украiна, 1983;
- Полифонический анализ. Учебное пособие. М.: Музыка, 2009;
- Анализ музыкальных произведений 2-е изд. М., 2018.
- Мәҡәләләре
- «Сонатная форма в свете теории многоосновности» // Н. А. Гарбузов. Теория многоосновности. Ч. II. М., 1932.
- «К проблеме электрических инструментов» // СМ, 1933, № 4.
- «Исследование динамических особенностей художественного исполнения перед микрофоном» // СМ, 1934, № 8.
- «Элементы акустики гобоя» // Акустический сборник. Вып. 1. Труды Науч.-исследовательского института Московской консерватории. М., 1936.
- «Роль момента возникновения звука в музыкальных инструментах» // Журнал технической физики, 1936. Т. 6. Вып. 12.
- «Теория термоэлемента в связи с изменением реверберации» // Журнал технической физики, 1937. Т. 7. Вып. 12.
- «Некоторые данные об агогике авторского исполнения Скрябина» // А. Н. Скрябин. К 25-летию со дня смерти. М., 1940.
- «Симфонический тематизм Мясковского» // СМ, 1946, № 4.
- «Бортнянский — мастер русского хорового концерта» // Ежегодник института истории искусств. — М., 1948.
- «К вопросу о стиле современной музыки» («Весна священная» И. Стравинского) // Музыка и современность. Вып. 6. М., 1969.
- «Черты нового в инструментальной фуге И. С. Баха» // Теоретические наблюдения над историей музыки. М., 1978.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- С. С. Скребков. Статьи и воспоминания. — М., 1979;
- Сергей Сергеевич Скребков. Музыкант. Ученый. Педагог. Мыслитель. — М., 2005.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Скребков Сергей Сергеевич на сайте МГК им. П. И. Чайковского
- Статья 2021 йыл 27 октябрь архивланған. на сайте РАМ им. Гнесиных
- Публикации в журнале «Музыкальная академия»
- Громадин В. Дар интеллигентного мышления
- [gufo.me/dict/biography_encyclopedia/%D0%A1%D0%BA%D1%80%D0%B5%D0%B1%D0%BA%D0%BE%D0%B2,_%D0%A1%D0%B5%D1%80%D0%B3%D0%B5%D0%B9_%D0%A1%D0%B5%D1%80%D0%B3%D0%B5%D0%B5%D0%B2%D0%B8%D1%87 Скребков Сергей Сергеевич]
- 16 апрелдә тыуғандар
- 1905 йылда тыуғандар
- Мәскәүҙә тыуғандар
- 6 февралдә вафат булғандар
- 1967 йылда вафат булғандар
- Мәскәүҙә вафат булғандар
- Мәскәүҙә ерләнгәндәр
- Мәскәү консерваторияһын тамамлаусылар
- «Почёт Билдәһе» ордены кавалерҙары
- Сәнғәт ғилеме докторҙары
- СССР Композиторҙар союзы ағзалары
- РСФСР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәрҙәре
- Алфавит буйынса шәхестәр
- 3 апрелдә тыуғандар
- МДУ-ның физика-математика факультетын тамамлаусылар