Эстәлеккә күсергә

Собольщиков-Самарин Николай Иванович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Собольщиков-Самарин Николай Иванович
Рәсем
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
 СССР
Тыуған көнө 9 апрель 1868({{padleft:1868|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:9|2|0}})
Тыуған урыны Санкт-Петербург, Рәсәй империяһы[1]
Вафат булған көнө 20 июль 1945({{padleft:1945|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:20|2|0}})[1] (77 йәш)
Вафат булған урыны Түбәнге Новгород, РСФСР, СССР
Ерләнгән урыны Красный зыяраты[d]
Һөнәр төрө актёр
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Николай Иванович Собольщиков-Самарин — (ысын фамилияһы Собольщиков; 28 март [9 апрель1868, Санкт-Петербург — 20 июль,1945, Горький) — СССР һәм Рәсәй театр режиссеры, актер, антрепренер, уҡытыусы, театр эшмәкәре. РСФСР-ҙың халыҡ артисы (1934). Хеҙмәт Геройы.[2] Ленин ордены менән бүләкләнгән.

1868 йылдың 9 апрелендә (иҫке стиль буйынса 28 мартта) крәҫтиән ғаиләһендә тыуған.

Иртә йәштән башлап үҙешмәкәр спектаклдәрҙә сығыш яһай. 1883 йылдан Санкт-Петербург һәм уның янындағы биҫтәләрҙә клуб сәхнәһендә спектаклдәрҙә уйнай һәм сәхнәгә ҡуя. 1884 йылдан Петрозаводск һәм Новгородта театрҙарҙа сығыштар яһай. 1892 йылда Петербургтағы Василеостров эшселәр театрында актёр һәм режиссёр була .

Ошо уҡ йылдың авгусында Түбәнге Новгородҡа ҡайтып китә, унда сәхнәлә сығыш яһай һәм режиссура менән шөғөлләнә (1892—1899), бер йылдан үҙ етәкселегендә Артистар ширҡәте ойоштора. 1897 йылда ҡуртымға яңы театр бинаһы ала һәм антрепренёр була. 1901—1907 йылдарҙа Һарытау һәм Ҡазанда опера һәм драма театрҙары ойоштора, улар менән Рәсәйҙең төрлө ҡалалары буйлап гастролдәрҙә була. Әстерханда антреприза тота , өс йыл Дондағы Ростовта антрепренер булып эшләгән. Шулай уҡ Тверь, Ярославль, Екатеринодар, Һамар, Сембер, Царицын һәм Одессала (1917—1924) эшләй, һуңғыһында эшләгәндә революция башлана.

1917 йылдың яҙында Н. И. Собольщиков-Самарин Одессала революцион «Вронсобсам» сатира театры аса (В. М. Вронский менән берлектә)[3], ә йәй — «Йылмайыуҙар» миниатюра театры ойоштора. 1921 йылда, интервенттар киткәс , Одесса театрының директоры һәм баш режиссеры итеп тәғәйенләнгән. 1924 йылда Түбәнге Новгородҡа күсеп, шунда ҡалған ғүмерен актёр, режиссёр, художество етәксеһе һәм консультанты булып үткәрә.

Горькийҙавафат була. Бугровский зыяратында ерләнгән

Ҡатыны — Славатинская, Инна Евгеньевна (1929 йылда вафат), ҡыҙы — Собольщикова-Самарина Антонина Николаевна (1892—1971).

Н. И. Собольщиков-Самарин исемендәге премия — Түбәнге Новгород өлкәһендә иң маҡтаулы театр бүләге. Уны мәҙәниәт үҫешенә ҙур өлөш индергән, күренекле эштәре юғары сәнғәт ижады үрнәгенә әйләнгән театр сәнғәте әһелдәренә бирәләр[4]

  1. 1,0 1,1 Собольщиков-Самарин Николай Иванович // Большая советская энциклопедия (урыҫ): [в 30 т.] / под ред. А. М. Прохорова — 3-е изд. — М.: Советская энциклопедия, 1969.
  2. Пресс-служба администрации губернатора Нижегородской области(недоступная ссылка)
  3. В. Файтельберг-Бланк, В. Савченко Василий Вронский – луч света в тёмном царстве // Порто-Франко : газета. — Одесса, 2001. — № 21—25 (560—564).
  4. Правительство Нижегородской области(недоступная ссылка)