Соломенцев Юрий Михайлович
Соломенцев Юрий Михайлович | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй |
Тыуған көнө | 25 июнь 1939 |
Тыуған урыны | Санкт-Петербург, РСФСР, СССР |
Вафат булған көнө | 15 сентябрь 2018 (79 йәш) |
Вафат булған урыны | Мәскәү, Рәсәй |
Ерләнгән урыны | Новодевичье зыяраты[d] |
Атаһы | Михаил Сергеевич Соломенцев[d] |
Һөнәр төрө | ғалим |
Эш урыны |
«Станкин» Мәскәү дәүләт технология университеты[d] Дон дәүләт техник университеты |
Уҡыу йорто | Көньяҡ Урал дәүләт университеты |
Ғилми дәрәжә | техник фәндәр докторы[d] |
Ойошма ағзаһы | СССР Фәндәр академияһы[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Соломенцев Юрий Михайлович (25 июнь 1939 йыл — 15 сентябрь 2018 йыл) — автоматлаштырыу өлкәһендә СССР һәм Рәсәй ғалимы. Техник фәндәр докторы (1974), профессор (1976), СССР фәндәр Академияһының ағза-корреспонденты (23.12.1987).
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Юрий Михайлович Соломенцев 1939 йылдың 25 июнендә Ленинград ҡалаһында тыуған. СССР-ҙың партия һәм дәүләт эшмәкәре Соломенцев Михаил Сергеевичтың (7.11.1913—15.02.2018) улы.
1961 йылда Силәбе политехник институтын «Машиналар төҙөү технологияһы, металл киҫеүсе станоктар һәм инструмент» һөнәре буйынса уҡып тамамлай. 1965 йылда Мәскәү станок-инструмент институты аспирантураһын тамамлай, шул уҡ йылда (срогынан алда) техник фәндәр буйынса кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлай.
1965—1967 йылдарҙа Ростов ауыл хужалығы машиналары төҙөү институтында уҡыта.
1967 йылдан алып «Станкин» Мәскәү Дәүләт технология университеты хеҙмәткәре, 1974—2007 йылдарҙа ректор, 2008 йылдан алып президент.
Улы Михаил — Мәскәү мэры һәм хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте етәксеһе урынбаҫары. Ҡыҙы Ксения — журналист.
Бүләктәре, премиялары, маҡтаулы исемдәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ленин премияһы лауреаты (1972), СССР Дәүләт премияһы лауреаты (1986), Рәсәй Федерацияһының белем биреү өлкәһендә Хөкүмәт премияһы (2001)[1], һәм фән һәм техника өлкәһендә премия лауреаты (2003)[2]
- Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1981), Октябрь Революцияһы ордены (1986), «Мәскәүҙең 850-йыллығы иҫтәлегенә» миҙалы, Георгий Димитров миҙалы (Болгария) һәм башҡалар менән бүләкләнгән.
- «Станкин» Мәскәү Дәүләт технология университетының почётлы докторы, Хемницкий техник университетының почётлы докторы (Германия), Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1999)[3], Рәсәй Федерацияһының юғары белем биреү почетлы хеҙмәткәре.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Постановление Правительства Российской Федерации от 30 августа 2002 г. № 647 «О присуждении премий Правительства Российской Федерации 2001 года в области образования»
- ↑ Постановление Правительства Российской Федерации от 16 февраля 2004 г. № 85 «О присуждении премий Правительства Российской Федерации 2003 года в области науки и техники»
- ↑ Указ Президента Российской Федерации от 1 июля 1999 г. № 862 «О награждении государственными наградами Российской Федерации»(недоступная ссылка)
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Профиль Юрия Михайловича Соломенцева РФА рәсми сайтында
- [1], [2] 2012 йыл 30 июнь архивланған.
- 25 июндә тыуғандар
- 1939 йылда тыуғандар
- Санкт-Петербургта тыуғандар
- 15 сентябрҙә вафат булғандар
- 2018 йылда вафат булғандар
- Мәскәүҙә вафат булғандар
- Мәскәүҙә ерләнгәндәр
- Көньяҡ Урал дәүләт университетын тамамлаусылар
- СССР Дәүләт премияһы лауреаттары
- Октябрь Революцияһы ордены кавалерҙары
- Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалерҙары
- «Мәскәүҙең 850 йыллығы иҫтәлегенә» миҙалы менән бүләкләнеүселәр
- Ленин премияһы лауреаттары
- Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары профессиональ белем биреү хеҙмәткәрҙәре
- Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәрҙәре
- Фән һәм техника өлкәһендәге РФ Хөкүмәте премияһы лауреаттары