Спиридонов Михаил Григорьевич
Спиридонов Михаил Григорьевич | |
![]() | |
Заты | ир-ат |
---|---|
Тыуған көнө | 28 апрель 1952 (68 йәш) |
Тыуған урыны | СССР, РСФСР, Башҡортостан Республикаhы |
Һөнәр төрө | рәссам |
Статус авторского права как автора | работы защищены авторским правом[d] |
Спиридонов Михаил Григорьевич (28 апрель 1952 йыл) — рәссам. 1996 йылдан Рәсәй Рәссамдар союзы ағзаһы.
Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Спиридонов Михаил Григорьевич 1952 йылдың 28 апрелендә Өфөлә тыуған. 1970 йылда Өфөлә А. А. Кузнецов исемендәге 1-се һанлы балалар сәнғәт мәктәбен тамамлай[1].
Хәҙерге ваҡытта Өфөлә йәшәй һәм эшләй.
Ижадта метафизик художество йүнәлештәге вәкилдәргә ҡарай.
Әҫәрҙәренең урынлашыуы: АҠШ, Германия, Польша, Израиль, Франция галереяларында, М. В. Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейында, «Мираҫ», «Урал» (Өфө) галереяларында, К. А. Савицкий музейында (Пенза), Рәсәйҙә һәм сит илдәрҙә шәхси тупланмаларҙа.
Күргәҙмәләре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Михаил Спиридонов 1976 йылдан республика, зона, төбәк, бөтә рәсәй һәм сит ил күргәҙмәләре ҡатнашыусыһы. Уның 70-кә яҡын шәхси күргәҙмәләре Башҡортостан Республикаһының һәм Рәсәй Федерацияһының ҡалаларында үтә. Ул Өфө, Мәскәү, Вологда, Төмән, Свердловск, Силәбе, Варшава ҡалаларында коллектив күргәҙмәләрҙең ҡатнашыусыһы.
Эштәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
«Уфимский дворик», 1977; «Шорохи», 1979; «Путешествие в отрезке времени», 1987; «Белый путь», 1993; «Светозария», 2001; «Незнакомый полустанок», 2007; «Зов», 1990; «Путники», 1992.
«Мерцающая свинья», «Красное окно», «Путешествие в отрезке времени».
Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Газета «Известия РБ» от 17 апреля 2007 г.
- А. Гарбуз «Современная художественная культура Башкортостана» Изд-во «Гилем», Уфа, 2007 г.
- «Земляничные места» Михаила Спиридонова, Новосибирск. 2009 г.
- Каталог «Михаил Спиридонов. Живопись» . Изд-во МК РБ, 1994 г.
- Каталог «Востокозапад. Живопись». Изд-во «Слово», Уфа, 1994 г.
Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- http://www.vangogh.ru/gallery/mspiridonov/
- И. Н. Оськина. Спиридонов, Михаил Григорьевич. БАШКИРСКАЯ ЭНЦИКЛОПЕДИЯ. ГАУН РБ «Башкирская энциклопедия» (2013). Проверено 4 апреля 2017.
- http://kulturarb.ru/people/?ELEMENT_ID=11411
- http://www.artlib.ru/index.php?id=11&idp=0&fp=2&uid=5548&idg=0&sa=1&pid=625
- СВЕТ и ПУТЬ в художественном сознании Михаила Спиридонова