Иҫке Һынны
Иҫке Һынны | |
Дәүләт | Рәсәй |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Первомайский ауыл Советы, Благовар районы, Бәләбәй кантоны һәм Бәләбәй өйәҙе |
Халыҡ һаны |
345 кеше (2002)[1], 428 кеше (2009)[1], 417 кеше (2010)[2] |
Почта индексы | 452735 |
Иҫке Һынны (рус. Старые Санны; боронғо атамаһы Илсенбәт) — Башҡортостан Республикаһының Благовар районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 417 кеше[3]. Почта индексы — 452738, ОКАТО коды — 80214824002.
Халыҡ һаны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1897 йыл 9 февраль ( 26 ғинуар) | |||||
1920 йыл 26 август | |||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | |||||
1959 йыл 15 ғинуар | |||||
1970 йыл 15 ғинуар | |||||
1979 йыл 17 ғинуар | |||||
1989 йыл 12 ғинуар | |||||
2002 йыл 9 октябрь | |||||
2010 йыл 14 октябрь | 417 | 202 | 215 | 48,4 | 51,6 |
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
- 1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
- 1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
- 1859 һәм 1865 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.I. Уфимская губерния, 1877. — Уфа:Китап, 2002. — 432 с. ISBN 5-295-03188-8 (ч. I). ISBN 5-295-03133-0.
- Өфө виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1859 һәм 1865 йылдарға ҡарата бар.
- 1866 йыл — Список населенных мест. Ч. II. Оренбургская губерния, 1866. — Уфа: Китап, 2006. — 260 с. ISBN 5-295-03815-7 (ч. II). ISBN 5-295-03133-0.
- Ырымбур виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1866 йылға ҡарата бар.
- 1897 йыл — Перепись населения. т.45 кн.01 Уфимская губерния. Н.А.Тройницкий (ред.)(С.-Петербург, 1901)
- Был китапта Өфө виләйәте ауылдары буйынса мәғлүмәт бар. 500 кешенән күберек булған ауылдар исемлеге.
- 1920 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.III. Башреспублика, 1926. — Уфа. Китап, 2002. — 400 с. ISBN 5-295-03091-1 (ч. III). ISBN 5-295-03133-0.
- Был китап 1926 йылға ҡарата төҙөлгән, әммә халыҡ иҫәбе 1920 йылға ҡарата бирелгән.
- 1939 йыл — БАССР. Административно-территориальное деление на 1 июня 1940 года – Уфа:Государственное издательство, 1941. – 387 с.
- Был китапта 1939 йылғы иҫәп алыу буйынса һәр ауыл буйынса мәғлүмәт бар.
- 1989 һәм 2002 йылдар — Башҡортостан Республикаһы ауылдарында 1989 һәм 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны.
- 2010 йыл — Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- Население Башкортостана: XIX-XXI века: статистический сборник / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республики Башкортостан. — Уфа:Китап, 2008. — 448 с.: ил. ISBN 978-5-295-04439-7
- 1897 йылғы халыҡ иҫәбенән башлап ҡалалар, ҡала төрөндәге ҡасабалар, райондар, район үҙәктәре буйынса халыҡ һаны бар.
Географик урыны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Район үҙәгенә тиклем (Языков): 25 км
- Ауыл Советы үҙәгенә тиклем (Первомайск): 4 км
- Яҡындағы тимер юл станцияһы (Бүздәк): 21 км
Билдәле шәхестәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ғайсин Әнүәр Рәхмәтулла улы (1921—2015), педагог, мәғариф эшмәкәре. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1958—1962 йылдарҙа Благовар районы мәғариф бүлеге мөдире, 1962—1975 йылдарҙа Первомайск урта мәктәбе директоры. РСФСР-ҙың атҡаҙанған уҡытыусыһы һәм мәғариф отличнигы. I дәрәжә Ватан һуғышы һәм III дәрәжә Хеҙмәт Даны ордендары кавалеры. РСФСР-ҙың персональ пенсионеры[4].
- Дәүләтбаев Мирас Ибраһим улы (20.01.1949), рәссам. СССР Рәссамдар союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған рәссамы[5].
- Дәүләтҡолова Әнүзә Шәрифулла ҡыҙы (18.09.1935), почта хеҙмәте ветераны. 1955—1990 йылдарҙа Өфө почтамты почтальоны, Социалистик Хеҙмәт Геройы (1976). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған элемтәсеһе (1974). СССР-ҙың элемтә мастеры (1969).
- Усманова Фәриҙә Ғәлимйән ҡыҙы (26.12.1918—21 .05.1983) — медицина хеҙмәте капитаны. Фронт хирургы — 1096-сы пушка артполкының өлкән табибы[6].Ике Ҡыҙыл Йондоҙ ордены (1943, 1944), «Мәскәүҙе обороналаған өсөн», «Ленинградты обороналаған өсөн», «Праганы алған өсөн», «Германияны еңгән өсөн» һәм башҡа хәрби миҙалдар менән бүләкләнгән.
- Хангилдин Васиҡ Хәйҙәр улы (12.05.1907—15.06.1998), ғалим-селекционер, дәүләт һәм йәмәғәт хеҙмәткәре. Ауыл хужалығы фәндәре докторы (1974), профессор (1961). РСФСР-ҙың 6-сы саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Ленин (1971), ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1957, 1966) һәм Халыҡтар Дуҫлығы (1982) ордендары кавалеры. РСФСР-ҙың атҡаҙанған агрономы (1957), Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1963).
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан ВПН-2002 и 2009
- ↑ Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан (урыҫ)
- ↑ Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- ↑ Муниципальное бюджетное учреждение культуры Центральная библиотека МР Благоварский район. Официальный сайт. Краеведение / Литературная карта района / Гайсин Анвар Рахматуллович 2021 йыл 9 ғинуар архивланған. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 7 ғинуар 2021)
- ↑ Башҡорт энциклопедияһы — Дәүләтбаев Мирас Ибраһим улы 2016 йыл 21 апрель архивланған. (Тикшерелеү көнө: 11 ғинуар 2019)
- ↑ https://vestnikbgmu.nethouse.ru/static/000/000/056/701/doc/cc/cb/460b3923d17100ca165274e22fdcb0d89c78.pdf Вестник Башкирского государственного медицинского университета — 2015, № 2 (приложение) — сс.152-158
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с.— ISBN 978-5-87691-038-7. (рус.)
- Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий — Уфа: Китап, 2009. — 744 б. — ISBN 978-5-295-04683-4.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Иҫке Һынны // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 3 ноябрь 2022)
- Село Старые Санны, Республика Башкортостан. Сайт «Командировка.ру» (рус.)
Портал «Башҡортостан ауылдары» | |
Башҡортостан Республикаһы Законы (№ 22-з, 16 июль, 2008 йыл.) Викикитапханала | |
Проект «Башҡортостан ауылдары» |