Эстәлеккә күсергә

Иҫке Аҡбүләк

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Старый Акбуляк битенән йүнәлтелде)
Иҫке Аҡбүләк
Дәүләт  Рәсәй
Административ үҙәге Иҫке Аҡбүләк ауыл Советы (Ҡариҙел районы)[1]
Административ-территориаль берәмек Иҫке Аҡбүләк ауыл Советы (Ҡариҙел районы)
Һыу ятҡылығы буйында урынлашҡан Байҡы
Халыҡ һаны 502 кеше (2010)[2],
546 кеше (2002)[3],
560 кеше (2009)[3]
Почта индексы 452369
Карта

Иҫке Аҡбүләк (рус. Старый Акбуляк) — Башҡортостан Республикаһының Ҡариҙел районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә халыҡ һаны 502 кеше булған[4]. ОКАТО коды — 80234872001.


Милли составы

Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу (2002) буйынса, өҫтөнлөк иткән милләт — башҡорттар (94 %)

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 79
1834 йыл 145
1870 йыл 333
1896 йыл 386
1902 йыл
1906 йыл 449
1920 йыл 26 август 561
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар 573
1959 йыл 15 ғинуар 509
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар 469
2002 йыл 9 октябрь 546
2010 йыл 14 октябрь 502 248 254 49,4 50,6

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
  • Район үҙәгенә тиклем (Ҡариҙел): 18 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Щучье Озеро): 75 км

1795 йылға тиклем Иҫке һәм Яңы Аҡбүләк ауылдары билдәле була, уларҙа 26 йорт һәм 128 кеше иҫәпкә алына. Һуңынан улар һәр береһе айырым иҫәпкә алынған.

1859 йылда төп ауылда 296 кеше 32 ихатала йәшәгән. Ауыл атамаһы антропонимдан. Аҡбүләктең улдарының исемдәре билдәле — Сәйет, Йонос, Монасип. 1834 йылғы ревизия Монасип Аҡбүләковтың улдары Насибулла, Асадулла, Әмәкәс, Хисмәтулла йәшәгән, уларға ул саҡта 48—55 йәш булған.

Игенселек уларҙың тормошона үтеп инә башлаған ғына. Төп ауылда 1842 йылда 176 бот ужым һәм 256 бот яҙғы иген сәселгән. Иҫке Аҡбүләктә 74 ат, 10 һыйыр, 99 һарыҡ, 50 кәзә, айырым хужаларҙың 20 умартаһы һәм 19 солоҡтары булған. Урман кәсептәре менән шөғөлләнгәндәр. 1842 йылда мәсет һәм улар ҡарамағында мәктәп, 1906 йылда мәҙрәсә була; 1894 йылда мәсет бинаһы яңыртыла[5].

Билдәле шәхестәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Аҡбүләков Мәнзәүи Мөхәмәт улы (3.01.1949—11.11.1994), партия һәм совет органдары хеҙмәткәре, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре, педагог. 1982 йылдан КПСС-тың Ҡариҙел район комитетының икенсе секретары, 1985—1990 йылдарҙа халыҡ депутаттарының район Советы башҡарма комитеты рәйесе; 1992—1994 йылдарҙа халыҡ депутаттарының Ҡариҙел район Советы башҡарма комитеты рәйесе — район хакимиәте башлығы. Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты.
  • Иҫке Аҡбүләк ауылында яңы балалар майҙансығы барлыҡҡа килде[6]