Степанова Елена Андреевна
Степанова Елена Андреевна | |
рус. Елена Андреевна Степанова | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ[1] |
---|---|
Гражданлыҡ | СССР |
Тыуған көнө | 17 май 1891[2] |
Тыуған урыны | Мәскәү, Рәсәй империяһы[3] |
Вафат булған көнө | 26 май 1978 (87 йәш) или 1978[1] |
Вафат булған урыны | Мәскәү, СССР |
Ерләнгән урыны | Ваганьков зыяраты[d] |
Хәләл ефете | Мигай, Сергей Иванович[d][4] |
Һөнәр төрө | опера йырсыһы |
Эш урыны |
Ҙур театр Московский академический музыкальный театр имени К. С. Станиславского и Вл. И. Немировича-Данченко[d] Мариин театры[d] |
Йырсы тауышы | сопрано[d] |
Музыка ҡоралы | вокал[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Степанова Елена Андреевна Викимилектә |
Елена Андреевна Степанова (5 (17) май 1891 — 26 май 1978) — рус совет опера һәм камера йырсыһы (сопрано). СССР-ҙың халыҡ артисы (1937).
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Елена Андреевна Степанова 5 (17) май 1891 йылда (башҡа сығанаҡтар буйынса — 1892 йылда[5]) Мәскәүҙә, хор йыры уҡытыусыһы ғаиләһендә (атаһы уның беренсе уҡытыусыһы була). тыуған
6 йәштән 14 йәшкә тиклем сиркәү хорында йырлай, 1902 йылда ҡала башланғыс училищеһында, һуңынан сауҙа класында уҡый. 1908—1910 йылдарҙа Мәскәү халыҡ консерваторияһында йырға уҡый (Я. Лосьев класы), һуңынан ике йыл М.Поллиҙан шәхси дәрестәр ала.
1908—1912 йылдарҙа Ҙур театр хорында йырлай, 1912—1924 һәм 1927—1944 йылдарҙа — был театрҙың йырсыһы. 1912 йылда беренсе тапҡыр М.И.Глинканың «Жизнь за царя» операһында яңғыҙ Антонида партияһында тәүге тапҡыр сығыш яһай. 1919—1921 йылдарҙа Ҙур театрҙың опера студияһы эшендә ҡатнаша (1926 йылдан — ул К.С. Станиславский исемендәге Мәскәү опера театры, хәҙер К.С.. Станиславский һәм Вл.И. Немирович-Данченко исемендәге музыка театры). Йырсы ижадына К.С.. Станиславский ҙур йоғонто яһай, уның опера студияһында Джильда («Риголетто» , Дж. Верди, 1919) һәм Татьяна («Евгений Онегин» Чайковский, 1921) партияһын башҡара.
1924—1926 йылдарҙа Ленинград опера һәм балет театрында сығыш яһай (хәҙерге Мариинский театры), 1926—1927 — К.С.Станиславский исемендәге Мәскәү опера театрында
30-ға яҡын партия йырлай.
Эре вокаль-симфоник әҫәрҙәрҙә — С.В. Рахманиновтың «Колокол» поэмаһында (Мәскәүҙә 1-се башҡарыу, авторы етәкселегендә, 1914), Л.Бетховендың 9 симфонияһы финалында (етәксеһе О. Клемперер, 1925, Ленинград филармонияһының ҙур залында) яңғыҙ партиялар һәм И. Гётеның «Эгмонт» трагедияһына Л.Бетховен музыкаһынан Клерхен йырын башҡара
Дирижерҙар В. Суҡ һәм Н. С. Голованов, йырсы Ф. И. Шаляпин, Л. В. Собинов һәм , Ә. В. Нежданова менән хеҙмәттәшлек итә.
1944 йылда сәхнәне ҡалдыра. 1950 йылға тиклем камера йырсыһы булараҡ концерттарҙа сығыш яһай, рус һәм сит ил авторҙарының йырҙарын һәм романстарын башҡара.
Камера репертуары Көнбайыш Европа, шулай уҡ рус һәм сит ил композиторҙарының әҫәрҙәрен үҙ эсенә ала, әммә йырсының ижади үҙенсәлегенә П.И.Чайковскийҙың, С.В.Рахманиновтың, Э.Григтың романстары яҡын була. Ул Н.Я. Мясковскийҙың, Р. М. Глиэрҙың, С.Н.Василенконың (композитор йырсыға «Майорийские песни» циклын арнай; ул уның «В мае», «Я у вас немног отняла», «Гяур», «Танец» романстарын беренсе башҡарыусы, 1931, Киев, автор етәкселегендә), Д.И. Аракишвили, Н. К. Чемберджи, О. С. Чишко, А. И. Хачатурян, З.А. Левиндың, А. Н. Александровтың, Н. П. Будашкиндың вокаль әҫәрҙәрен беренсе башҡарыусы. 1935 йылда Ҙур театр артистары бригадаһы составында Севастополдә Ҡара диңгеҙ флоты диңгеҙселәре алдында сығыш яһай.
1914 йылдан 1950 йылға тиклем Рәсәйҙең, һуңынан СССР-ҙың күп ҡалаларында гастролдәрҙә була
Бер нисә тапҡыр Мәскәүҙә грампластика яҙҙыра («Метрополь», 1912; «Музтрест», 1929—1932; «Грампласттрест», 1934—1937).
Опера сәхнәһен автомобиль һәләкәтенән һуң ҡалдырып, художестволы үҙешмәкәрлектә ҡатнашыусыларға ярҙам итә, Мәскәү ҡалаһында йыр мәктәбен ойоштороуҙа ҡатнаша. Йәмәғәт эштәре алып бара (1934 йылдан Мәскәү ҡала советы депутаты итеп һайлана).
Степанова Елена Андреевна 1978 йылдың 26 майында Мәскәүҙә вафат була. Ваганьков зыяратында ерләнә.
Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы (1933)
- РСФСР-ҙың халыҡ артисы (1934)[6]
- СССР-ҙың халыҡ артисы (1937)
- Өс Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1937, 1951, 1976)
- Миҙалдар.
Партиялары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- «Салтан батша тураһында әкиәт» Н.Ә. Римский-Корсаков — Батша ҡыҙы-Аҡҡош (1913, беренсе башҡарыусы)
- «Ҡояш улы» С.Н. Василенко — Мисс Аврора (1929, беренсе башҡарыусы)
- «Снегурочка», Н. А. Римский-Корсаков — Ҡарһылыу
- «Садко», Н. А. Римский-Корсаков — Волхова
- «Алтын әтәс» Н. А. Римский-Корсаков — Шәмәхә батшабикәһе
- «Батша кәләше» Н. А. Римский-Корсаков — Марфа
- «Йәшерен Китеже ҡалаһы һәм Феврония тураһында хикәйәт» Н. А. Римский-Корсаков — Сирин
- «Үлемһеҙ Кащей» Н. А. Римский-Корсаков — Батша
- «Май төнө» Н. А. Римский-Корсаков — Пан ҡыҙы
- «Иван Сусанин» , М. И. Глинка — Антонида
- «Руслан һәм Людмила» М. И. Глинка — Людмила
- «Сералдән урлау» А.В. Моцарт — Констанца (1925)
- «Севиль цирюльнигы» , Дж. Россини — Розина
- «Риголетто», Дж. Верди — Джильда
- «Травиата» , Дж. Верди — Виолетта (1933)
- «Гугенот» Дж., Мейербер — Валуа Маргарита
- «Кармен», Ж. Бизе — Микаэл
- «Лакме», Л Делиба — Лакм
- «Лоэнгрин», Р. Вагнер — Эльза
- «Евгений Онегин», П И. Чайковский — Татьяна
- «Дошман көсө», А.Н. Серов — Степанида
- «Фигаро туйы», В. А. Моцарт — Марцелина
- «Гугенот», Дж. Мейербер — Урбан
- «Валькирия», Р. Вагнер — Гельмвига
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 Bibliothèque nationale de France идентификатор BNF (фр.): платформа открытых данных — 2011.
- ↑ Bibliothèque nationale de France Elena Andreevna Stepanova // идентификатор BNF (фр.): платформа открытых данных — 2011.
- ↑ Степанова Елена Андреевна // Большая советская энциклопедия (урыҫ): [в 30 т.] / под ред. А. М. Прохорова — 3-е изд. — М.: Советская энциклопедия, 1969.
- ↑ Большая российская энциклопедия (урыҫ) — М.: Большая российская энциклопедия, 2004.
- ↑ Театральная Энциклопедия. драма опера балет оперетта цирк эстрада драматург режиссёр . Дата обращения: 5 ғинуар 2013. Архивировано 6 ғинуар 2013 года.
- ↑ Жизнь и творчество Елены Андреевны, часть 2 . Дата обращения: 5 ғинуар 2013. Архивировано 11 ғинуар 2013 года.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Елена Андреевна Степанова / А.Анисимов. — 1-е. — Москва: Искусство, 1953. — 15 с. — (ГАБТ СССР). — 10000 экз.
- Биография Степановой
- Могила Елены Степановой
- Википедия:Cite web (заменить webcitation-архив: deadlink no)
- 17 майҙа тыуғандар
- 1891 йылда тыуғандар
- Мәскәүҙә тыуғандар
- 26 майҙа вафат булғандар
- 1978 йылда вафат булғандар
- Мәскәүҙә вафат булғандар
- Мәскәүҙә ерләнгәндәр
- СССР-ҙың халыҡ артистары
- Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалерҙары
- РСФСР-ҙың халыҡ артистары
- РСФСР-ҙың атҡаҙанған артистары
- Сопрано
- Рәсәйҙең академик музыканттары
- СССР-ҙың академик музыканттары
- XX быуат опера йырсылары
- СССР опера йырсылары
- Алфавит буйынса йырсылар
- Алфавит буйынса шәхестәр
- XX быуат йырсылары
- СССР йырсылары