Степанов Александр Николаевич (Советтар Союзы Геройы)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Степанов Александр Николаевич (Советтар Союзы Геройы)
Заты ир-ат
Хеҙмәт итеүе СССР
Тыуған көнө 25 сентябрь 1910({{padleft:1910|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:25|2|0}})
Тыуған урыны Рәсәй империяһы, Өфө губернаһы, Өфө өйәҙе, Өфө
Вафат булған көнө 10 май 1991({{padleft:1991|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:10|2|0}}) (80 йәш)
Вафат булған урыны СССР, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, Өфө
Ерләнгән урыны Өфө Көньяҡ зыяраты[d]
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Ғәскәр төрө пехота[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ленин ордены Советтар Союзы Геройы I дәрәжә Ватан һуғышы ордены Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены «Батырлыҡ өсөн» миҙалы (СССР)

Степанов Александр Николаевич (25 сентябрь 1910 йыл, Өфө10 май 1991 йыл, Өфө) — 42-се гвардия уҡсылар полкының взвод командиры ярҙамсыһы (13-сө гвардия уҡсылар дивизияһы, 5-се гвардия армияһы, 1-се Украин фронты), сержант, Советтар Союзы Геройы.

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Степанов Александр Николаевич 1910 йылдың 25 сентябрендә Өфө ҡалаһында эшселәр ғаиләһендә тыуған.

Мәктәптә 4 класс тамамлаған. К. Ворошилов исемендәге Өфө аяҡ кейеме фабрикаһында эшсе булып эшләй, Куйбышев тимер юлының 2-се пассажирҙар бүлегенең местком рәйесе, Куйбышев тимер юлының 4-се бүлегендә ҡабул итеү һәм эштән бушатыу начальнигы булып эшләй.

Армия сафтарына 1943 йылда Өфөлә саҡырыла. 1944 йылда фронтта була.

42-се гвардия уҡсылар полкы взвод командиры ярҙамсыһы (13-сө гвардия уҡсылар дивизияһы, 5-се гвардия армияһы, 1-се Украин фронты) сержант Степанов Александр Николаевич 1945 йылдың 24 ғинуарында Линден ауылында батырлыҡ күрһәтә (хәҙер Lipki, Скарбимеж гмина, Бжегский повяты, Опольский воеводствоһы, Польша), 12 сәғәт буйына дошмандың һөжүмен кире ҡаға[1].

1945 йылдың 27 июнендә СССР Юғары Советы Президиумының Указы менән Советтар Союзы Геройы исеме бирелә[2].

Һуғыштан һуң Өфөлә йәшәй. Өфө, Дим тимер юл вокзалы начальнигы булып эшләй.

1991 йылдың 10 майында Өфө ҡалаһында вафат була. Көньяҡ зыяратында ерләнә[3].

Батырлығы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Сержант Степанов Александр Николаевич 1945 йылдың 24 ғинуарында Одер йылғаһын аша сығып, Линден ауылында йортто биләй һәм 12 сәғәт дауамында дошман һөжүмен кире ҡаға. Ике тапҡыр яралана. Пулеметтан 70 дошман һалдатын һәм офицерын юҡ итә, был Линден тораҡ пунктын алырға булышлыҡ итә[1].

Наградалары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Хәтер[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Өфөлә Ибраһимов бульварында урынлашҡан 37/1 һанлы йортҡа Геройға мемориаль таҡтаташ ҡуйылған.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. 1,0 1,1 1,2 Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында.
  2. 2,0 2,1 Указ Президиума Верховного Совета СССР «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 686046, д. 176, л. 50).
  3. Степанов Александр Николаевич (Советтар Союзы Геройы). «Герои страны» сайты.
  4. Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында.
  5. Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 690306, д. 650, л. 2).

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Несокрушимые. — Уфа, 1985. / стр. 174— 204;
  • Славные сыны Башкирии. — Уфа, 1979, кн. 4. / стр. 31—34.
  • Башкирская энциклопедия. Гл. ред. М. А. Ильгамов; т. 5. П-С. — Уфа: Башкирская энциклопедия, 2009. — 576 с. — ISBN 978-5-88185-072-2.