Сурағолов Рәмил Мотаһар улы
Сурағолов Рәмил Мотаһар улы | |
Заты | ир-ат |
---|---|
Гражданлығы |
![]() ![]() |
Тыуған көнө | 16 август 1962 (59 йәш) |
Тыуған урыны | Прибельский, Ҡырмыҫҡалы районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР |
Һөнәр төрө | яҙыусы |
Биләгән вазифаһы | баш мөхәррир[d] |
Уҡыу йорто | Башҡорт дәүләт университеты |
Рәсми сайт | чурагул.рф |
Сурағолов Рәмил Мотаһар улы, Рәмил Чурағол, Рәмил Сурағол (16 август 1962 йыл) — шағир һәм композитор, меңдән ашыу йыр авторы, көйҙәр ҙә яҙа[1]. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2006), Татарстан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (2010); Башҡортостандың, Рәсәйҙең Журналистар һәм Яҙыусылар союздары ағзаһы (1996)[2][1].
Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Рәмил Мотаһар улы Сурағолов 1962 йылдың 16 авгусында Башҡорт АССР-ының Ҡырмыҫҡалы районы Прибельский эшселәр ҡасабаһында[3] тыуған[2][1]. Атаһы ете тел белгән, сығышы менән тархандарҙан булған; әсәһе — Плеханов исемендәге халыҡ хужалығы институтын тамамлаған.[1]. Ауылда, бик күп әкиәттәр, риүәйәттәр, дастандар белгән өләсәләрендә үҫә[1].
Иҫке Шәрәй ауылы мәктәбендә һигеҙ класс, Өфө автотранспорт техникумын тамамлаған; «Башавторемонт» производство берекмәһендә, «Башавтотранс», Өфөнөң Ленин районы хакимиәте торлаҡ хужалығы тресында инженер, өлкән инженер булып эшләгән[4].
1991 йылда Башҡорт дәүләт университетының филология факультетын ситтән тороп тамамлай[2][1]."Толпар" (әҙәби хәҙмәткәр), «Аманат» журналдарында, «Өмөт», «Азатлык нуры», «Атна» гәзиттәрендә, «Саяр» театрында төрлө етәксе вазифаларҙа эшләгән[4]. 2004 йылдан — «Сурағол» нәшриәт йортоноң генераль директоры (Өфө)[2][4]
Сәнғәткә индергән өлөшө өсөн «Гәлсәр һандуғас», «Алтын барыҫ» премиялары менән бүләкләнә. Ауылындағы бер урамы уның исемен йөрөтә.
2021 йылда Рәмил Сурағолға Тәтешле районының Әнғәм Атнабаев исемендәге әҙәби премияһы бирелде[5].
Ғаиләһе[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Ғаиләле, улы, ҡыҙы бар[1].
Ижади эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
8—9 йәшендә үк яҙыша башлай[1]. Тәүге шиғырҙары «Башҡортостан пионеры», «Йәш ленинсы», «Пионер», «Ялкын», «Трудовая слава» баҫмаларында донъя күрә[4].
Тәүге шиғри йыйынтығы 1993 йылда сыҡҡан[2]. 20 шиғри йыйынтыҡ авторы, уның һүҙҙәренә 1000 -дән ашыу йыр яҙылған[2][1][4].[6].
Һайланма баҫмалары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Сурағол Р. Монңдар ҡайтhын ауылға (= Родные напевы): шигырзар. — Өфө: Китап, 2009. — 230+1 б. — 2500 экз. — ISBN 978-5-295-04881-4
- Чурагул Р. Нам жить и дружить песней звонкой звеня! : [Стихи] (тат.) / [Вступ. ст. А.Атнабаева; Худож. Л.Гаянова]. — Уфа : Планета, 1993. — 96 с.
- Сурағол Р. Үҫкәс генерал булам! — Өфө: Китап, 2004. — 9+7 б. — 2500 экз. — ISBN 5-295-03477-1
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- «Татар жыры — 93», «Татар жыры — 2001» (Ҡаҙан) телевизион конкурстары лауреаты, «Гәлсәр һандуғас» телевизион конкурсының тәүге лауреаты (2002)[4].
- «Лучший поэт года» номинацияһы дипломы (2002)[4].
- «Алтын барыҫ» премияһы[4].
- Башҡортостан эстрадаһына индергән өлөш өсөн" дипломы[4].
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 1,5 1,6 1,7 1,8 Р.Фатхиев, 2013
- ↑ 2,0 2,1 2,2 2,3 2,4 2,5 Башкирская энциклопедия, 2013
- ↑ В источниках местом рождения указывается также Староакташево того же района (см.: • Кармаскалинская ЦБС; • Чурагулов Рамиль Мутагарович (рус.). Сахаевский сельсовет. 5 ноябрь 2017 тикшерелгән. 2017 йылдың 7 ноябрь көнөндә архивланған.).
- ↑ 4,0 4,1 4,2 4,3 4,4 4,5 4,6 4,7 4,8 Кармаскалинская ЦБС
- ↑ В Башкортостане объявили лауреатов премии имени Ангама Атнабаева. ИА «Башинформ». 1 марта 2021 года (рус.) (Тикшерелеү көнө: 1 март 2021)
- ↑ Рамиль Чурагул «С песней по жизни» (рус.). Башкирская республиканская специальная библиотека для слепых. 5 ноябрь 2017 тикшерелгән.
Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Антология поэзии Башкортостана: Голоса веков. — Уфа: Китап, 2007. — С. 430.
- Писатели земли башкирской : справочник / Сост. Р. Н. Баимов и др. — Уфа; Китап, 2006. — С. 447.
- Фатхиев Р. Башкирия: Рамиль Чурагул о том, как создавать хиты, живя в «хрущевке» // Башкирское региональное приложение к газете «Аргументы и факты». — 2013. — № 38. (рус.)
Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Сурағолов Рәмил Мотаһар улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 1 март 2021)
- Чурагул Рамиль (рус.). Знатные земляки. МБУК «Кармаскалинская ЦБС». 5 ноябрь 2017 тикшерелгән.
- 16 августа тыуғандар
- 1962 йылда тыуғандар
- Ҡырмыҫҡалы районында тыуғандар
- Башҡорт дәүләт университетын тамамлаусылар
- Башҡорт шағирҙары
- Татар шағирҙары
- «Өмөт» гәзите журналистары
- Алфавит буйынса шағирҙар
- СССР шағирҙары
- Рәсәй шағирҙары
- XXI быуат шағирҙары
- Алфавит буйынса яҙыусылар
- Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре
- Әнғәм Атнабаев исемендәге премия лауреаттары