Эстәлеккә күсергә

Сюзан Кахраманер

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Сюзан Кахраманер
төр. Suzan Kahramaner
Рәсем
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  Төркиә
Тыуған көнө 21 май 1913({{padleft:1913|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:21|2|0}})
Тыуған урыны Истанбул, Ғосман империяһы
Үскүдар, Стамбул[d], Ғосман империяһы
Вафат булған көнө 22 февраль 2006({{padleft:2006|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:22|2|0}}) (92 йәш)
Вафат булған урыны Истанбул, Төркиә
Туған тел Төрөк теле
Һөнәр төрө математик, профессор
Эшмәкәрлек төрө математика
Эш урыны Цюрих университеты[d]
Истанбул университеты[d]
Уҡыу йорто Истанбул университеты[d]
Лицей Богоматери в Сионе[d]
Ғилми дәрәжә профессор[d] (1968)
Ғилми етәксе Керим Эрим[d]
Аспиранттар Ahmet Dernek[d][1], Yaşar Polatoğlu[d][1] һәм Semin Akdoğan[d][1]
Эра Ғосман империяһы
Ҡыҙыҡһыныу өлкәһе математика
Вики-проект Проект:Математика[d]
 Сюзан Кахраманер Викимилектә

Сюзан Кахраманер (21 май 1913 йыл — 22 февраль 2006 йыл) — төрөк математигы, Төркиәнең тәүге ҡатын-ҡыҙ-математиктарының береһе.

Сюзан Кахраманер Ускюдарҙа, Истанбул провинцияһы районында Рыфкы Осман һәм Хюзеен Ханим ғаиләһендә тыуа. Атаһы һөнәре буйынса хирург була.

Сюзан Кахраманерҙың улы, Рыфкы Кахраманер, шулай уҡ уның ҡатыны Ясемин Кахраманер математика профессорҙары була, ә уларҙың улы Дениз Кахраманер Стэнфорд университетында электротехник бакалавры дәрәжәһен ала.

Мода Нумюне Инас (төрк. Moda Numüne Inas) башланғыс мәктәбендә уҡый. Урта белемде 1924 йылда Нотр Дам Де Сионда ала, 1934 йылда бакалавр дәрәжәһенә эйә була. Артабан Ғосман империяһының юғары уҡыу йорто булған Дарульфунюнгә уҡырға инә, ләкин реформанан һуң был уҡыу йорто Истанбул университетына ҡушыла. 1939 йылда Истанбул университетының математика-астрономия факультетында аспирантура тамамлай. Артабан Төркиәнең беренсе математигы, доктор дәрәжәһенә эйә булған Керим Эрим етәкселегендә докторлыҡ эшен яҙырға тотона.

1943 йылда Чамлыджела ҡыҙҙар өсөн урта мәктәптә уҡытыусы ассистенты булып эшләй. Шул уҡ йылда Истанбул университетының математика факультетында II курстарҙа анализды өйрәнеү мәсьәләләре буйынса ярҙамсы булып эшләй башлай. Шул уҡ йылда Эдинбургта Халыҡ-ара математиктар конгресында ҡатнаша. 1959—1960 йылдарҙа — Цюрих университетында эшләй. 1966 йылда Рольф Неванлинндың коллегиумына саҡырыла. Шул йылдың август айында Мәскәүҙә Халыҡ-ара математиктар конгресында сығыш яһай. Ғалим дәрәжәһенә диссертацияһын тамамлау маҡсатында сентябрҙә һәм октябрҙә Хельсинки университетында эшләй. 1968 йылда профессор исемен ала. Сюзан Кахраманер Әхмәт Дернек, Рыфкы Кахрамандер һәм Яшар Полатоглуларҙың[2] ғилми етәксеһе була. Хельсинки, Стэнфорд, Цюрих, Лондон, Париж университеттарында ғилми тикшеренеүҙәр үткәрә.

Сюзан Кахраманер 2006 йылдың 2 февралендә Истанбулда вафат була.

  • Aygündüz, Filiz (Ağustos 2013). «Suzan Hoca». Milliyet. 21 Mayıs 2017 tarihinde kaynağından arşivlendi. Erişim tarihi: 8 Mayîs 2017.
  • https://www.genealogy.math.ndsu.nodak.edu/id.php?id=81415
  • 9th International Symposium on Geometric Function Theory and Applications Symposium, GFTA2013 (Dedicated to Suzan Kahramaner) Abstract Book.